RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Закон бәхәскә урын ҡалдырмай

17.09.2011 Закон бәхәскә урын ҡалдырмай

Халыҡты биләдәләүсе төп һыҙат – уның теле. Теле барҙа, халыҡ йәшәй, халҡы булһа, теле лә эш итә. Ләкин тарих тирмәнендә онталып, юҡҡа сыҡҡан телдәр ҙә бихисап. Әлбиттә, халыҡтар үҙҙәре ғәйеп булмаған, башҡалар, көслөрәк халыҡтар, тарафынан ассимиляцияға бирелгән. Вағыраҡ халыҡтар­ҙы «йоторға» тырышыу процестары әле лә күҙәтелә. Ул «юҡҡа сығырға» тейешле ҡәүемдәрҙең телен төрлө юлдар менән сикләү, уҡытыуҙы, рәсми даирәләрҙә эш итеүен тыйыу кеүек ысулдар менән алып барыла. Яңы заман, яңы технологиялар был ҡоротҡос эшмәкәрлеккә замансаларын, аҫтыртыныраҡтарын да өҫтәй.
Интернет селтәрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ мәғариф учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуға бәйле хәбәрҙәр йыш осрай. Ғәҙәттә, кире мөнәсәбәт белдереүселәр күберәк. Имеш, башҡорт теле «үлеп барған телдәр исемлегенә индерелгән», ул «милли телде көсләп уҡытыу – кеше хоҡуҡтарын боҙоу», «тиҙҙән Дәүләт Думаһы рус теленән башҡа милли телдәрҙе уҡытыуҙы тыйыу тураһында либерал-демократтар башлығы В. Жи­ри­новсий тәҡдим иткән законды ҡабул итәсәк» һ. б.
Хәлдең, ысынлап та, шундай йүнәлеш алыуы мөмкинме? Хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйып, проблемаға закон күҙлегенән сығып ҡарайыҡ. РФ Конституцияһының 68-се статьяһында (2-се пункт): «Республика (дәүләт) үҙ дәүләт телен булдыра ала, – тиелгән. – Дәүләт власы, үҙидара органдарында һәм дәүләт учреждениеларында ул тел РФ дәүләт теле менән тиң хоҡуҡтан файҙалана». Күренеүенсә, был положениела бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡ юҡ. Ә хәҙер БР Конституцияһын асып ҡарайыҡ. Уның 1-се статьяһында уҡ: «Башҡорт һәм рус телдәре республиканың дәүләт телдәре булып иҫәпләнә», – тигән конституцион норма теркәлгән. Ә норма ул – мәжбүри тигән һүҙ. Конституцияның икенсе төрлө Төп закон тип тә аталыуын иҫкә төшөргәндә, башҡорт теленең федератив дәүләт теле менән бер тиң эш итеүе уның мәктәптәрҙә уҡыу программаларына индерелеп, мотлаҡ өйрәнелергә тейешлеген аңлата. Тимәк, бында ла бәхәскә урын ҡалмаған.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта ошо проблема менән бәйле фекер алышыусылар араһында конституцион норманы иҫкә алған авторҙар күҙгә салынмай. Быйыл июль аҙаҡтарында НТВ каналы аша Өфөнөң 61-се мәктәбе уҡыу­сыһының башҡорт теле дәрестәренә йөрөмәгән өсөн алтынсы класта икенсе йылға ҡалдырылыуы хаҡында телевизион сюжет әҙерләп, бөтә Рәсәйгә күрһәткән Михаил Чернов та, ошо мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы ла, хатта мәғариф министры ла РФ Конституцияһының һәм БР Конституцияһының тейешле статьяларына һылтанманы. Күптән түгел «Уфимский журнал» сайтындағы «Я хочу справедливости башкирскому языку» тигән мәҡәлә авторы Тимур Мөхтәров та был конституцион норманы урап үт­кән. Әгәр ҙә беҙ РФ Консти­туцияһының 1-се стать­я­һындағы «Рәсәй Федерацияһы – федератив ҡоролошло де­мо­кратик хоҡуҡи дәүләт» принцибынан сығып эш итәбеҙ икән, теге йәки был бәхәстә мотлаҡ РФ Консти­туцияһына таянырға бурыслыбыҙ, сөнки уға ҡаршы килгән бер генә закон да үҙ көсөнә инә алмай.
Атап үтелгән положениелар аҙ тойолһа, РФ Конституцион мәхкәмәһенең (судының) 2004 йылдың 16 ноябрендә сыҡҡан ҡарары бар. Уның йөкмәткеһенә ярашлы, Татарстан Республикаһында дәүләт теле булараҡ татар телен мәғариф учреждениеларында өйрәнеү – законлы һәм РФ Конституцияһына ҡаршы килмәй. Конституцион мәхкәмә ҡарары – иң һуңғы ҡарар һәм уға ялыу бирелмәй. Ошо документ башҡорт телен уҡытыуға ла юридик нигеҙ бирә, сөнки бер үк бәхәс предметы буйынса мәхкәмә бер нисә ҡарар сығармай.
Федераль Конституцияның 69-сы статьяһында: «Халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары буйынса Рәсәй Федерацияһы аҙ һанлы төп халыҡтарҙың хоҡуҡтарын гарантиялай», – тигән норма ла бар. Был, ысынлап та, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен танырға теләмәүселәр өсөн нығытылған норма. Төп закондың 15-се статьяһының (4-се пункт) йөкмәткеһе буйынса, халыҡ-ара хоҡуҡ нормалары РФ хоҡуҡи системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, тиелгән. Әгәр ҙә РФ хоҡуҡ нормаһы халыҡ-ара хоҡуҡ нормаһына ҡаршы килә икән, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаһы ҡулланыла. Үкенескә күрә, хоҡуҡи нигилизм шарттарында тәрбиә алған граждандарыбыҙ конституцион нормаларҙы белмәй һәм белергә лә теләмәй шикелле. Ә бит бөгөн хоҡуҡи белем булмай тороп, теге йәки был тема буйынса бәхәскә инеү урын­һыҙ, сөнки уға һуңғы нөктәне мәхкәмә ҡуя. Ул иһә тойғолар менән түгел, тик законға таянып эш итергә бурыслы.
Ошо уҡ проблема менән бәйле Рәсәй Федерацияһы, исеме үк әйтеп тора, дәүләтенең федератив ҡоролошло дәүләт икәнлеге менән иҫәпләшергә теләмәү ҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. Федератив дәүләттә федерация ағзаларының үҙ конституциялары, үҙ закондары, тимәк, үҙ теле лә эш итә. Был хаҡта халыҡ-ара хоҡуҡ өлкәһендә ҡабул ителгән документтар байтаҡ. Быуаттар буйына империя шарттарында көн иткән, граждандар институттары көсһөҙ булған Рәсәйҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың эш иткәне күренмәй. Аталған сайтта донъя күргән материалдарҙан сығып, шуны әйтергә мөмкин: был авторҙар хоҡуҡи нигилизмдың көслөлөгөнән файҙалана һәм уны үҙ файҙаһына бора.
Республиканың дәүләт телен өйрәнеү, әлбиттә, үҙмаҡсат түгел. Ул титуллы милләттең үҙ телендә аралаша алыуы өсөн шарттар тыуҙырған законлы күренеш һәм уны бер ниндәй «нормалар» менән дә юҡҡа сығарып булмай.

Мәхмүт ХУЖИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”