15.11.2011 Телеңде йоторлоҡ
Кәбеҫтәне маринадлау
Маринад өсөн 2 литр һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 100 грамм көнбағыш майы алына.
Кәбеҫтәне турап, кишерҙе ҡырғыста ҡырып, барыһын бергә бутап, 3 литрлы банкаға тығыҙ итеп тултырырға һәм өҫтөнә ҡайнар тоҙлоҡ ҡойорға.
Грузинса маринадланған кәбеҫтә
4 кг кәбеҫтәгә 300 г ҡыҙыл сөгөлдөр, 100 г аш һеркәһе һәм тәменсә ҡыҙыл борос алына.
Грузияла уны ит менән дә, айырым аҙыҡ та итеп тәҡдим итәләр.
Кәбеҫтәне күсәне менән эре итеп шаҡмаҡлап турарға. Ағас мискәгә йәки ҙур эмаль кәстрүлгә аҙ ғына тоҙ, ҡыҙыл борос һибеп сөгөлдөр менән аралаштырып һалырға. Һуңынан өҫтөнә аҙ ғына аш һеркәһе ҡойоп, кәбеҫтә күмелгәнсе ҡайнатылған һалҡын һыу ҡойорға.
Йылыла ике тәүлек тотҡас, һалҡын урынға сығарырға.
Кәбеҫтәле татлы борос
5 кг борос, 4 аш ҡалағы аш һеркәһе, 2 литр һыу, 4 кофе сынаяғы үҫемлек майы, 2 – 3 лавр япрағы һалып, маринад әҙерләргә.
Боросто маринадта ҡайнатып һыуытырға. Кәбеҫтәне турарға. 2 – 3 киҫәк алма менән бер баш һарымһаҡты 6 стакан үҫемлек майында ҡыҙҙырғас, быяла банкаларға ике рәт борос, бер рәт кәбеҫтә, үҫемлек майы һалырға һәм өҫтөнә маринад ҡойорға.
тоҙланған Кәбеҫтә
10 кг кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап, ярты кило кишерҙе ҡырып, 250 г тоҙ, әнис орлоғо һалып, яҡшылап ыуырға.
Эмаль йәки быяла һауытҡа тултырғанда кәбеҫтәнең һуты сыҡҡансы һәйбәтләп төйөргә кәрәк.
Кәбеҫтә тоҙлағанда мүк еләге, антоновка алмаһы һалырға була. Улар кәбеҫтәнең төҫөн матурайта, үҙенсәлекле тәм бирә. Һауыттың өҫтөнә һут сыҡһын өсөн ауыр әйбер һалып ҡуйырға кәрәк. Тоҙланыу өсөн иң ҡулай температура 18, 20 градус. Кәбеҫтә тоҙланғас, 8 градустан да түбән булмаған һалҡынса урынға ҡуйырға.