04.09.2010 «Һәр үҙгәреш тик файҙаға ғына»
Тормош бер урында ғына тормай. Уны даими һынландырған телевидение ла үҫергә, үҙгәрештәр кисерергә, камиллашырға тейеш. Тик халыҡ араһында, башҡортса тапшырыуҙар ҡыҫҡартыла икән, тигән имеш-мимеш таралғас, телекомпания етәкселәренә туранан-тура мөрәжәғәт итергә булдыҡ.
Башҡортостан юлдаш телеканалының баш мөхәррире Эльвира Айытҡолова гәзит уҡыусыларҙың ҡайһы бер һорауҙарына яуап бирҙе.
– БСТ тамашасыларын ниндәй яңылыҡтар көтә?
– Беҙҙең алға бик ҙур һәм амбициоз бурыс ҡуйылды: БСТ-ны үҙебеҙҙең төбәктә генә түгел, ә бөтә Рәсәйҙә иң яҡшы телеканалға әүерелдереү. Юлдаш телевидениеһы республикала ғына түгел, ә бөтә илдә, хатта унан ситтә лә йәшәгән һәр кеше эфир аша күрә һәм баһалай алырлыҡ телепродуктҡа әйләнгәнлектән, беҙ иң яҡшы донъя стандарттарына йүнәлеш алырға мәжбүрбеҙ. Эфир сиктәре менән республика сиктәре – икеһе ике төрлө төшөнсә. Фәнни технологиялар, интернет арҡаһында Ер шарының бөтә нөктәһендә лә онлайн-тапшырыуҙар ҡарай алалар. Беҙҙең команда үҙ эшмәкәрлеген иң тәүҙә «Яңылыҡтар» программаһын яңыртыуҙан башланы.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙ, ниңә был тапшырыуҙы был сәғәткә күсергәндәр ҙә, ниңә теге тапшырыуҙарҙы бөтөргәндәр, тип шылтыратып беҙҙән һорайҙар...
– ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барыһын да көйләп булмай бит, шуға күрә беҙ әле һынауҙар өҫтөндә. Ғөмүмән, телевидение ул ваҡыт арауыҡтарынан, йәғни иртәнге, көндөҙгө һәм киске тапшырыуҙар блогынан тора. Һәр тапшырыу авторының эфирға, әйтәйек, кис, бөтә тамашасылар ҙа өйҙә булған саҡта, сыҡҡыһы килә. Беҙҙең бурыс – теге йәки был тапшырыуҙың ваҡыт арауығын алмаштырып, уның ниндәй һөҙөмтәгә килтереүен һынап ҡарау.
Дүшәмбенән башлап яңыртылған «Сәләм» тапшырыуы сығасаҡ. Был йәһәттән уйлау, әҙерләнеү өсөн бер аҙна ваҡыт бирелгәйне. «Сәләм»гә быйыл 15 йыл тула. Ошо юбилей алдынан уны әҙерәк үҙгәртергә булдыҡ. Ул мультимедиа проекты буласаҡ. Был проекттың үҙенсәлеге тағы ла шунда: өйҙән сығып, машинағыҙға ултырһағыҙ ҙа, «Сәләм»дән айырылмайһығыҙ: һеҙ телетыңлаусыға әйләнәһегеҙ. Шулай уҡ уны интернетта ла (беҙҙең сайт: www.tv-rb.ru) ҡарарға мөмкин буласаҡ. Тапшырыу сәғәт етенән туғыҙға тиклем барасаҡ.
Беҙ тапшырыуҙарыбыҙҙың аудиторияһы киңәйеүе яҡлы. Рус телен белеп, башҡорт телен белмәгән тамашасылар хәҙер тапшырыуҙарҙы титрҙарҙа уҡый аласаҡ. Һәм – киреһенсә. Беҙҙә тәржемәселәр бүлеге эшләйәсәк.
– Дөрөҫмө, түгелме, халыҡ араһында башҡорт берекмәләренең ҡыҫҡартылыуы тураһында имеш-мимеш йөрөй...
– Был дөрөҫлөккә тап килмәй. БСТ ошо көнгә тиклем башҡортса 90 программа әҙерләп сығарған. Уларҙың береһе лә программанан төшөп ҡалманы. Каналдың концепцияһы булдырылырға тейешлектән сығып, беҙ уларҙың иң яҡшыларын ҡалдырасаҡбыҙ. Һәр проект авторы хәҙер уны яҡларға тейеш. Йәшәүгә һәләтлеген күрһәтә алмағандар, әлбиттә, төшөп ҡаласаҡ. БСТ-ның худсоветы әллә күпме проектты тикшереп, анализлап, баһа бирәсәк. ҡайһы бер проекттар, һис һүҙһеҙ, яңыртыласаҡ. Һәм был тәбиғи ҙә. Иң мөһиме – коллективтың потенциалы шул тиклем ҙур.
Ғөмүмән, телевидение – алмашынып, үҙгәреп тороусан тере организм ул. Шуға күрә беҙ элекке кимәлдә ҡалырға тейеш түгел. Яңы продукция ижад итергә тейешбеҙ. Һәм беҙҙең БСТ-ның концепцияһын булдырыуҙа телевидение хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә бөтә республика халҡы ла ҡатнашлыҡ күрһәтһен ине. Шулай итеп, хөрмәтле тамашасылар, үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе әйтә, фекерҙәрегеҙҙе еткерә алаһығыҙ. Рәхим итегеҙ!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА яҙып алды.