RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улар һаҡламаһа, кем ҡурсалар?

22.10.2011 Улар һаҡламаһа, кем ҡурсалар?

1 октябрҙән Рәсәйҙә егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды
Улар һаҡламаһа, кем ҡурсалар?
Донъя тыныс түгел. Һәр бер ил бөгөн үҙенең именлек ҡалҡаны булған армияһын нығытырға, заманса ҡоралландырырға тырыша. НАТО-ны ғына алып ҡарағанда ла, ул Рәсәй тирәләй генә үҙенең күпме хәрби базаһын булдырҙы. 2,5 миллион кешелек ҡытай армияһы совет армияһының иң яҡшы эталондары буйынса ҡоралландырылған, унда туҡтауһыҙ яңы технологиялар индерелә. Быуаттар дауамында үҙенең көслө армияһы, күренекле полководецтары, генералдары менән дан тотҡан Рәсәй армияһы ла шанлы үткәндәр юлынан тайпылмаҫҡа тейештер. Илебеҙ именлегенә ҡарата битарафлыҡ булырға тейеш түгел. Уны беҙҙең егеттәр һаҡламаһа, кем һаҡлар?
Буласаҡ ил һаҡсыларының һаулығы хәрбиҙәрҙе борсоуға һала. Сөнки хәрби-табип комиссияһында тикшереү үткәндәрҙең өстән бер өлөшө хәрби хеҙмәт бурысын үтәүгә яраҡһыҙ йәки сикләүҙәр менән генә яраҡлы. Быйыл хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылышта әрмегә алынған егеттәрҙең 33,5 процентының һаулығында төрлө тайпылыштар булған, шуға улар сәләмәтлеккә юғары талаптар булған хәрби-десант, эске ғәскәр­ҙәргә, Хәрби-диңгеҙ флотына алынмаған. Егеттәрҙә айырыуса һөйәк-быуын (19,8 процент), ҡан тамырҙары системаһы, аш эшкәртеү юлдары (10,6), психик сирҙәр (13,7) өҫтөнлөк итә. Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың яраҡлылыҡ кимәле – 69 − 71 процент. Һәр өсөнсө буласаҡ ил һаҡсыһы хеҙмәт итеүгә сәләмәтлеге яғынан яраҡһыҙ. Тейешенсә туҡланмау һәм кәүҙә ауырлығы етмәү арҡаһында хәрби хеҙмәт йәшендәге егеттәрҙең 40 проценты йыл һайын әрмегә алынмай ҡала. Әлбиттә, был статистика уйландырырлыҡ, йылдан-йыл психик сирлеләрҙең (дебиллек, аҡыл үҫеше буйынса артта ҡалыу, психика яғынан тотороҡһоҙлоҡ) арта барыуы табиптарҙы ғына түгел, йәмғиәтте лә хәүефкә һала. Психик һаулығы тотороҡһоҙ булғандарға, билдәле, ҡоралды, ҡатмарлы техниканы ышанып тапшырып булмай. Физик көсөргәнеш, хәрби дисциплина, казармалағы тормошта билдәле бер тәртипкә буйһоноу ата-әсәһе ҡурсыуынан сит мөхиткә эләккән йәш кеше өсөн үҙенә күрә төрлө яҡлап һынылыш осоро булып тора. 18−19 йәшлек һалдаттар шуға ла был ваҡытта үҙҙәренең ҡылыҡтары өсөн яуап тоторға һәләтле түгел, хата аҙым яһап ҡуйыу­ҙары ла ихтимал. Үҙ-үҙенә ҡул һа­лыу­ға барған һалдаттар араһында үткәрелгән анализ күрһәтеүенсә, уларҙың 25 проценты быға нимә этәргес булғанын аныҡ ҡына атай ҙа алмаған.

Наркомандарға урын юҡ

Казармалағы наркоман, эскесе − иң ҙур бәлә. Шуға хәрби-табип комиссияһы был контингентты ентекле тикшерә, һәм бындай егеттәр хәрби хеҙмәткә алынмай. Уларҙың күптәре − ВИЧ-инфекциялы. Заман афәтенә юлыҡҡандарҙы асыҡлаусы медицина ҡорамалдары һәр ерҙә бар, улар өҫтәмә экспертиза үткәреүҙе талап итмәй.
Бер наркомандың үҙе артынан ун кешене энәгә ултырта алыуы билдәле. Шунлыҡтан насар ғәҙәттәр менән мауығыусыларҙы хәрби хеҙмәткә саҡыртмау иң һәйбәте. Уларҙың урыны дауаханала булырға тейеш. Хәрби табиптарҙы, наркоманиянан бигерәк, егет ҡорона ла инеп бөтмәгән йәштәрҙең хроник эскесе булыуы борсой. Тормошо саҡ башланып ҡына торған йәш кешенең белем алыр, уҡып, һөнәргә эйә булыр урын­ға «йәшел йылан» менән дуҫлашыуы уның ҙур тормошҡа юлын быуа.

Һалдаттарҙың үлеме һағайта

Рәсәй армияһы үҙенең абруйын юғалта барһа ла, тыуған илдең именлеген һаҡлау бурысы егеттәр иңенән бер ҡасан да алынмаясаҡ. Һау-сәләмәт улын әрмегә оҙатып та, уны цинк табутта ҡаршылаған әсәләргә нисек яуап бирергә? ҡораллы Көстәргә иң күп һалдат ебәргән Башҡортостан егеттәре менән хәрби частарҙа күңел­һеҙ хәлдәр йыш булып тора. Һуңғыһы Свердловск өлкәһенең Юғары Пышма ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан частан ҡорал алып ҡасыуҙа ғәйепләнгән Шишмә райо­ны егете Марат Кәбиров менән булғайны. Егет урлап ҡасҡан тигән һигеҙ автомат та икенсе көнөнә үк табылған, ә июндә Мараттың ҡайҙа юғалыуы, нисек һәләк булыуы тик дүрт айҙан һуң ғына билдәле була. Егет үҙ-үҙенә ҡул һалғанмы, әллә уны үлтереп киткәндәрме? Шаһиттар өнһөҙ, ә часть етәкселеге бар ғәйепте хәрби дисциплинаны боҙған (бәлки, мәжбүр иткәндәрҙер) һалдат иңенә өйә. Частағы тәртипте контролдә тоторға тейешле командирҙар нимә ҡараған һуң? Ғөмүмән, армияла булған ғәҙәттән тыш хәлде ябай һалдат иңенә ауҙарыу бөгөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Хәрби полигонда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламау арҡаһында боеприпастар шартлаһа, һалдаттар яуап тота, егеттәр үҙ-үҙенә ҡул һалһа (әллә үлтерелә), хәбәрһеҙ юғалһа, улар ғәйепле. Баш хәрби прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, туғыҙ ай эсендә генә 119 хәрби (51 һалдат, 29 контракт буйынса хеҙмәт итеүсе, 25 прапорщик, 14 офицер) үҙ ғүмерен ҡыйған. Өфө гарнизоны прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл уларға 300 мөрәжәғәт килгән. Тикшергәндән һуң шуларҙың 17-һе буйынса ейәнәт эше ҡуҙғатылған. Хәрби прокурор В. Овчинниковтың һүҙҙәренсә, 18 йыл эсендә дезертирлыҡ буйынса 140 енәйәт эше туҡтатылған. Сөнки егеттәр бөтөнләй табылмаған. Иң күп тәртипһеҙлектәр, «бабайлыҡ» ҡорбандары күрше Ырымбур өлкәһендәге хәрби частарҙа теркәлә.
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһында БР хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы И. Баһауетдинов, «ҡара исемлек»кә индерелгән хәрби частарға Башҡортостан егеттәрен ебәреү туҡтатыласаҡ, тип вәғәҙә итһә лә, көҙгө саҡырылышта ул үтәлмәйәсәк. Ни бары Байкал аръяғы крайының Борза ҡаласығында урынлашҡан хәрби часҡа ғына беҙҙең республиканан егеттәр бармаясаҡ. Сөнки быйыл Башҡортостан егеттәре менән урындағылар араһында конфликт булған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәрби етәкселек, ҡораллы Көстәрҙә «ҡара исемлек» булырға тейеш түгел, ғәйеплеләр язаһын алды һәм, часта тикшереүҙәр үткәрелеп, тәртип урынлаштырылды, тигән фекерҙә. Әлбиттә, тәртип булмаған хәрби частар бар. Тап уларҙа хәрби хеҙмәткә яңы ғына алынған һалдаттар менән күңелһеҙ хәлдәр булып тора. «Дедовщина»ны үҙ башынан үткәргән, әрмелә һалдат һурпаһын татып ҡайтҡан егеттәр фекеренсә, офицер­ҙар ғына казармала тәртипте тота алмай, шуға күрә лә «бабайлыҡ» кәрәк, сөнки ул һалдатты күндәмлеккә, сыҙамлыҡҡа өйрәтә. Был мәктәпте характеры тотороҡһоҙҙар, буйһонорға теләмәүселәр үтә алмай. Хатта ҡайһы берәүҙәр «лучше дедовщина, чем уставщина» тип тә ебәрә. Икенселәр фекеренсә, саманан тыш арттырып ебәрелгән «бабайлыҡ» − ҡанһыҙлыҡ һәм казарма тормошоноң фажиғәһе. Уҡыуҙан һуң буш ваҡытын спорт залдарында, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, үҙен физик яҡтан әҙерләгән, сыныҡтырған егеттәр өсөн хәрби хеҙмәттең ауырлығы юҡ. Ғәҙәттә, тап шундайҙар командование тарафынан маҡтала, званиелар ала, командирҙар итеп ҡуйыла. Әрмеләге фажиғә ҡорбандары − мәктәптә, йәмәғәт тормошонда үҙен күрһәтә алмаған, ғаиләһендә әсә наҙына ғына ҡойоноп үҫкән, ҡаты ҡуллы атай тәрбиәһе күрмәгән егеттәр. Хәрби хеҙмәттә күпме аҫыл егетебеҙ һәләк була, тип күпме генә әсенмәйек, шул йәштәге егеттәрҙең наркотик ҡулланып йәки эсеп, һуғышып, аҫылынып, юл фажиғәләренә тарып үлеү осраҡтары статистикаһына берәйһе күҙ һалғаны бармы икән?

«Әрмегә барғым килмәй»

90-сы йылдарҙа егеттәрҙе әрмегә барыуҙан «ҡыҙыу нөктә»ләр ҡурҡыт­һа, хәҙер киң мәғлүмәт сараларында әрмеләге күңелһеҙ хәлдәрҙе асыҡтан-асыҡ күрһәтеү ҙә уларҙың патриотик тойғоларына кире йоғонто яһай. Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылышта ил буйынса 7271 кешегә повестка тапшырылып та, улар призыв комиссияһына килмәгән. Хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн 150 кеше РФ Енәйәт кодексы буйынса ике йылға иркенән мәхрүм ителгән, 19 мең граждан административ яуап­лылыҡҡа тарттырылған. Хәрби хеҙмәттең бер йылға ҡалдырылыуы, күпселек юғары уҡыу йорттарында хәрби кафедраларҙың бөтөрөлөүе (беҙҙә ул ӨДАТУ-ла ғына бар) буласаҡ ил һаҡсыларының үҙҙәренең ил алдындағы бурысын үтәүгә ҡарашын үҙгәртте. Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, йәштәрҙең 97 проценты хәрби хеҙмәткә ыңғай ҡарай.
Анкета һорауҙарындағы яуаптарға ҡарағанда, яҙғы саҡырылышта егеттәрҙең 62 проценты әрмегә теләк буйынса барған, 35 проценты, хәрби билет алыу өсөн генә кәрәк, тигән фекер белдергән. Билдәле, уҡыу йортон тамамлап, эшкә урынлашыр­ға йөрөгән егетте бер ерҙә лә эшкә алмайҙар. «Аҡ билет»ың бар икән, эш биреүселә шик тыуҙырыуың ихтимал. Шуға ла бөгөн әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтыу − киләсәгеңә лә юл ул.

Бында ла түҙемлектәре етмәй

Рәсәй Конституцияһы граждандың альтернатив хеҙмәткә хоҡуҡтарын гарантиялаһа ла, илебеҙҙә тейешле закон булмауы арҡаһында егеттәр был мөмкинлек менән күп йылдар файҙалана алманы. 2004 йылда, ниһайәт, «Альтернатив хеҙмәт тураһында» Федераль закон ғәмәлгә инеп, дини инаныуҙары буйынса ҡулына ҡорал алырға теләмәгән егеттәр альтернатив хеҙмәткә бара башланы. Рәсәйҙә әлеге мәлдә 870 егет был хеҙмәт төрөн үтә − улар ҡарттар йорттарында, дауаханаларҙа эшләй, хужалыҡ эштәрен башҡара. ҡырыҫ әрме тормошонда ҡайнамаһалар ҙа, өс йылға түҙемлектәре етмәй, эшен ташлап китеүселәр ҙә бар. Аҙ ғына эш хаҡы түләнгән урында, йәшәгән еренән ситтә ниндәй йәш кеше сыҙап торһон инде?

Контрактсы булырға теләһәгеҙ...

Һуңғы ике йылда контракт хеҙмәтенә егеттәр күпләп саҡырылманы, сөнки хәрби ҡаласыҡтар уларҙы үҙҙәренә ҡабул итергә, уларға йәшәү шарттары тыуҙырырға әҙер түгел ине. Демографик көрсөк, әҙерлекле хәрбиҙәрҙең әрмелә етешмәүе контрактсыларҙы күпләп алыуҙы талап итә. Башҡортостандан быйыл 500 егет контракт хеҙмәтенә ебәрелгән, тағы ла 1000 кешене ебәреү күҙаллана.

«Үҙебеҙҙә хеҙмәт иткем килә...»

Башҡортостанда хәрби частар күп түгел. Һуңғыһы ла − Урман ҡасабаһында урынлашҡаны бөтөрөлдө. Закон нигеҙендә өйләнгән, инвалид ата-әсәһе, балалары булғандарҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу рөхсәт ителһә лә, был мөмкин түгел. Быйылғы хәрби хеҙмәткә саҡырылышта был категорияға ҡараған 40 кешене генә республикала ҡалдырыу мөмкин буласаҡ, ҡалғандар көтәсәк.

Хәрби хеҙмәткә ҡарата ниндәй генә ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараш булмаһын, илебеҙҙең именлеген һаҡлау һеҙҙең иңегеҙҙә икәнлеген онотмағыҙ, егеттәр!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”