RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Президент – гәзиттә ҡунаҡта

11.10.2011 Президент – гәзиттә ҡунаҡта

Президент – гәзиттә ҡунаҡта
8 октябрҙә Матбуғат йортона һәм «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһына БР Президенты Рөс­тәм Хәмитов килде. Республика баш­лығының гәзиткә ҡунаҡҡа ки­леүенең сәбәбе − иң оло баҫмаларҙың береһе тәүге һандарының сығыуының 105 йыллығын билдәләй.
Матбуғат йортонда республика етәксеһе баҫманы нәшер итеүҙең тулы циклы менән танышты − типографиялағы ҡорамалдарҙы ҡарап, гәзит һәм журнал цехтарында булды. Һуңынан редакцияның ижа­ди коллективы менән осрашты. Бөгөн «Республика Башкортостан» − 20 мең уҡыусыһы булған төбәк кимәлендәге иң ҙур гәзит. Ике меңләп кеше уны интернеттағы сайтынан уҡый.
− «Советская Башкирия» гәзитен 1965 йылдан алып беләм. Ул ваҡытта миңә 10 − 11 йәштәр самаһы, беҙ Красноярскиҙа тора инек. Үҙенең республикаһының патриоты булған атайым уны яҙҙырып уҡыны. Атайға эйәреп, мин дә гәзиткә күҙ һала торғайным. Был гәзиттән тыш, «Кызыл таң», «Совет Башҡортос­таны»н да алдырҙыҡ. Ошо өс гәзит мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. Мәскәүҙә уҡығанымда киоскынан ала торғайным, − тип хәтирәләре менән бүлеште Рөстәм Зәки улы. − Әлегә үҙемә килгән бөтөн баҫ­малар­ҙы ла уҡырға ваҡытым юҡ. Тәүҙәрәк барыһы менән дә танышып сыға инем, һуңынан эшләйһе эштәргә ваҡыт самалыраҡ ҡалыуын аңланым. Миңә дайджест әҙерләп бирәләр, республика һәм федераль баҫмаларҙан Башҡортостан тураһындағы мәғлүмәттәрҙе интернеттан уҡыйым. Һеҙҙең гәзит дәүләт позицияһын яҡлай, дөрөҫлөктө яҙған, намыҫлы баҫмаларҙың береһе. Гәзитегеҙ йөкмәткеле.
− Беҙ ете йыл инде хужалыҡ иҫә­бе шарттарында йәшәй­беҙ. Үҙе­беҙгә-үҙебеҙ аҡса табабыҙ. Бар нәмә беҙҙең гәзитте алдырып уҡыу­сыларҙан тора. Сер түгел, подписканан ғына 50 процент килем алабыҙ, − тип гәзиттең эше менән та­ныштырҙы баш мөхәррир Татьяна Сырвачева. Табындағы осрашыуҙа журналистар Прези­дентҡа үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, коллектив осрашыу иҫтәлеге итеп ҡунаҡҡа республика тормошо менән редакцияның көндәлек эше сағылдырылған фотоальбом бүләк итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”