08.11.2011 «Ошо программа киләһе йылдарҙа ла эшләһен ине», –
ти «Социаль туризм» программаһы буйынса ял итеүсе ололар
БР Хөкүмәте раҫлаған «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү» программаһы тормошҡа уңышлы ашырыла. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яңыраҡ бер төркөм ололар Төркиә курорттарында ял итеп ҡайтты. Уларҙың күптәре сит илгә беренсе тапҡыр сәйәхәт ҡылған.
Һаулыҡтарын нығытырға теләүсе ололар һәм инвалидтарҙың, башлыса, республика шифахана, ял йорттарын һайлауы ҡыуаныслы. Был Башҡортостандың эске туризмы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. «Социаль туризм» программаһына ярашлы ял итеүселәр араһында «Йоматау» шифаханаһы бик популяр икән. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты журналистарға ошо учреждениелағы шарттар, ололарҙың кәйефе менән танышырға мөмкинлек бирҙе.
Бөгөнгә «Йоматау» шифаханаһы был программа буйынса 472 кешене ҡабул иткән, шуларҙың 235-е ун көнлөк ял курсын үтеп, өйҙәренә таралышҡан да инде. Улар путевка хаҡының ни бары 30 процентын ғына түләй (был 4760 һум), ҡалған сумманы республика бюджеты ҡаплай. Шифахана директорының дауалау буйынса урынбаҫары Айҙар Әлибаев әйтеүенсә, уларҙың учреждениеһы йыл аҙағына тиклем мең ярым оло кешене ҡабул итергә әҙер.
«Йоматау» шифаханаһы ҡымыҙы, шулай уҡ минераль һыуы менән дан тота. Бынан тыш, ял итеүселәргә бихисап дауалау курсы, массаж һ.б. тәҡдим ителә. Быларҙың барыһы ла тиерлек путевка хаҡына ингән.
Ололар республиканың төрлө мөйөшөнән йыйылған. Яңауыл районынан Әлфиә Ямаева: «Беренсе тапҡыр шифаханала ял итәм. Бында бик оҡшай. Персонал итәғәтле, тәмле итеп ашаталар, кистәр күңелле үтә. Һәр көн төрлө тематик саралар ойошторола, төрлө экскурсиялар ҙа була», – тине. Өфөнән килгән Татьяна Ульянова менән Галина Дмитриева ла шатлыҡтарын йәшермәне. «Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына ғариза яҙып, бер аҙна үтеүгә ҡулға путевканы тоттороп та ҡуйҙылар. Беҙҙе хәстәрләүсе хөкүмәтебеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ», – тине улар. Шифаханаға тормош иптәштәре менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Ғөмүмән, арзан хаҡҡа һаулыҡтарын нығытыу мөмкинлегенә ололар бик шат. «Ошо программа киләһе йылдарҙа ла эшләһен ине. Ғүмер буйы эшләп, шифаханаларҙа бер тапҡыр ҙа булмаған тиңдәштәребеҙ байтаҡ бит», – тине күптәр.
Йыл аҙағына тиклем был программа буйынса өс меңгә яҡын инвалид һәм оло кешене ял иттереү планлаштырылған. Һәр муниципаль берекмәгә путевкаларға квота бүленгән. Шуға күрә, республиканың һәр районында йәшәүсе, алдан ғариза яҙып өлгөргән осраҡта, ял итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Гүзәл БИКМӘТОВА.