15.11.2011 Әсә булыу – бәхет тә, яуаплылыҡ та
Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөтә Рәсәй әсәләр форумы асыла
Йәйҙең һуңғы йылы көндәрендә Миәкә районының ҡаран-ҡунҡас ауылында булып, күркәм ғаилә менән танышырға яҙҙы. Айгөл менән Рим Моратовтар ғаиләһе ул. Икеһе лә урындағы мәҙәниәт йортонда эшләй, Рим художество етәксеһе булһа, тормош иптәше − уның уң ҡанаты. Эйе, эштә лә, тормошта ла.
Беҙ барғанда уларҙың биш балаһы ла − Гөлиә, Зилиә, Зөлфиә, Ислам менән Ишморат өйҙә булып сыҡты. Ҙур йорт эргәһенә килеп туҡтағас та шаян малай урамға йүгереп үк килеп сыҡты.
– Атайың өйҙәме? – тип һорайым.
– Ул эштә, – тине, ҡыйыуланып. Алдан хәбәрҙар инем инде, был ваҡытта Римдең баҫыуҙа тир түккәнен әйткәйнеләр.
– Һуң, көндөҙ клуб эшләйме ни? – тигән булам.
– Юҡ, ул бит ошондай, – малай ҡулдарын йәйеп үк ебәрҙе, – теге нимә әле...
– Самолетмы? – шаярырға яратам инде балалар менән.
– Юҡ, самолет түгел, комбайнды йөрөтә ул. Минең ултырғаным да бар.
– Комбайн менән нимә эшләй ул, утын ҡырҡамы? – һаман этләшәм.
– Һе, шуны ла белмәй, – тип ҡуйҙы малай. – Икмәк бешерә торған ондо йыйып ала ул комбайн менән. Саң борҡотоп...
Уңарса әсә лә килеп сыҡты. ҡыҙҙар ҙа күренде. Апайҙары тиҙ үк малайҙы тотоп, ситкәрәк алып китте, ҡамасаулама, тиеүҙәрелер. Әйҙәгеҙ, тип өйгә саҡырҙы хужабикә. Йорт ҙур. Шәп. Иркен. Дүрт бүлмәле. Йөҙҙән ашыу квадрат метр барҙыр. Күп балалы ғаиләгә бына ошондай йорт кәрәк тә инде.
Хәҙер һеҙҙе фотоға төшөрәбеҙ, тигәс, өй балалар тауышына күмелде. Бәхетле йорт, тип ҡуям эстән, күпме шатлыҡ-ҡыуанысты, күпме сабый моңон, күпме әсә менән ата хәстәрен үҙ эсенә һыйҙырып тора ул.
– Йәштәр өсөн федераль программа буйынса субсидия алдыҡ. ҡайҙа, шул дәүләт ярҙамы булмаһа, бындай йорт тураһында уйларға ла түгел. Шундай оло шатлығыбыҙға һаман ышанып етмәйбеҙ әле. Субсидия аҡсаһына газ да, һыу ҙа үткәрҙек. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килтереп, ҡойолған кәртә лә ҡуйҙырттыҡ. Хәҙер бөтә уңайлыҡ бар инде. Рәхәтләнеп, балаларҙың өҫтөн ҡарап, күңелдәрен аңлап, йәшәргә лә йәшәргә инде. Һаулыҡтары ғына булһын, – тип һөйләй әсә кеше.
Мул булған дәүләт ярҙамы хатта урамдағы өр-яңы еңел машинаға ла еткән. Унһыҙ ҙа булмай. Өлкән ике ҡыҙҙары Бәләбәйҙәге башҡорт гимназияһында уҡый. Уларҙы алып барырға ла яйлы. Унан һуң донъя көтөү мәшәҡәттәренән арынған арала ял сәйәхәттәре лә ойошторорға ниәтләй Моратовтар.
Күктән төшкән бәхеткә генә йылынып ятмай улар. Үҙҙәренең ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыттары ла юҡ. Өс баш һыйыр, быҙау-башмаҡтары, ваҡ мал... Ҙур ғаиләгә майы-һөтө, ите кәрәк. Балалар үҙҙәре лә ҡул араһына инеп бара инде, һәр эште бергәләп, берҙәм генә атҡарып сығып өйрәнгәндәр.
Римде ауылда «композитор» тип йөрөтәләр. Һүҙ ҙә юҡ, күңелендә йыр ҙа тыуып торалыр, тик был затлы ҡушамат уға йыр-моң илендә йәшәгәне өсөн тағылған. Шәп баянсы ла үҙе. Йыр ҙа һуҙып ебәрә, кәрәк икән, һикереп төшөп бейергә лә әҙер. Шунһыҙ булмай, эшең мәҙәниәткә бәйле бит.
Эшең шул, тиһәң дә, беҙ уны баҫыуҙан эҙләп таптыҡ. Йыл да уңыш йыйған осорҙа Рим үҙенең ер кешеһе икәнен иҫенә төшөрә икән. Штурвал артына ултырып, урындағы фермер Рәүеф Сафиндың баҫыуҙарын иңләй ул. Рәүеф игенләтә лә, аҡса менән дә эш хаҡы түләй.
Майлы ҡулдары менән килеп күрешкәс тә, башындағы түбәтәйен сисеп, саңлы битен һөртөп алды Рим.
– Руль тотоп, бармаҡтар ҡатып китмәйме? – тим яңы танышыма.
– Киреһенсә, күңел йырлап йөрөй, – тип йылмая композитор. – Быйыл уңыш булғас эшләүе лә күңелле. Ошо баҫыуҙарҙан, иген менән бергә, үҙемә ҡышҡа етерлек илһам-дәрт алам.
Бүлдерәм тегене:
– ҡышҡа етерлек ашлыҡ алам, тиң.
Үпкәсел түгел егет.
– Ашлығы ла кәрәк. Тик шулай ҙа, ысынлап, ошо комбайнда эшләһәм, бына нисек аңлатайым, күңелгә рәхәт, брат. Эшләге лә килә, йырлағы ла, тигәндәй.
Әрменән ҡайтҡас, комбайнсы булып эшләй ул. Шәп баянсы тигән даны ла бар егеттең. Урындағы етәкселек, клубтың эшен йәнләндерер кеше тапмағас, уға мөрәжәғәт итә. Риза була Рим. Хәҙер «Дуҫлыҡ» тигән инструменталь һәм айырым фольклор ансамблдәре эшләп килә. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, халыҡ һәйбәт ҡабул итә икән сығыштарын. Телевидениеға ла төшөргәндәр.
– Һинең балҡып торған йәш сырайыңа ҡарап, биш бала атаһы тип әйтеүе лә ҡыйын әле, – тиһәм, рәхәтләнеп көлә атай кеше.
– Мин үҙем ҙур ғаиләлә үҫтем, бала тауышынан өй гөрләп тормаһа, моңайып китәм. Бала – дауа бит ул. Шуны күптәр аңламай. Улар арҡаһында, ысынлап, йәшәрәм генә. Балаларҙы, тормошто яратып.
– Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа. Әсә булыу − оло бәхет һәм бер үк ваҡытта оло яуаплылыҡ та, тип иҫәпләйем. Ғүмер биргән һәр баламдың яҙмышы, бәхете, тапҡаны, яулағаны үҙе өсөн генә булмаһын, иленә, халҡына файҙаһы тейһен, тип үҫтерәбеҙ, – тигәйне Айгөл.
Аҡыллы һәм мәғәнәле һүҙҙәр. Ғаиләнең бәхете лә шундалыр!
Мөнир ҡУНАФИН.
Миәкә районы.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
фотолары.