RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ уларға оҡшарға тырышабыҙ

08.10.2011 Беҙ уларға оҡшарға тырышабыҙ

Беҙ уларға оҡшарға тырышабыҙ
Өлгөлө, татыу ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышаныслы терәге булып тора. Уларҙың күплегенә шөкөр итергә генә кәрәк. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан бергә тормош ҡороу­ҙарына 50 йыл тулыуын билдәләүсе Мәрғүбә һәм Мөхтәр Са­фиуллиндар – тап шундай матур парҙарҙың береһе.
Ир кешенең иң төп бурыстары йорт һалыу, ағас ултыртыу һәм балалар тәрбиәләп үҫтереү булһа, атайыбыҙ был йәһәттән һынатманы. Бынан теп-теүәл ярты быуат элек әсәйебеҙ менән гөрләтеп ғаилә ҡороп ебәрһәләр, бөгөн улар дүрт ул менән өс ҡыҙға, кейәү-килендәренә, тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәренә өлгөлө атай-әсәй, ҡәҙерле ҡайны-ҡәйнә һәм яратҡан ҡартатай менән өләсәй. Беҙ тыуған нигеҙгә эҙ һыуытмай, әленән-әле атай йортона ҡунаҡҡа ҡайтып торабыҙ. Бөтәбеҙ бергә йыйылғанда хатта өйгә лә һыймай киткән саҡтар булғылай. Тик шулай ҙа атай-әсәй ҡосағы барыбыҙ өсөн дә иркен. Бында күмәгебеҙҙең бер бөтөн булып шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашыуыбыҙ, ҙур эштәрҙе бергәләп башҡарыуыбыҙ, төрлө һорау­ҙарҙы дөйөм хәл итеүебеҙ – быларҙың береһе лә ата-әсәйебеҙ иғтибарынан ситтә тороп ҡалмай. Үҙебеҙ күптән үҙ аллы булһаҡ та, ололарҙың аҡыллы кәңәштәренә, ихлас ярҙамына һәр саҡ мохтажбыҙ.
Атай-әсәйебеҙ бар булмышын һәм көсөн туған колхозын күтәреүгә арнаны. Игенселектә һәм малсылыҡта таң һарыһынан ҡара кискә тиклем тир түгеүҙәре тураһында китап яҙырлыҡ. «Етенсе класты тамамлар-тамамламаҫтан эшкә егелдек, – тип хәтерләй улар, – ситкә сығып китеү юҡ, справка бирмәйҙәр. Тыуған ергә мөхәббәт тә көслө булғандыр». Атайыбыҙ күрше ауылда мәктәпте тамамлағандан һуң Самарскиҙа механизаторҙар әҙерләү курсында уҡый. Ква­лификация алып сыҡҡас, колхозға ҡайта һәм төрлө маркалы трактор­ҙарҙы, комбайндарҙы йөрөтә. Аҙаҡ һөтсөлөк фермаһында мал ҡараусы була. Әсәйебеҙ иһә оҙаҡ йылдар фермала һауынсы булып эшләй. Ул шулай уҡ йыл һайын хужалыҡтың район кимәлендәге һарыҡ ҡырҡыусылар ярышында әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулай. Уларҙың тырыш хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан лайыҡлы баһаланды. Был турала ҡәҙерлеләребеҙҙең әллә күпме Маҡтау грамотаһы, ҡиммәтле бүләктәре, орден-миҙалдары һөйләй.
Өйләнешкәс, йәш пар, ғәҙәттәгесә, бер ни тиклем ваҡыт ата-әсәһе йортонда тора. Береһенән-береһе вағыраҡ балаларҙы әбей-бабай ҡарамағында ҡалдырып, иртә таңдан эшкә йүгереүҙәр, кис менән генә арманһыҙ булып ҡайтыуҙар, йортта көтөп тороусы көндәлек мәшәҡәттәр, ҡыҫҡаһы, йәш ғаилә өсөн һынауҙар етерлек. «Колхоз алдынғылар рәтендә торғас, заманына күрә талаптар ҙа ҡәтғи ине, – тип хәтерләй атайыбыҙ, – таң һарыһында сығып китәһең, төн ҡараһында ҡайтаһың, һеҙ әүен баҙарында булып, беҙҙе күрмәй ҙә ҡалаһығыҙ». «ҡайным менән ҡәйнәмә әле булһа рәхмәттәр уҡыйым, – ти әсәйебеҙ, – ниндәй генә хәлдә лә беҙ уларҙан балаларға ҡағылышлы зарланыу һүҙҙәрен бер тапҡыр ҙа ишетмәнек. Шул тиклем күндәм булдылар. Айырым йорт һалып сыҡҡас та һеҙ, балалар, үҙебеҙгә ҡайтабыҙ, тип, ҡартатай-ҡартәсәйегеҙ янына талпыныр, мәктәптән сығыу менән туп-тура шунда барып, бында ҡайтмай йөҙәттегеҙ».
Беҙ, күптән инде үҫеп, буй ет­кер­ҙек. Урта һәм юғары белем алып, төрлөбөҙ төрлө урындарҙа эшләһәк тә, атай-әсәйебеҙҙең матур тәрбиәһе, изге фатихалары йөрөтә. ҡайҙарҙа булып, кемдәр менән генә аралашмайыҡ, беҙҙе ата-әсәйебеҙгә оҡшатыуҙарын күреп, күңелебеҙ һөйөнә. ҡәҙерлеләребеҙ өлгөһөндә булыу – үҙе бер ғорурлыҡ.
Инде оло йәштә булһалар ҙа, ата-әсәйебеҙ һаман да башҡалар менән бер рәттән тырышып донъя көтә. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Баҡса­сылыҡҡа ла маһирҙар. Йортобоҙ тирәһен улар үҫтергән әллә күпме ағас-ҡыуаҡ, бихисап йәшелсә түтәле, күҙҙең яуын алырлыҡ мең төрлө сәскә биҙәй. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәренән үҙҙәренә күрә бер йәм табып йәшәй улар. Аҙға ғына бушаған саҡтарында (ә был бик һирәк булыусан), матбуғат саралары аша һуңғы яңылыҡтарҙы белешеп, заманына ярашлы мобиль элемтәгә инеп, ситтәге балалары, туғандары менән аралашып та өлгөрәләр.
Татыу ғаилә – ил терәге. Ошондай өлгөлө тормош ҡорған атай-әсәйебеҙгә ҡарап, сикһеҙ ғорурланабыҙ, үҙебеҙ ҙә уларға оҡшарға тырышабыҙ. ҡәҙерле­ләребеҙҙе алтын туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, тик бәхет-шатлыҡтар яуыуын, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ-именлек юлдаш булыуын теләйбеҙ һәм улар алдында ысын күңелдән баш эйәбеҙ.

И. САФИУЛЛИН.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”