RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәк – әсә ҡулында

19.11.2011 Киләсәк – әсә ҡулында

Төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарын уртаҡ хәстәр берләштерҙе
Киләсәк – әсә ҡулында
Әсә көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Күп илдәрҙә был дата – мөһим байрамдар исемлегендә. Үкенескә күрә, әле ул Рәсәйҙә Яңы йыл йәки 8 Март кеүек байрамдар кимәлендә билдәләнмәй. Ә бит Әсә – бөтә башланғыстарҙың-башланғысы. Ошо изге йәнгә булған мөнәсәбәт буйынса кешенең һәм илдең рухи кимәле билдәләнә.
Ошо бөйөк байрам алдынан, 15 – 16 ноябрҙә “Рәсәйҙең киләсәге – әсәләр ҡулында” акцияһы сиктәрендә Өфө ҡалаһында V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы булды. Был сара “Әсәй” хәйриә фондтары халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкү­мәте тарафынан ойошторолдо.
Форумға Рәсәйҙең төрлө мөйөшөнән әсәләр йыйылды. Илдең 44 төбәгенән 150 делегат, республиканан 400 кеше ҡатнашты. Улар араһында РФ субъекттарының министрлыҡтары етәкселәре, Йәмәғәт палатаһы ағзалары, билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, илдең фәнни берлеге вәкилдәре булды.
V Бөтә Рәсәй әсәләр форумының маҡсаты – ғаилә институтын нығытыу, әсәнең социаль статусын күтәреү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау, ғаилә проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙы халыҡ-ара кимәлдә хәл итеү өсөн прогрессив көстәрҙе йәлеп итеү ине.

“Беҙгә бар әсәләр ҙә мөһим”

Тәүҙә Конгресс-холдың концерт залында форумдың пленар өлөшө булды. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов, барыһын да сәләмләп, ҡунаҡсыл Башҡортостан ҙур илебеҙҙең төрлө төбәгенән килгән әсәләрҙе оло ҡыуаныс менән ҡабул итә, тип белдерҙе.
– Ошо залға ҡараһам, һеҙҙән иҫ киткес энергия килә. Мин күңел йылыһын, мөхәббәт, хәстәрлек энергияһын тоям, – тине Рөстәм Зәки улы. – Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшөн балалар тәшкил итә. Беҙҙә дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәһә, шуларҙың бер миллионы – балалар. Бөгөн 650 мең ғаилә балалар тәрбиәләй. Улар – беҙҙең иң ҡәҙерле һәм мөһим өлөшөбөҙ. Әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауҙың мөһимлеген аңлап, республикала хәлдән килгәндең барыһы ла эшләнә. Бөгөн яңы мәктәптәр асыла, өҫтәмә белем биреү учреждениелары селтәре, ғаиләгә һәм балаларға социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре үҫешә. Үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороуға бик күп иғтибар бүленә. Социаль яҡлауға мохтаж балаларға, ауырлы ҡатындарға, йәш балалы әсәләргә ярҙам күрһәтеүгә өҫтәмә саралар булдырыла, бала табыу йорттарының матди-техник базаһы нығытыла.
Республикала 34 меңдән ашыу күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Президент әйтеүенсә, уларға йыл һайын бюджеттан 600 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Федераль ярҙамдан тыш, республика унға яҡын пособие булдырған. Шулай уҡ башҡа төрлө льготалар ҙа бар.
– Һуңғы өс йылда биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе 70 ғаиләгә торлаҡ алыу өсөн 150 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Әле ярҙамға мохтаж тағы ла меңдәрсә ғаилә сиратта тора, – тине Рөстәм Хәмитов.
Яңыраҡ республикала инвалид балалары булған йәки күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн бушлай ер биреү тураһында закон ҡабул ителде. Был күптәрҙең торлаҡ мәсьә­ләһен хәл итергә ярҙам итер, тип ышанғы килә.
Президент тағы ла бер нисә мөһим проблемаға туҡталды. Шуларҙың иң көнүҙәге – балалар баҡсаһы етешмәүе. 50 меңгә яҡын сабыйҙың ата-әсәһе өсөн был мәсьәлә – бөгөн «баш ауыртыуы». Уны хәл итеү өсөн күптән түгел өс йыллыҡ программа ҡабул ителгән. Бының өсөн аҡса бүленгән дә инде. Тимәк, тиҙ арала яңы-яңы балалар баҡсаһы ҡалҡасаҡ.
Республика етәксеһе шулай уҡ балаларҙың ялын ойоштороу, улар­ҙы спортҡа ылыҡтырыу мәсьәләләренә ҡағылды. Профес­сионал-педагог, тренер, түңәрәк етәксеһе үҫеп килеүсе быуын менән шөғөлләнмәһә, баланың бөтөнләй икенсе йүнәлешкә ылығыуы ихтималлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
– Әсәләр һаулығы иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн 23 мең әсә санитар-гигиена нормаларына яуап бирмәгән шарттарҙа эшләргә мәжбүр. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға эш урыны булдырыуҙа ауырлыҡтар тыуа. Мәғлүмәттәргә ҡараһаң, эшләүсе һәр етенсе ҡатын сабыйын юғалта, 100 ҡатындың ун бишенең балаһы кәмселектәр менән тыуа. Бына ошо мәсьәләләр хәҙер үк хәл итеүҙе талап итә.
Әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡатын-ҡыҙҙарҙың проблемаһына тыныс ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Белгестәр фекеренсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 20 проценты түлһеҙлектән интегә. Республика перинаталь үҙәгендә 2000 пар иҫәптә тора. Уларға талап ителгән ҡиммәтле операциялар өсөн республика бюджетынан 12 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Был 100 процедураға етәсәк. Тормош – ул еңел түгел, уның һәр бер этабында беҙ кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.
Республика башлығы ғәрип балалар темаһына ла ҡағылды. Әле республикала 14 меңгә яҡын ғәрип бала иҫәпләнә. Уларҙы проблемалары менән япа-яңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Был йәһәттән Башҡортостанда инвалидтарҙың йәшәйешен яҡшыртыу, уларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеү өсөн маҡсатлы программалар эшләй, тип билдәләне.
Рөстәм Зәки улы республикала әсә абруйын һаҡлау, йәш әсәләрҙе яҡлау, күп балалы ҡатындарға ярҙам күрһәтеү буйынса барыһы ла эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Беҙгә бар әсәләр ҙә мөһим, уларҙы ихлас яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Улар беҙгә бик кәрәк”, – тип сығышын тамамланы.

Башҡортостан күп балалы бәхетле ғаиләләр төбәге булһын!

Һаулыҡ һаҡлау милли фондының попечителлек советы рәйесе Елена Николаева етем йәки ата-әсәләре булып та ҡарауһыҙ үҫкән балаларҙың күп булыуына, телевизорҙың һәм урамдың төп тәрбиәсе ролендә ҡалыуына борсолдо. “Тик тулы ғаиләлә генә бала социаль яҡтан өлгөрөп үҫә ала. Шуға күрә иң алда ғаиләләр­ҙе һаҡлайыҡ!” – тине Елена Леонидовна.
Форум делегаты, Көньяҡ Осетия, Президентының дәүләт кәңәшсеһе Жанна Засеева йыйылғандарға кәңәшен еткерҙе:
– Әсә булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙем: бала табығыҙ, төрлө һуғыштарҙа, фажиғәләрҙә һәләк булғандар өсөн дә сабыйҙар тыуҙырығыҙ. Башҡортостан күп балалы бәхетле ғаиләләр төбәге булһын!
Әйткәндәй, Көньяҡ Осетияла күптән ошондай әсәләр йыйыны ойошторола икән. Уның тәүгеһе 1998 йылда һуғыш тамамланыуҙың унынсы көнөнә үткән.
Пленар ултырыш аҙағында Иглин районынан ете бала үҫтереүсе Максимовтар ғаиләһенә торлаҡҡа сертификат тапшырылды. Ә Ейәнсура районынан 11 бала тәрбиәләүсе Тимербулатовтарға “ГАЗель” машинаһының асҡысы бирелде.

“Түңәрәк өҫтәл”дәр емешле булды

Төштән һуң “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Ул “Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау өлкәһендә закондарҙы камиллаштырыу”, “Эшләүсе әсәләрҙе социаль яҡлау”, “Ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр менән эшләү буйынса ведомство-ара хеҙмәттәшлек”, “Яңы ғаилә – ул йылы усаҡ”, “Әсәләрҙең һәм балаларҙың һаулығын һаҡлауҙа инновацион технологиялар”, “Ныҡлы йәш ғаилә – Рәсәйҙең киләсәге”, “Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ” темалары буйынса үтте. Унда яңғыраған мөһим тәҡдимдәр форумдың резолюция проектына индерелде.
Мәҫәлән, Республика перинаталь үҙәге базаһында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауҙа республикала ниндәй инновацион технологиялар ҡулланылыуы тураһында һүҙ барҙы. Башҡор­тостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова әйтеүенсә, республикала йөклө ҡатындарҙың һәм яңы донъяға килгән сабыйҙарҙың һаулығы хаҡында объектив материал туплау өсөн 2006 йылда мониторинг үткәрелә башланған. Бөтә мәғлүмәт интернет селтәрендәге берҙәм базала урынлашҡан. Республиканың бар ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында, акушерлыҡ бүлектәрендә, бала табыу йорттарында, перинаталь үҙәктәрендә ошо компьютер системаһы ҡуйылған. Шулай итеп, республикала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә алынған һәр ауырлы ҡатындың тулы электрон базаһы булдырыла. Был республикала тыуымдың артыуына, үлем осраҡтары кәмеүенә ыңғай йоғонто яһай. Һөҙөмтә һандарҙа асыҡ күренә – һуңғы биш йылда әсәләр үлеме – 4 тапҡырға, ә сабыйҙар үлеме 36 процентҡа әҙәйгән. Әлеге тәжрибәне хәҙер Свердловск өлкәһе, Коми, Хакасия Республикалары ҡуллана башлаған. Әйтергә кәрәк, унда ла күрһәткестәр яҡшы яҡҡа үҙгәргән. “Ошо системаны бөтә Рәсәйҙә индерергә кәрәк”, – тигән фекергә килде делегаттар. Саха Республикаһы ҡунаҡтары үҙҙәрендә уңышлы эшләп килгән “Ғаилә һәм балалар” программаһы буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Форумдың икенсе көнөндә “түңәрәк өҫтәл”дәрҙең модераторҙары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы президенты Рәйес Атнағолов, ”Мәрхәмәт” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова журналис­тар менән осрашты.
ҡунаҡтар тәьҫораттары менән уртаҡлашты, һоҡланыуҙарын йәшермәне. “Башҡортостан өлгөһө – илдәге рухи көрсөктө үтеү мәктәбе ул”, – тип белдерҙеләр.
– Ульяновск ҡалаһында булған Бөтә Рәсәй әсәләр форумында ла ыңғай тәьҫораттар алғайныҡ. Әле был сара беҙҙең ҡалала уҙыуына бик шатмын, – тине үҙ сиратында Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы. – Беҙгә бер-беребеҙҙән күп нәмәгә өйрәнәһе бар әле.
Сарала, Рәсәй аталары форумы ла үткәрергә кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Бөтә ил әсәләре саң ҡаҡҡанда, ир-егеттәр битараф ҡалмаҫ, моғайын.

ҡарарҙар резолюцияға индерелде

Бөгөн Рәсәйҙә “ғаилә-дәүләт” мөнәсәбәтен хоҡуҡи көйләүсе закондар юҡ. Ғаилә кодексының да уйланылмаған яҡтары күп. Форумдың йомғаҡлау өлөшөндә ана шул һорау күтәрелде. Делегаттар 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының ғаилә сәйәсәтенең дәүләт концепцияһын ҡабул итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ул тормош­ҡа ашырыл­ған саҡта, ғаилә тураһындағы закондарҙың нигеҙен тәшкил итәсәк.
ҡатнашыусылар түбәндәге инициативаларҙы форум резолюцияһына индерергә ҡарар итте: РФ Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү; кәмендә 15 йыллыҡ хеҙмәт пенсияһының страховкаланған өлөшө булған өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға 50 йәштән хаҡлы ялға китеү мөмкинлеге булдырыу; балалары булған граждандарға дәүләт пособиеһы түләү тураһындағы федераль законға үҙгәреш индереү; биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ваҡытты эш стажына ҡушырға; ғаиләлә көс ҡулланыуҙы профилактикалау өсөн закон ҡабул итеү һ.б.
Форум аҙағында “Әсәй” хәйриә фондтарының халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы исеменән БР-ҙың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға “Алтын диплом” тапшырылды. Өфө ҡалаһы ҡала округы мэры урынбаҫары Әлфирә Баҡыеваға һәм Өфө трикотаж фабрикаһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилеваға “Алтын йөрәк” наградаһы бирелде. Шулай уҡ алдан уҡ иғлан ителгән “ҡатын-ҡыҙ эшләүсе иң яҡшы предприятие” конкурсына йомғаҡ яһалды. “Гидрав­лика” менән “Башкир­нефтепродукт” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Өфөнөң 17-се балалар поликлиникаһы, Салауат ҡалаһының трамвай идаралығы еңеүселәр тип табылды.

Хуш бул, V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы!

Ошо көндәрҙә бихисап һөйләшеү, фекер алышыу, осрашыу, бай йөкмәткеле мәҙәни сара уҙҙы. Әйтергә кәрәк, республика форумға ентекле әҙерләнгән.
Ике көн эсендә уртаҡ һөйөнөстәр һәм көйөнөстәр кисергән, башҡалар­ҙың бәхетен дә, ҡайғыһын да үҙенекеләй күреп янған ҡатын-ҡыҙҙар рухи яҡтан берләште. Форум аҙағына барыһы ла һағышланып ҡалды. Эйе, улар бергәләшеп бик күп һорауға яуап эҙләне. Проблеманы асыҡлау – уны хәл итеүҙең яртыһы, тиҙәр. Маҡсатҡа илткән һуҡмаҡ башында туҡтап ҡалмай, уй-теләктәр, мөһим ҡарарҙар ысынбарлыҡҡа әйләнһен ине.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”