RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маҡсаттар йыһанға олғаштырһын!

01.10.2011 Маҡсаттар йыһанға олғаштырһын!

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика фе­дерацияһы президенты Владимир Коваленок етәкселегендәге делегацияның Башҡортостанға эш сәфәре тамамланды.
Мәскәү ҡунаҡтары Өфөлә әллә күпме сарала ҡатнашып, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр менән әһәмиәтле осрашыуҙар уҙғарҙы. Йыһан һәм уның менән бәйле бөтә нәмә лә кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йыһан карабындағы йәшәү шарттары, уларҙың нисек эшләнеүе, иң матур планеталар, Ер шарының йыһандан нисек күренеүе хаҡында кемдең генә белгеһе килмәһен инде?!
Рәсми делегация республикабыҙ етәкселеге менән осрашҡандан һуң мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә булды, инновацион йүнәлештәге белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр менән осрашты. Бөтә донъяны таң ҡалдырған тәүге йыһангир Юрий Гагариндың яҡты иҫтәлегенә арнап ойошторолған балалар ижады һәм фәнни-белем биреү проекттары фестивале лә ҡунаҡтар ҡатнашлығында асылды.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге «Мәрхәмәт» хәйриә һәм белем биреү фонды башланғысы менән яңыраҡ ҡына асылды. Йыһангирҙар менән осрашҡанда балаларҙың күҙҙәрендәге ҡыҙыҡһыныу, һоҡланыуҙың сиге юҡ ине. Улар кемуҙарҙан һорауҙар биреп, билдәле кешеләрҙән автографтар алып, кәңәштәрен тыңлап ҡыуанды. Талантлы балалар үҙҙәре лә бүләк бирмәй ҡалманы − Рәсәй Космонавтика федерацияһы президентына, башҡа ҡунаҡтарға һүрәттәр һәм ҡул эштәрен тапшырҙы.
Рәсми делегация «Минең йыһан донъя­һы» тип аталған халыҡ-ара ижади эштәр конкурсының ойоштороу комитеты ултырышында ла ҡатнашты. Космонавтар ҡатнашлығындағы был сара Өфө дәүләт авиация техник университетында үтте. Конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, йыһан темаһы балаларҙа илһөйәрлек, гражданлыҡ тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Шуға ла Владимир Коваленоктың балаларҙы тәрбиәләү эштәрендә ҡатнашырға теләк белдереүе бик мәртәбәле.
Был конкурста еңеүсе балалар Рәсәй космонавтикаһы үҫешендә айырым урын биләүсе Мәскәү, Королев һәм Звездный ҡалаларына сәйәхәткә юлланды.
Шулай уҡ космонавтар һәм башҡа ҡунаҡтар баш ҡалабыҙҙағы 9-сы гимназияла ла булды. Әлбиттә, йыһангирҙарҙы был уҡыу учреждениеһы юҡҡа ғына саҡырмаған. Тап ошо белем усағында уҡыусылар республика, ил кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа йыш ҡатнаша һәм еңә. Шулай уҡ 93-сө гимназия ЮНЕСКО-ның ассоциациялан­ған мәктәбе исемен йөрөтә. Ошо мәктәптә уҡыусылар араһында «Байконур» космодромына сәйәхәт менән бүләкләнгән, «Минең йыһан донъяһы» конкурсында еңеүселәр бар.
Уҡыусылар ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, хәрби фәндәр докторы, профессор, авиация генерал-полковнигы Владимир Коваленоктан гимназияларына уның исемен бирергә рөхсәт һораны. Әйтеп үтергә кәрәк бындай көтөлмәгән тәҡдим йыһангирҙы таң ҡалдырҙы һәм ул беҙҙең уҡыусыларҙың өмөтөн, ышанысын аҡлау өсөн ризалығын бирҙе.
Шулай уҡ йыһангирҙар, делегацияның башҡа ағзалары «Салауат Юлаев» хоккей командаһының уйынсылары, етәкселәре, фан-секторы вәкилдәре менән дә осрашты.
Йыһанға осоусыларҙың башҡорт балын яратыуы күптән билдәле. Шуға ла делегацияның «Башҡорт балы» төбәк фәнни-производство үҙәгенә барып, уның эше менән танышып китеүе тәбиғи күренеш булды. Космонавтар башҡорт балын тағы ла бер тапҡыр тәмләп ҡарап, уның файҙаһы хаҡында тулы мәғлүмәт алды һәм артабан да был татлы аҙыҡты йыһанға алып йөрөргә тигән ҡарарға килде.
XXI халыҡ-ара Аксаков байрамында ла булды ҡунаҡтар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолған ҙур тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Бөгөн ҡунаҡтар Мәскәү ҡалаһына ҡайтып китте. Әммә бындай матур осрашыу­ҙар артабан да ойоштороласаҡ. Ба­лаларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, ижади яҡтан үҫтереү өсөн йыһан темаһы әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы. Бер ваҡытта ла сере асылып бөтмәҫлек йыһанды өйрәнеү, белеү киләсәктә лә бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”