20.09.2011 Торатау – тәбиғәт төҙөгән музей
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең «Йәнле журнал»дағы блогында былтыр 10 октябрҙә былай тип яҙғайны: «...Торатау, Ирәмәл. Беҙҙең танылған тауҙар. «Сода»ға сеймал буйынса ғәҙәти генә ҡарар юҡ. Әммә Торатауҙы эшкәртеү мәсьәләне хәл итеү түгел. Уға альтернатив варианттар эҙләргә кәрәк. Әлегә мине Торатауҙың берҙән-бер эзбизташ алыу юлы булыуына инандырырға тырышалар. Мин риза түгелмен, иҫәпләүҙәрҙе лә күрмәнем. Барыбер үҙ фекеремдә ҡалам − Торатауға теймәҫкә!»
Торатауҙың океан кимәленән абсолют бейеклеге 406 метрҙан ашыу. Уға күтәрелеү өсөн донъяның төрлө тарафынан туристар килә. Тауҙың планетала аналогы юҡ. Бында «Башҡортостандың ҡыҙыл китабы»на ингән 100-ҙән ашыу һирәк осрай торған үҫемлек бар.
Ул 1965 йылда тәбиғи геология һәйкәле тип иғлан ителгән. Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау – 250 миллион йылдан да элек тропик диңгеҙҙә барлыҡҡа килгән палеозой дәүерендәге риф массивтары ҡалдығы, тотош боронғо диңгеҙҙә йәшәгән моллюскылар, коралл, ҡабырсаҡ, ылымыҡтарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтарынан тора.
Һәр илдең үҙенең айырым бер изге ере була. Унда халыҡтың тарихы ла, иманы ла, милли холҡо ла сағыла. Торатау − Юрматы ырыуы башҡорттарының тап шундай ере. Борон тау тирәһендәге ер, итәгендәге Туғарсалған күлен дә индереп, тыйылған урын һаналған, хужалыҡ эштәре алып барырға ярамаған, тауҙың үҙе кеүек үк саф ҡалырға тейеш булған һәм бары тик йола үтәү өсөн генә килгәндәр. Изге тауға насар ниәттәрҙән, яман уйҙарҙан ҡотолоу өсөн күтәрелгәндәр. Һуңғараҡ Торатау йыйын урынына әүерелгән, Юрматы ырыуы башҡорттары ошонда байрамдар ойошторған. Әрмегә йә яуға ла тап Торатауҙан фатиха алып юлланғандар. Шулай уҡ бында әүлиә, яугир ҡәберҙәре лә бар. Ә инде әүлиәләр ҡәберенә зыян килтереү, ғөмүмән, кеше ерләнгән урындың замандың ҡеүәтле техникаһы аҫтында ҡаласағы хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс.
Өлкәндәр һүҙҙәренсә, тауҙа ниндәйҙер энергия бар. Уға артылғанда берәүҙәр еңелсә баш әйләнеүен тоя, икенселәргә, киреһенсә, көс ингәндәй була. Шиханды эшкәртергә түгел, ә ғалимдарға ентекле өйрәнергә кәрәк. Асыҡ музей булдырыу ҙа бихисап туристы йәлеп итер ине.
«Рәсәйҙең иң хозур урындарының береһе... Бөтә ер байлығы иле... Мөғжизәләр һәм һоҡланыу крайы...» – Башҡортостан тураһында бөйөк рус шәхестәре Л. Толстой, С. Аксаков, Ф. Нефедов шулай тип яҙған. Уникаль тәбиғәт күренештәренә һоҡланмау мөмкин дә түгел. Шихандарҙың бай донъяһы аҙаҡҡаса өйрәнелмәгән. Үкенескә күрә, Шахтау сәнәғәтселәр тарафынан «кимерелеп» бөтөп бара. Сиратта Торатаумы? Бер яҡтан, «Сода» йәмғиәтенең киләсәге өсөн дә борсолмай хәл юҡ, унда ла үҙебеҙҙекеләр тир түгә. Әммә проблеманы хәл итеү юлы Торатау аша үтергә тейеш түгел!
А. АҡБУЛАТОВА.