RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар

15.10.2011 Ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар

Ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар
13 октябрҙә «Аҡбуҙат» ипподромы күргәҙмәләр комплексында «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыл­ды. Уны өфөләргә һәм ситтән кил­гән ҡунаҡтарға республикабыҙ­ҙағы туризм һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре менән таныштырыу, Баш­ҡортостан халҡын ғына түгел, ә ошо форумға алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән вәкилдәре аша Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Дзер­жинск, Ворсма (Нижегородка өлкәһе), Краснодар, Магнитогорск, Анапала йәшәүселәрҙе лә ылыҡтырыу маҡсатында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмәләр үҙәге ойошторҙо.
Ә туризм мөмкинлектәренең шул тиклем дә ҙур икәнлеген ошо күргәҙмәгә килгән кеше үҙ күҙҙәре менән күреп инанғандыр. Һәр хәлдә, унда ҡатнашыусылар менән аралашып, реклама проспекттарын, буклеттарын, визиткаларын, хатта гәзиттәрен ҡулдарыбыҙға төшөрөп, киләһе йыл отпускыһын бер ҙә Төркиәлә йәки Мысырҙа түгел, ә үҙебеҙҙең Учалы йәки Бөрйән, Ишембай йәки Дәүләкән, Баймаҡ йәки Мишкә райондарындағы спорт һәм ял итеү базаларында, профилакторий һәм санаторийҙарҙа үткәреү, туристик маршруттар буйлап йөрөү теләге менән яндыҡ. Хәйер, ял итеү ваҡыты итеп йәйҙе генә һайлау дөрөҫ булмаҫ, ҡышын да бына тигән итеп ял итеү форсаты киң икән дә баһа беҙҙә. Тау саңғыһы комплекстары ғына ла үҙҙәре ни тора! Өҫтәүенә, бөтә ғаилә менән дә ял итергә мөмкин.
Күргәҙмәнең тематикаһы ла бай ғына ине. Үҙебеҙҙә етештерелгән дебет шәл, ҡорт балынан эшләнгән продукция, ҡул эштәре оҫталарының әйберҙәре (төрлө таштарҙан эшләнгән биҙәүестәр, бәйләнгән, сигелгән, ҡиммәтле тиренән тегелгән әйбер­ҙәр), сәләмәтләндереү саралары, һунар итеү, балыҡ тотоу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн кәрәк-яраҡ урынлаштырылған экспозициялар үҙ янына бик күптәрҙе йыйҙы. Ир-егеттәр, әлбиттә, күберәк һунар итеү, балыҡ тотоу ҡорамалдары янында туҡталһа, нәфис заттарҙың иһә, һәр ваҡыттағыса, һәр төрлө ялтыр-йолтор­ға иҫе китте. Әйткәндәй, республикаға күптән үҙ эштәре − ҡиммәтле тиренән, күндән тегелгән һәм сигелгән милли өҫ, баш, аяҡ кейемдәре, билбау, түбәтәй, сумкалары менән танылған оҫта − Роза апай Юлдашбаева, дебеттән шул тиклем дә матур һәм нәзәкәтле итеп бәйләгән палантиндары менән әллә ҡасан уҡ бөтә Өфө сибәркәйҙәренең күңелен арбаған Алһыу Әбсәләмова, ҡатын-ҡыҙҙар сәсе өсөн аксессуар­ҙар, броштар, туй биҙәүестәре һәм башҡаларҙы үҙ ҡулдары менән эшләүсе «Косые бейки group» оҫталары киләһе һандарыбыҙҙа гәзитебеҙҙең ысын геройҙарына әйләнәсәк тип вәғәҙәләйбеҙ.
Төбәк-ара форумдың программаһы бай ғына булып сыҡты: туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр семинарҙарҙа, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алды, төрлө тәҡдимдәрҙе тыңланы.
Әйткәндәй, үткән аҙнала ғына Көньяҡ Урал райондары ла туризм һәм эшҡыуарлыҡ юҫығында ойошторолған сарала үҙҙәренең кемлеген күрһәтте. Бигерәк тә «Шүлгәнташ» (Бөрйән районы), «Форт Яманташ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Йылайыр районы) һәм Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалының SIFE командаһы туризм бу­йынса бизнеста ниндәй ҡаҙаныштар­ға өлгәшеп булыуын үҙ тәжрибәһендә раҫланы, һөҙөмтәлә улар иң яҡшы туристик проекттар тип танылды. Мәскәүҙән, Ырымбурҙан, Магни­то­горскиҙан, Ираҡтан, Венгриянан килгән ҡунаҡтар үҙ «янсыҡтарын» нәҡ уларҙың эшмәкәрлек тәжрибәһе, тәҡдимдәре менән тултырһа, Си­байҙа һәм Көньяҡ Урал райондарында эшләнгән сувенирҙар үҙҙәренең милли колориты, сағыулығы, матурлығы менән уларҙың һушын алды. Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы әҙерләп күрһәткән «Туристик Сибай» тигән документаль фильм иһә мәртәбәле ҡунаҡтарҙың матур тәьҫораттарын тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”