15.11.2011 Бәхет сере – хеҙмәт һөйөүҙә
Сәлимә һәм Альфред Садиҡовтар уңғанлыҡтары менән тыуған ерен йәмләп йәшәй
Әлшәй районында урман буйына һыйынып ҡына ултырған ҡыҙыл юл тигән бер ауыл бар. Бер нисә йорттан торған бик бәләкәй генә ауыл ул. Яҙасаҡ һүҙем был ауыл хаҡында түгел, ә уның биҙәге, йәме булған тырыш, уңған Садиҡовтар ғаиләһе хаҡында.
Бөгөн йәштәрҙең күбеһе ауыл тормошона, ундағы эшһеҙлеккә, аҡса етмәүгә зарлана. Күптәр ҡалаға сығып китеү яғын ҡарай.
Ә мәҡәләм геройҙары Садиҡовтар ғаилә ҡороу менән тыуған ауылдарында төпләнеп ҡалыуҙы хуп күргән. Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫкән Альфред Ғәзим улы менән Сәлимә Мансур ҡыҙы бер ниндәй ауырлыҡтарҙан да ҡурҡмай, гөрләтеп донъя көтә. Ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, баҡса үҫтерә. Ғаилә башлығы Альфред ағай фермерлыҡ эшен яйға һалған. Үҙе сәсеп үҫтергән арпа, бойҙай, арыш, көнбағыш йыл һайын мул уңыш бирә. Техниканы биш бармағылай яҡшы белгән ғаилә башлығы трактор ҙа һатып алған.
ҡатыны Сәлимә апай ҙа бик уңған кеше. Ул ауылдың хат ташыусыһы. Күрше ҡунҡаҫ, Каменка ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә ул. Почта бүлексәһе һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Себенле ауылында урынлашҡан. Апайға көн дә шулай йөрөп эшләүе һис кенә лә еңелдән түгелдер. Көн торошоноң да ниндәй генә сағы булмай. Әммә Сәлимә Мансур ҡыҙы эшенән һис зарланмай. Күрәһең, эштән ҡурҡмағас, күңелеңде биреп башҡарған һөнәрҙең ауырлығы һиҙелмәйҙер инде.
– Ауыл халҡына яңылыҡ, сәләм тапшырыуҙан кинәнес табам, – ти ул был хаҡта.
Сәлимә апай – оҫта хужабикә лә. Ғаиләһен көн дә телеңде йоторлоҡ тәмле аштары менән һыйлай, ҡул эштәренә лә маһир.
Садиҡовтарҙың мөхәббәтле һәм татыу ғаиләһендә береһенән-береһе тырыш, аҡыллы өс малай үҫә. Ата-әсәһенең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы улар. Иң өлкәне Илфир быйыл Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге Тимер юлсылар техникумында уҡый башлаған. Илмир – Себенле мәктәбенең 8-се синыфында. Төпсөктәре Илдарға әлегә биш кенә йәш. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәре дөрөҫтөр. Садиҡовтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш һәм егәрле. Илмир менән Илфир бәләкәйҙән ғаилә бюджетына үҙ өлөшөн индерә. Ауыл халҡына көтөү көтөп, балыҡ тотоп, еләк йыйып һатып аҡса эшләйҙәр. Әйткәндәй, быйыл йәй был уңған ғаилә еләк йыйып һатып, ҙур ғына килем алған. Көҙгөһөн бәшмәк йыйҙылар. Был ғына ла түгел, хужабикә тағы ла бер «бизнес» менән шөғөлләнә. Ул ҡаймаҡ, май, эремсек һатып та аҡса эшләй. Уларҙы ауыл халҡынан да йыя. Аҙнаһына өс тапҡыр, таң һарыһынан тороп, ауыр йөк һөйрәп, Өфө баҙарына һатырға барыу һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Бының өсөн тырышлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек менән бергә түҙемлек, ихтыяр көсө лә кәрәктер. Ә Сәлимә апай тап ошондай сифаттарға эйә. Бында, әлбиттә, тәү сиратта тормош иптәше Альфред ағайҙың да ярҙамы ҙур. Иңде-иңгә терәп, бер-береңә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләгәндә һәм йәшәгәндә генә бәхеткә юл ярырға мөмкин.
Ә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәгән Садиҡовтар бәхетте күптән үҙҙәренә юлдаш иткән инде.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА,
БДПУ студенткаһы.
Автор фотоһы.