RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Таҙа күл»дән – таҙа күңелгә

17.09.2011 «Таҙа күл»дән – таҙа күңелгә

ҡоншаҡ районында йәшәүсе башҡорт йәштәре берләшеп, Айҙыкүлде туристар ҡалдырған бысраҡтан таҙартты
«Таҙа күл»дән – таҙа күңелгә
Силәбе өлкәһенең ҡоншаҡ районы – күлдәр иле. Унда илленән ашыу күл иҫәпләнә. Иң ҙурҙарының береһе – Айҙыкүл (ун һигеҙенсе быуатҡа ҡараған тарихи сығанаҡтарҙа ул Әйлекүл тип атала). Һыу ятҡылығының ярҙары батҡыл булыуға ҡарамаҫтан, бында ял итергә теләүселәр күп йыйыла. Тик рәхәтләнеп күңел асҡан ҡырағай туристар үҙҙәренән һуң тау-тау сүп-сар ҡалдыра, бик һирәктәр генә үҙе артынан ял урынын йыйыштырып ҡуя.
Бысраҡлыҡҡа батҡан тәбиғәт ҡомартҡыһының аяныс хәле менән ризалашмаған ҡоншаҡ райо­нының башҡорт йәштәре иттифағы август айында «Таҙа күл» акцияһын ойошторҙо. Бер нисә сәғәт әүҙем генә эшләп алғандан һуң улар ике йөҙ тоҡ сүп-сар йыя! Емеш-еләк, йәшелсә булһа, был «уңыш»ҡа һикереп төшөп ҡыуанырҙар ине, ләкин тоҡтар, үкенескә күрә, ял итеүселәрҙең һаман да ҡулланыусылар принцибы менән йәшәүе күрһәткесе генә шул.
– Тәбиғәттән бар нәмәне лә алабыҙ, ә алмашҡа уға нимә тәҡдим итәбеҙ? Әлеге лә баяғы битарафлыҡты, – тип әсенеүен белдерҙе иттифаҡ рәйесе Уйылдан Ғайсин. – Шөкөр, йәштәребеҙ күлдең тирә-яғын таҙартыу идеяһын бер һүҙһеҙ күтәреп алды. Аҙаҡ ауыл халҡы ла пляжды таҙартырға ҡушылып китте. Эште тамамлағас, Фәнис Солтанғоловтың, «Етегән» төркөмөнөң концертын ҡараныҡ.
Иттифаҡ районда яңы ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, үҙен ошондай матур саралар менән танытып өлгөрҙө. Тыуған еребеҙгә, туған телебеҙгә битараф булмаған йәштәр берләшеп, өҫтән күрһәтмәләр көтөп ятмай, донъяны, йәмғиәтте яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Күптәр Силәбе ҡалаһында уҡый, эшләй, шулай ҙа тыуған төбәк менән бәйләнеште өҙмәй, сараларҙа ҡатнашырға теләк тә, форсат та таба. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү ниәте менән янып йөрөй. Башҡаларҙы ҡыуандыр­ған ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең тормошона ла шатлыҡ осҡондарын ҡундыра – быны улар үҙҙәре лә яҡшы аңлай.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”