24.09.2011 Халыҡ йәрминкәләрҙе көтә
Баш ҡалабыҙға яҡын райондарҙа алыпһатарҙар шәхси хужалыҡтарында картуф үҫтереүселәрҙән «икенсе икмәк»те, уртаса алғанда, килоһын 8 һум менән йыя. Иң эреһен һайлап ҡына, әлбиттә. Ә ҡалала йәшәүсе ябай һатып алыусылар көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатыласаҡ сифатлы йәшелсә, итте көтә.
Быйыл Башҡортостанда бөтә төр йәшелсә-емеш тә уңды, тип әйтергә була. Шуға ла, халыҡты ҡыуандырып, ярмаларҙың, йәшелсәләрҙең хаҡы төштө.
Түбәндәге таблицала хаҡтар баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмм аҙыҡҡа 23 сентябргә ҡарата бирелгән.
Хаҡтар – һумда
ҡарабойҙай ярмаһы 48 – 50
Дөгө ярмаһы 33 – 40
Тары ярмаһы 20 – 26
Шәкәр 38 – 39
Балан 70 – 75
Виноград 60 – 80
Помидор 35 – 45
ҡыяр 10 – 25
Баклажан 25 – 30
Картуф 12 – 25
Кишер 15 – 30
Һуған 25 – 27
Татлы борос 40 – 50
Бал 550 – 600
Кәбеҫтә 10 – 15
ҡарбуз 9 – 11
ҡауын 45 – 55
Һыйыр ите 200 – 330
Һарыҡ ите 280 – 330
Һыйыр бауыры 130 – 150
Ауыл эремсеге 120 – 140
10 дана йомортҡа 33 – 55
Лилиә СИРАЕВА.