17.09.2011 Әсәлек капиталы»н нисек файҙаландығыҙ?
Илебеҙҙә демографияны яҡшыртыу маҡсатында 2007 йылдың 1 ғинуарынан икенсе һәм унан һуңғы балаларын тапҡан ҡатындарға «әсәлек капиталы» бирелә башланы. Уны әсә кеше тик бер мәртәбә генә алыу хоҡуғына эйә. Капиталды йорт һатып алыу, төҙөү, баланы дауалау, уҡытыу, пенсияға өҫтәмә түләү өсөн файҙаланырға була. Бөгөн сертификаттың күләме − 365698 һум 40 тин. Был документ илдә 3 млн кешегә тапшырылған. Ил етәкселеге, әсәләр дәүләт тарафынан бирелгән аҡсаны маҡсатҡа ярашлы файҙаланһын ине, тигән фекерҙә. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин: «Мине әсәләрҙең «әсәлек капиталы»н әрәм-шәрәм итеүе борсой. Улар был аҡсаға автомобилдәр, ял итеүгә путевкалар ала. Капитал ғаиләнең фундаменталь бурыстарын хәл итеүгә тәғәйенләнгән. Шуға ла уны торлаҡ һатып алыуға һәм белем алыуға тотонорға кәрәк», − тип тәнҡит һүҙҙәре менән сығыш яһағайны.
Башҡортостанда йәшәүсе әсәләр «әсәлек капиталы»н нисек файҙаланды икән?
ҡәҙим СӘЙЕТОВ, Пенсия фондының Балтас районы буйынса идаралығы начальнигы:
– Беҙҙең районда өс йыл эсендә 686 ҡатын-ҡыҙ «әсәлек капиталы»на эйә булды. Балаларына өс йәш тулмаған әсәләрҙең 152-һе уны кредиттарын ҡаплау өсөн файҙаланды. Үҙ көстәре менән йорт һалып сыҡҡан 35 ғаиләгә ул компенсация рәүешендә бирелде. Эргәләге Бөрө, Нефтекама ҡалаларында бүлмә алыусы ғаиләләр ҙә күпселекте тәшкил итә. 25 кешенең аҡсаһын Пенсия фонды торлаҡ һатып алған өсөн күсерҙе. Быйыл ике әсә «әсәлек капиталы» менән балаларының уҡыуына түләне. Пенсияның йыйылма өлөшөнә аҡсаларын күсереүселәр әлегә юҡ.
Альбина ҒӘЛИЕВА, Өфө районы:
− ҡаланан фатир һатып алырға мөмкинлегебеҙ булмағас, Өфө янындағы баҡса участкаһынан ер һатып алып, шунда бәләкәй генә өй һалып сыҡтыҡ. Ғаилә ишәйгәс, эргәгә ҙурҙан йорт төҙөй башланыҡ. Әлбиттә, төҙөлөшкә кредитҡа алған аҡсаны тотондоҡ. Бурыстарҙы «әсәлек капиталы» менән ҡаплайыҡ тиһәк, булмай икән. Ер шәхси милектә булһа ла, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән урын иҫәпләнмәгәс, Пенсия фонды был аҡсаны банкыға күсерә алмай, имеш.
Наилә, хужабикә:
− Әлегә «әсәлек капиталы»н бер нәмәгә лә файҙаланманым. Торорға урыныбыҙ бар. Ул аҡсаны ҡулға бирһәләр, яҡшы булыр ине, автомобиль һатып алыр инек. Машинаһыҙ интегәбеҙ...
Нәсимә ИБРАҺИМОВА, Бөрйән районы:
− Ауылда үҙебеҙ ҙур йорт һалып ингәс, өсөнсө балабыҙға өс йәш тулыу менән өй төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн «әсәлек капиталы»н файҙаландыҡ. 338 мең һум аҡсаны ҡулға алдыҡ (24 мең һумын алдан алғайныҡ). Ғариза яҙыу менән ай ярым эсендә аҡса беҙҙең иҫәпкә күсте. Фатир һатып алған, йорт төҙөгән ғаиләләр өсөн был − ҙур ярҙам. Ауылда бәләкәй генә эш хаҡы алып эшләүселәр бер нисек тә ҡыҫҡа ваҡытта йорт төҙөп сыға алмай. «Әсәлек капиталы» сертификаты барыбер торлаҡлы булыуға өмөт уята.