RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Туризм тармағы тәүәккәлдәрҙе көтә

15.10.2011 Туризм тармағы тәүәккәлдәрҙе көтә

Туризм тармағы тәүәккәлдәрҙе көтә
"Башҡортостан туриндустрия союзы" коммерция булмаған ойошмаһы туристик хеҙмәттәр баҙарын көйләү, төбәктең туристик мөмкинлектәрен алға этәреү, Башҡортостан өсөн дөйөм туристик бренд булдырыу маҡсатында бынан ике йыл элек төҙөлә. Күҙаллауҙар буйынса Башҡортостан туриндустрия союзына 500-ҙән ашыу турбизнес ойошмаһы, ҡунаҡхана хужалығы, санатор-курорт комплекстары, шулай уҡ транспорт, страховкалау компаниялары, туризм үҫешен даими яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары инергә тейеш ине.
Башҡортостан тарихы һәм иҡтисады өсөн өр-яңы аҙым булып торған туризм тармағы, йылдам темптар менән булмаһа ла, бер аҙ үҫеш алды һәм бөгөн был турала бер аҙ ауыҙ тултырыбыраҡ һөйләргә лә мөмкиндер.
Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Сәғит улы КҮСКИЛДИН менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Республикабыҙҙа һуңғы арала туризм өлкәһендә атҡарылған эштәр Башҡортостан туризмын иҡтисади юҫыҡҡа көйләүгә йүнәлеш алыныуын дәлилләй. Ә туризмды эшҡыуарлыҡ менән бәйләү, ғөмүмән, уның социаль йүнәлешле булыуы урындағы халыҡ өсөн үтә лә мөһим икәнлеген һөйләй…
– Эйе, был өлкәлә эштәр бара тип ҡыйыу әйтергә мөмкин. Бигерәк тә дәүләт кимәлендә бойомға ашырылған эштәрҙең мөһимлеге көн кеүек асыҡ. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ һәм туризмды берләштергән комитет булдырылды, бының буйынса яҡшы проекттар барлыҡҡа килде. Туризмды үҫтереү концепцияһы әҙер – хөкүмәт кимәлендә программа әҙерләнә. Туристик объекттар реестры төҙөлә, классификациялау һәм стандартлаштырыу мәсьәләләре өйрәнелә. Социаль туризм эшләй башланы. Республиканың 3000 пенсионеры – Рәсәй, сит илдәр буйлап, 200-ө Башҡортостанда сәйәхәт итеүгә путевкалы булды – 15 октябрҙән улар сәфәргә сығасаҡ. Путевка хаҡының 70 процентын хөкүмәт түләһә, 30 процентын үҙҙәре түләйәсәк.
– Яңыраҡ Көньяҡ Урал зонаһы райондары өсөн Сибайҙа ҙур ғына форум үтеүе, унда матур проекттар­ҙың, тәҡдимдәрҙең булыуы был зонала туризмды үҫтереү мөмкинлектәренең, ысынлап та, ҙур икәнлеген күрһәтте…
– Башҡортостанда, ниһайәт, туризмды иҡтисади юҫыҡҡа көйләү тигәнде дөрөҫ аңлай башланылар. Ысынлап та, уның урындарҙа өҫтәмә эш урындары булдырыусы, республика бюджетына ғына түгел, ә халыҡтың үҙенә килем килтереүсе тармаҡ булыуын күптәр төшөндө. Бәлки, киләсәктә беҙҙә лә нәҡ туризм, сәнәғәттең нефть эшкәртеү һәм химия тармаҡтары кеүек үк, республика бюджетының килем өлөшөн төп тулыландырыусыға әйләнер. Сөнки шул тиклем тәбиғи (13 меңдән ашыу йылға, 800-ҙән ашыу күл, 300-гә яҡын мәмерйә, уникаль тау­ҙар), шулай ук интеллектуаль байлыҡҡа эйә булып, Урта Азия, Себер тарафтарына автомобиль юлдары булыуы йәһәтенән үтә лә уңайлы ерҙә урынлашыуыбыҙҙы, һауа юлдарыбыҙҙы күҙ алдында тотһаҡ, республикаға ситтән күп кешене йәлеп итеү мөмкинлеген файҙаланмаһаҡ, бик тә яҙыҡ булыр. Сибайҙа үткән сарала ҡатнашыусыларҙың нәҡ бына ошоно аңлауы күренде. Унда тиҫтәләгән проектты ҡараныҡ. Бигерәк тә Башҡорт дәүләт аграр университетының, Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалдары вәкилдәре аграр туризмды үҫтереү буйынса һәйбәт сығыш яһаны. Бөтә район вәкилдәре лә был сараға бик әүҙем ҡушылды һәм килешеүҙәр төҙөнө. Ираҡ, Венгрия, Магнитогорскиҙан килгән ҡунаҡтар яғынан ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр булды. ҡыҫҡаһы, Көньяҡ Урал төбәге йүнселдәре үҙҙәрен һәм был яҡтың туристик потенциалын тулыһынса күрһәтеүгә өлгәште.
– Урал төбәгендә матур тәбиғәт мөйөштәре күп инде ул. Шулай ҙа Рәсәй, сит ил туристарының иғтибарын йәлеп итерҙәй урындар билдәләнгәнме?
– Беләһегеҙме, һәр районда ла иғтибарға лайыҡ урындарҙың күплеге хайран ҡалдырырлыҡ. Әйтәйек, Учалы районында Ирәмәл, Әүешкүл, Ахун менгирҙары, Алтынтау – үҙҙәре бер тур тәшкил итә. Әбйәлил районында тау саңғыһы үҙәктәресе һуң! Баймаҡ районындағы тарихи Темәс ҡалаһы үҙе бер мөғжизә! Ә Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере, Ирәндек тауы, Талҡаҫ һәм Граф күлдәре, Йылайыр районында Яманташ форды, Бәйғәмбәр ташы, Шәйехзада Бабичтың ҡәбере һәм башҡалар – һанап бөтөрлөк түгел.
– Ауыл ерендә йәшәгән халыҡҡа уңышлы бойомға ашырылған ҡыҙыҡ проекттар тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Бөрйән районынан Миңзәлә Хатипованың «Башҡорт иле» йәйләүе үҙен танытып та өлгөрҙө инде. Уңайлыҡтары булған бүлмәләре бар – бер юлы утыҙлап кешене ҡабул итә ала ул. Туристар интернет менән файҙалана, экологик таҙа ауыл ризығы менән туҡлана.
Урал Хәбибуллиндың «Капово­тур»ы инде 20 йыл самаһы эшләп килә. Уны быйыл «Иң яҡшы эшҡыуар» номинацияһына тәҡдим иттек. Йәйен Ағиҙел буйлап һалда йөҙөү, йәйен-ҡышын атта һыбай йөрөү ҡаралған.
Бөрйән, Әбйәлил, Ишембай, Шишмә райондарында ла ҡәҙимге генә эш башлап тороусылар бар. Нөгөш буйында, Мораҙым биләмәһендә киләсәккә төбәп алып барылған төҙөлөш эштәренең һөҙөмтәһе алдағы йылдарҙа үҙен белдерер тип ышанам.
– Беҙҙең халыҡ өсөн туризм, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә үҙләштерелһә лә, әле үҙләштерәһе өлкә булып ҡала. Ғаиләңде аҫрарҙай аҡса табыу, килем алыу, ситтән килгән туристарға үҙ хеҙмәтеңде, үҙең етештергән ризыҡты, сувенирҙарҙы һатыу кеүек мәсьәләләргә яңы саҡ өйрәнеп киләбеҙ. Был йәһәттән һеҙ ҙә ярҙам итергә тырышаһығыҙ – уҡыу­ҙар, семинарҙар ойошторола. Урын­дарға сығып, кешеләр менән осрашып, ойоштороу эштәрен яйға һалыуҙа ла өлөшөгөҙ ҙур. Күр­гәндәрҙән, ишеткәндәрҙән сығып, ауыл халҡына туризмды үҫтереү буйынса ниндәйерәк кәңәш бирер инегеҙ?
– Кешеләрҙә таныш булмаған эште башлап ебәреүгә тәүәккәллек етмәй. Туристик база асыр өсөн ер алырға кәрәк. Һатыпмы, йә булмаһа, ҡуртымғамы. Тейешле документтар­ҙы юллауға, әлбиттә, күп ваҡыт та, аҡса ла талап ителә – бына ошонан ҡурҡырға ярамай. Юғиһә, йоҡлап ятһаҡ, ситтән килгәндәр был эшкә тотонасаҡ, сөнки улар туризмдың киләсәктә отошло шөғөл булыуын яҡшы аңлай. Халыҡ шуны аңлаһын ине: туризмға эшҡыуарлыҡ итеп ҡарап, үҙең етештергән һөт-ҡаймаҡты, өйҙә бешерелгән икмәгеңде, талҡаныңды, ҡымыҙыңды һатыуҙың, мунсаңда йыуындырып сығарыуҙың бер ҙә ояты юҡ. Ә юл буйында бөтә уңайлыҡтары булған сервис хеҙмәтенән ниндәй юлсы һәм турист баш тартыр ине икән?
Республикала этнопарк төҙөү буйынса проекттар уйланыла, һәм бына шуларҙы бойомға ашырырҙай, заманса уйлай-фекерләй һәм ҡарар­ҙар ҡабул итә белгән, яңы эшкә тәүәккәллек иткән кешеләр кәрәк тә инде беҙгә. Был йәһәттән бигерәк тә йәштәргә өмөт ҙур. Теләгегеҙ булһа, һорашығыҙ, белешегеҙ, өйрәнегеҙ, кәңәшләшегеҙ, инициатива күрһәтегеҙ. Ваҡыт көтмәй, егеттәр-ҡыҙҙар!










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”