RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ахырызаманмы был әллә?..

10.09.2011 Ахырызаманмы был әллә?..

Хоккей буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, илдең алдынғы клубы – Ярославлдең «Локомотив» командаһының һәләкәткә тарыуы бөтә донъяны шаңҡытты
Ахырызаманмы был әллә?..
Был көндө телевизорҙы ниңәлер һуң ғына ҡабыҙҙыҡ. БСТ каналына ҡуйһаҡ, сит ил тапшырыуының аҫтында барған титрҙарҙы уҡып, йән өшөнө: тағы ла авиаһәләкәт! Ни булды һуң был донъяға? Ниңә бер-бер артлы һәләкәттәр сығып ҡына тора? Күпме ҡорбан, күпме ҡайғы һәм күҙ йәше килтерә улар?! Ысынлап та, хәҙер бер ҡайҙа ла йөрөмәйенсә, өйҙә генә ултырыуың хәйерлерәк, тип уйлап ҡуяһың ирекһеҙҙән. Күрәҙәселәр фаразлағанса, ахырызаманмы был, әллә яуапһыҙлыҡтан, намыҫһыҙлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан тыуған бәләме?
Нисек кенә булмаһын, уйламаған ерҙә кешеләр һәләк була.

Һәләкәт Ярославлдең «Туношна» аэродромында булған

Шаршамбыла, 7 сентябрҙә, Ярославлдең «Локомотив» хоккей командаһы авиаһәләкәткә осраған, тигән тетрәндергес хәбәр таралды. Хоккейсылар ултырған «Як – 42» самолеты Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиға оса – унда «Локомотив» егеттәре урындағы «Динамо» командаһы менән көс һынашырға тейеш булған. Тик... самолет осоп киткәндән һуң 2,5 километр араны ла үтеп өлгөрә алмаған. Әйткәндәй, был самолетта хоккейсыларҙың тәүге осоуы булмаған – ун йыл тирәһе уларҙы нәҡ ошо лайнер хеҙмәтләндергән.
Һәләкәттән һуң Ярославль ҡалаһының бөтә махсус хеҙмәттәре лә фажиғә урынына юлланған, бөтә дауаханалар ҙа тере ҡалғандарҙы ҡабул итергә әҙерләнгән, МЧС хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ һәләк булғандар һәм иҫән ҡалғандар тураһында шылтыратып белешер өсөн «ҡыҙыу линия» асҡан.
Һәләк булған 43 кеше араһында – 10 ил гражданы, шул иҫәптән «Локомотив»тың Канаданан килгән тренеры, Чехия, Словакия, Польша, Латвия, Белоруссия хоккейсылары.

Ә был көндө Өфөлә...

Һәләкәт тураһындағы хәбәр килеп еткәс, КХЛ-дың дүртенсе чемпионатының Өфөләге тәүге матчы туҡтатылды. Был көндө былтыр Гагарин кубогы уйындары финалсылары – «Салауат Юлаев» менән Мытищиҙың «Атлант»ы ос­раш­ҡайны. Байрам төҫөндә асыл­ған уйындың тәүге өлөшө тамамланыуға биш минут ҡалғас, КХЛ Президенты Александр Медведев залда ултырыусыларға ҡайғылы хәбәрҙе еткерә: «Локомотив»тың 37 хоккейсыһы менән тренерҙары һәм экипаждың 8 кешеһе һәләкәткә осраған, ике кеше генә тере ҡалған...»
Шулай итеп, матч туҡтатыла.

Һүҙ ыңғайында

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов фажиғәлә һәләк булған­дар­ҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан телеграмма ебәрҙе: «Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм үҙемдең исемдән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. ҡур­ҡыныс фажиғә тураһындағы хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Кисерелгән ҡайғыны һүҙ менән генә аңлатып биреү мөмкин түгел. Беҙ һеҙҙең менән, бөтә Рәсәй менән бергә ҡайғырабыҙ».
Төбәк башлығы шулай уҡ Континенталь хоккей лигаһы президенты А. Медведев һәм «Локо­мотив» хоккей клубы президенты Ю. Яковлевҡа ла ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын ебәр­ҙе.
Самолеттар, поездар, караптар, автобустар, автомобилдәр өҙлөкһөҙ һәләкәткә осрап тора. Иртән торһаң, ниндәйҙер һөйөнөслө хәбәр ишетермен тип уйламайһың – насарҙары баҫып ҡына тора. Ысынлап та, яман хәбәр тиҙ килеп етә, ә яҡшылары? Беҙҙе урап үтәме? Әллә беҙ уларҙы күрә белмәйбеҙме?
Эйе, фажиғәләр, ҡурҡыныс хәлдәр булып тора, онотолоп тора. Кеше хәтере шулай ҡо­рол­ған бит инде: насарҙы мейенән тиҙерәк алып ташлар­ға теләйһең. Яҡшыларын да күреп, ишетеп, тойоп, рәхмәтле була белһәк ине. Юғары Көстәр бына шул турала иҫкәртәлер ул беҙҙе.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.

Улар – «Локомотив»тың мәңгелек уйЫнсылары
Ахырызаманмы был әллә?..

Виталий Аникеенко, һаҡсы. 1987 йылдың 2 ғинуарында Киев ҡалаһында тыуған. Ярославль ҡалаһына күсеп, урындағы хоккей мәктәбендә шөғөлләнә.
Михаил Баландин, һаҡсы. 1980 йылдың 27 июлендә Липецкиҙа тыуған. Ярославль хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. КХЛ-дың төрлө клубтарында сығыш яһай. «Салауат Юлаев»та ла уйнап ала. Миҙгел алдынан ғына туған клубына күсә.
Александр Васюнов, һөжүмсе. 1988 йылдың 22 апрелендә Ярославлдә тыуған. «Локомотив» өсөн өс миҙгел сығыш яһағандан һуң, НХЛ-ға китеп, һуңғы өс йыл «Нью-Джерси»-ҙың фарм-клубында уйнай.
Йозеф Вашичек, һөжүмсе. 1980 йылдың 12 сентябрендә Чехияла тыуған. 2008 йылда «Локомотив»ҡа килеп, уның составында 166 уйын уҙғарып өлгөрә.
Александр Вьюхин, ҡапҡа һаҡсыһы. 1973 йылдың 9 ғинуарында Екатеринбургта тыуған. Төрлө клубтарҙа уйнап, уҙған миҙгел барышында «Локомотив»ҡа күсә.
Роберт Дитрих, һаҡсы. 1986 йылдың 25 июлендә Орджоникидзе ҡалаһында тыуған. Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Быйылғы миҙгелдә Ярославлгә килеп, «Локомотив» менән контракт төҙөй.
Павел Демитра, һөжүмсе. 1974 йылдың 29 ноябрендә Словакияла тыуған. «Локомотив»ҡа 2010 йылда килә.
Марат Кәлимуллин, һаҡсы. 1988 йылдың 20 авгусында Тольяттиҙа тыуған. «Лада» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2010 йылда «Локомотив»ҡа күсеп килә. Быйылғы миҙгелдән Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһы өсөн уйнай.
Александр Калянин, һөжүмсе. 1987 йылдың 24 сентябрендә Силәбелә тыуған. «Трактор» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2005 йылда «Локомотив»ҡа килә. Уҙған миҙгелдә Рәсәй йыйылма командаһы составында Евротурҙың ике этабында уйнай.
Андрей Кирюхин, һөжүмсе. 1987 йылдың 4 авгусында Ярославлдә тыуған. 2005 йылдан «Локомотив» өсөн сығыш яһай. Уҙған миҙгелдә Рәсәйҙең икенсе йыйылма командаһында уйнай.
Никита Клюкин, һөжүмсе. 1989 йылдың 10 ноябрендә тыуған. Рыбинск хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2008 йылда «Локомотив» формаһын кейә.
Стефан Лив, ҡапҡа һаҡсыһы. 1980 йылдың 21 декабрендә Польшала тыуған. «Себер» клубында ла уйнап өлгөрә. 2011 йылда «Локомотив» менән контракт төҙөй.
Ян Марек, һөжүмсе. 1979 йылдың 31 декабрендә Чехияла тыуған. Рәсәйҙең «Металлург» (Мг.), ЦСКА, «Атлант» командалары өсөн уйнап өлгөрә. Былтыр «Локомотив»ҡа күсә. КХЛ-дың көмөш миҙалы призеры. 2010 йылда Чехия йыйылма командаһы составында донъя чемпионы исемен яулай.
Сергей Остапчук, һөжүмсе. 1990 йылдың 19 мартында тыуған. «Локомотив» өсөн 2007 йылдан уйнай.
Карел Рахунек, һаҡсы. 1979 йылдың 27 авгусында Чехияла тыуған. НХЛ-да уйнай. Рәсәйҙең «Динамо» клубында ла уйнап ала. «Локомотив» өсөн өс миҙгел үткәрә.
Карлис Скрастиныш, һаҡсы. 1974 йылдың 9 июлендә Ригала тыуған. НХЛ-да уйнай. Быйыл йәй «Локомотив» менән килешеү төҙөй.
Руслан Салей, һаҡсы. 1974 йылдың 2 ноябрендә Минскиҙа тыуған. НХЛ-да күп миҙгел уйнай. «Аҡ барс» өсөн бер миҙгел сығыш яһай. Былтыр «Локомотив»ҡа күсә.
Павел Снурницын, һөжүмсе. 1992 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Рәсәйҙең үҫмерҙәр йыйылма командаһында уйнай.
Даниил Собченко, һөжүмсе. 1991 йылдың 13 апрелендә тыуған. «Локомотив» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. «Локомотив» өсөн 2009/2010 йылдарҙа сығыш яһай башлай. 2011 йылда илебеҙҙең үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында донъя чемпионы була.
Иван Ткаченко, һөжүмсе. 1979 йылдың 9 ноябрендә тыуған. «Локомотив» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2001/2002 йылдарҙа туған клубында уйнай башлай һәм әлегә тиклем уның тоғро уйынсыһы булып ҡала. Уның составында ике тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яулай.
Павел Траханов, һаҡсы. 1978 йылдың 21 мартында тыуған. ЦСКА мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. «Локомотив» клубына быйыл йәй килә.
Юрий Урычев, һаҡсы. 1991 йылдың 3 апрелендә тыуған. «Локомотив» өсөн 2009/2010 йылдар­ҙа дебют яһай. Үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы.
Геннадий Чурилов, һөжүмсе. 1987 йылдың 5 майында тыуған. Магнитогорск хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. «Локомотив»ҡа 2005 йылда килә.
Максим Шувалов, һаҡсы. 1993 йылдың 23 апрелендә тыуған. Рыбинск хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Артем Ярчук, һөжүмсе. 1990 йылдың 3 майында тыуған. «Локомотив» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Төп клуб өсөн уҙған миҙгелдә дебют яһай.


Авиаһәләкәттәр хроникаһы

Ике аҙна элек кенә ил етәкселәре транспорт һәләкәттәренең артыуы проблемаһын күтәргәйне. РФ Хөкүмәте вице-премьеры Сергей Иванов, йыл башынан 26 авиаһәләкәт булған, унда 81 кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр иткәйне. Был исемлек ошо шаршамбыла тағы ла оҙонайҙы...

Илебеҙҙә тәүге авиаһәләкәт 2011 йылдың тәүге көнөндә үк булды. Сорғот ҡалаһы аэропортында «Ту – 154» двигателен ҡа­быҙ­ған мәлдә ҡапыл янып китә. Самолетты тулыһынса ут ялмай. Өс кеше һәләк була, 39-ы төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Июнь аҙағында Мәскәү – Петрозаводск рейсындағы «Ту – 134» пассажир самолеты, ағас, шунан электр үткәргестәргә эләгеп, трассаға ҡолай. 47 кешене яҡындары мәңгегә юғалта.
Июль уртаһында «Ан – 24» рейс ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлгә юлыға. Самолеттың Обь йылғаһына сараһыҙҙан ултырыуы ете кешене теге донъяға алып китә, 30 кеше дауаханаға эләгә.
Ошо көндәрҙә Пермь өлкәһендә «МиГ – 31» хәрби самолеты һауала шартлай. Ике пилот та янып үлә.
Авиаһәләкәттә спорт командалары элек тә һәләк булған. 1979 йылдың 11 авгусында ике «Ту – 134» Днепродзержинск күгендә бәрелешә. Ташкент – Донецк – Минск рейсы менән барған самолет бортында 84 кеше, шул иҫәптән «Пахтакор» үзбәк клубының 17 футболсыһы иҫәпләнгән. Икенсеһе Силәбе – Воронеж – Кишинев маршруты буйынса барған. Унда алты экипаж ағзаһы һәм 88 пассажир булған. 200-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән фажиғә «Ту – 134» самолеттары тарихында иң ҙуры.
1970 йылдың 1 апрелендә Красноярск күгендә «Ан – 24» самолеты аварияға осрай. Береһенә лә, шул иҫәптән үҫмерҙәр волейбол командаһына ла имен ҡотолоу мөмкинлеге булмай.
1950 йылдың 5 ғинуарында Свердловск өлкәһенең «Кольцово» аэропорты янында «Ли – 2» самолеты ҡолай. Бортта 11 хоккейсы, табип һәм массажсы була. һәләкәт 19 кешене теге донъяға алып китә.
«Як – 42» – СССР ваҡытында эшләнгән, урта магистралле турбореактив самолет. Ул 120 пассажир һыйҙыра, 2,9 мең саҡрымға тиклем оса ала. «Локомотив» хоккей клубы командаһы ҡолаған самолет – һәләкәт кисергән туғыҙынсы «Як – 42». Шуларҙың өсәүһе Рәсәйҙә булған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”