12.11.2011 Әкиәт илендә
ҡурсаҡтар − беҙҙең бала сағыбыҙҙың сағыу иҫтәлеге. Улар бәхетле мәлгә, әкиәт иленә әйҙәгән һымаҡ. Бер аҙға ғына онотолоп, шул серле донъяға инеп сумғы, хыялланғы, әкиәт геройҙары менән бергә йүгереп уйнағы, ҡурсаҡтарҙы кейендерге, сәсен үрге, бишек йырын көйләп йоҡлатҡы килә. Тик ул саҡтар күптән артта ҡалған, кире әйләнеп ҡайтмаҫ бала саҡ иленә китеп юғалған. Шулай ҙа иҫтәлектәр менән генә булһа ла сабыйлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға була. Мәҫәлән, БР Милли музейында ҡурсаҡтар донъяһына саҡырыусы «Әкиәт иленән» тип аталған күргәҙмәгә барып.
Бындай ҙур ҡурсаҡтар күргәҙмәһе Өфөлә быйыл тәүге тапҡыр уҙғарыла. 2006 йылдан алып Яңы йыл байрамы алдынан ғына автор ҡурсағы күргәҙмәләре уҙғарыла килә. Биш йыл дауамында тупланған тәжрибә быйыл ҙур күргәҙмә эшләү өсөн дә мөмкинлек тыуҙыра. Бөрө, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан ҡурсаҡ эшләү оҫталары музей күргәҙмәһенә үҙҙәренең иң матур эштәрен тәҡдим итә. Ә ҡурсаҡтарҙың ниндәйе генә юҡ. Бәләкәй генәләре лә, бала ҙурлығындағылары ла, бәйләнгәндәре лә, тегелгәндәре лә, һаламдан, туҙҙан, папье-машенан, кейеҙҙән, ағастан, ҡағыҙҙан, күндән, керамиканан эшләнгәндәре лә. Һәр береһе үҙенсәлекле. Эшләнеше генә түгел, ә ниндәйҙер сюжетлы булыуы менән дә ҡыҙыҡлы улар. Йыр тыңлап моңайып ултырған ҡурсаҡ булһынмы ул, Гоголдең әҫәренән ҙур шинеле янында бәләкәй генә булып айырылып тороусы чиновникмы, китап уҡып ятыусы ҡыҙ менән малаймы − ҡурсаҡсыларҙың үҙ эштәренә ниндәйҙер мәғәнә лә һалырға тырышҡаны күренә. ҡурсаҡтарҙың йөҙҙәре лә йә моңһоу, йә шатлыҡ бөркөп тора, йә уйсан, йә шаян − уларҙы ҡарап йөрөүе лә күңелле. ҡурсаҡтарҙың төрлөләрен күрергә була бында − автор, халыҡ, театр, сувенир ҡурсаҡтары, коллекция өсөн эшләнгәндәре − һанап та бөтөрлөк түгел. Күргәҙмәгә Ирина Проскурякова хатта үҙ коллекцияһына йыйған Рәсәй оҫталарының эштәрен дә ҡуйған.
ҡурсаҡсыларҙың ижади эштәре менән 20 ноябргә тиклем танышырға була. 25 авторҙың һәр береһенең үҙенсәлекле стиле, ижади ҡарашы, әкиәт донъяһын нисек күҙаллауы һәм сағылдырырға тырышыуы береһен дә битараф ҡалдырмаҫ.
Р. ДӘҮЛӘТОВА.