11.09.2010 Был аҙнала беҙҙе...
[/b][b]...һөйөндөрҙө
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәткә (ФАС) рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде: банкылар араһындағы дәғүәселекте көсәйтмәксе булып, рекламаларында кредит буйынса номиналь ставкалар менән йәнәш шул уҡ шрифт менән уның ысын дәүмәлен күрһәттерергә теләй – кредит алырға теләүсегә уларҙың бөтә «хәйлә»ләре күренеп торорға тейеш! Шунлыҡтан, тейешле ведомстволар менән килешеп, хөкүмәткә «Реклама тураһында» Законға ошо туралағы төҙәтмәләрен тәҡдим иткән. Был матур ниәт бойомға ашһа, исмаһам, кредит алыусылар йәшерен өҫтәмә түләүҙәрҙән ҡотолор ине.
... аптыратты
Бөтә донъя иҡтисад форумында (WEF) Швейцария, Швеция һәм Сингапур донъяла иҡтисади яҡтан дәғүәселеккә иң һәләтле илдәр тип танылған. АҡШ иһә Глобаль рейтингыла өсөнсө урындан дүртенсегә күскән. Германия етенсе урындан – бишенсегә, Япония һигеҙенсенән – алтынсыға, Голландия унынсынан һигеҙенсегә күтәрелгән. Финляндия етенсе урынды биләй. Канада туғыҙынсы урындан унынсыға төшкән.
Беҙҙең Рәсәй һаман да шул уҡ 63-сө урында ҡалған. Ул ғына ла түгел, Рәсәй хатта үҫешкән БРИК илдәренә лә тиңләшә алмай...
... уйландырҙы
2006 йылдан алып һәр иртә һайын Беренсе каналда эфирға сығыусы «Малахов+» телешоуы етәкселеге милицияға телетапшырыуҙы алып барыусы Геннадий Малаховтың юғалыуы тураһында хәбәр итеп, уны эҙләүҙәрен үтенгән. Сөнки уны телефоны аша ла, өйөндә лә таба алмағандар, ә телеэфир уны көтә. Тапшырыу эфирға сыҡмаһа, шоуменды 1,5 – 2 миллион һумлыҡ штраф көтә. Медиктар Малаховтың «халыҡ рецептары»на көлөп ҡараһа ла, ул ойошторған телетапшырыу пенсионерҙар араһында ҙур абруй менән файҙалана.
Асыҡланыуынса, Малахов үҙен эҙләгән мәлдә өйөндә ятҡан. Баҡтиһәң, уның интернеты ла юҡ, яңылыҡтарҙы ла ҡарамай, имеш. Әйткәндәй, тапшырыуын башҡаса алып бармаясағы хаҡында белдергән.
... хәүефләндерҙе
Американың Гейнсвилл ҡалаһындағы «Голубка» бөтә донъя мәғрифәтселек үҙәге» исемен йөрөткән сиркәү общинаһы пасторы Терри Джонстың 11 сентябрҙә, 2001 йылда Американың Сауҙа йортонда теракт булған көндө, ҡөрьән китабын яндырасағы тураһында белдереүе бөтә донъяның иғтибарын үҙенә йәлеп итте һәм Ислам донъяһында ризаһыҙлыҡ уятты. «Интерпол» ошоға бәйле, үҙенең ағзаһы булып торған188 ил өсөн иҫкәрмә сығарып, бөтә донъяға хәүеф янауы тураһында иғлан итте. АҡШ Президенты Барак Обама ла ҡөрьәнде яндырыуға ҡаршы.
Был провокация донъяла тағы ла ниндәй хәлдәргә килтерер инде?..