24.09.2011 Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды
Өфөнөң «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда БР буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға 92 йыл тулыуға ҡарата Өфө гарнизоны полицияһының традицион парады уҙғарылды. Майҙан буйлап хәрби оркестр көйө оҙатыуы аҫтында тантаналы марш менән патруль-пост хеҙмәте, ОМОН, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, ЭЭМ-дың профессиональ әҙерлек үҙәге, 6795-се хәрби частың эске ғәскәрҙәре хәрбиҙәре, кинолог-полицейскийҙар, полиция кавалерияһы, Өфө мәктәптәренең профилле полиция синыфында белем алыусылар үтте. Парадта Башҡортостан полицияһының техник яҡтан әҙерлеген күрһәткән махсус бронетехника һәм авиатехника ла ҡатнашты.
Почетлы ҡунаҡтарҙан РФ эске эштәр министры, армия генералы Рәшит Нурғәлиевтың, БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың, республиканың күп көс структуралары вәкилдәре килеүе тантананың мәртәбәһен тағы ла арттырып ебәрҙе. Рәшит Нурғәлиев ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлектәре өсөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә ведомство наградаларын тапшырҙы. «Хеҙмәттәге фиҙакәрлек өсөн» миҙалы менән полиция полковнигы Александр Симонов, «Хәрби берҙәмлек өсөн» миҙалы менән полиция майоры Илгизәр Шәрәфетдинов, полиция прапорщигы Алексей Петухов, «Идаралыҡ эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән полиция полковнигы Айрат Исмаев бүләкләнде. БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡулынан бер төркөм полиция хеҙмәткәре Маҡтау ҡағыҙҙары алды. «Етди хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге алып барылғанға күрә республикала ҡаты оператив контроль тәьмин ителгән, енәйәтселек кимәле, Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, түбән. Был – һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ», – тине ул, полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. Эске эштәр министрлығы үткәргән сараларҙа үҙҙәренең уяулығы һәм иғтибарлы булыуы менән полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткән граждандарҙы тәбрикләү, уларға юғалтҡан әйберҙәрен тапшырыу матур йолаға әүерелгән. Сираттағы сарала БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдин Екатеринбургтан былтыр ҡыуып алып кителгән «Тойота – Камри» автомашинаһын хужаһына тапшырҙы. Кирилл Фарфоновтың автомашинаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре таба, енәйәти эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре уның криминаль тарихын асыҡлай.
Һуңынан парад ҡунаҡтары Конгресс-холл бинаһына «ҡалҡан һәм ҡаурый ҡәләм» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләргә юлланды. Быйыл конкурсҡа 1064 ижади эш тәҡдим ителгән. Жюри уларҙың эшен 10 номинация буйынса баһалаған. ҡәләм оҫталарына иҫтәлекле статуэткалар һәм дипломдарҙы РФ эске эштәр министры Р. Нурғәлиев менән БР Президенты Р. Хәмитов тапшырҙы.
«Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының иң яҡшы мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте» номинацияһында ун төбәктең матбуғат хеҙмәте иң яҡшылары тип баһаланды. Татарстан, Волгоград, Калуга, Кемерово, Төмән өлкәләре, Краснодар крайының Эске эштәр министрлыҡтары менән бергә, майор Максим Родионов етәкләгән БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге коллективы ла лауреат исеменә лайыҡ булды. «02 биләмәһе» номинацияһы еңеүселәре исемлегендә «Криминаль спектр» тапшырыуы ла бар. «Российская газета»ның Өфө буйынса төбәк сығарылышы мөхәррире Т. Майорова, Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Салауат Ғарипов та «ҡалҡан һәм ҡаурый ҡәләм»дең лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе Башҡортостандың сәнғәт оҫталары тәбрикләне.
З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотолары.