06.09.2011 Үҙ баһаһын белгән ғорур кеше ине
Вәсилә өләсәйемдең беҙҙең аранан китеүенә инде ун йыллап ваҡыт үткәндер. Әммә уның хаҡында күңелдә яҡты хәтирәләр генә һаҡланып, һаман да ваҡыты-ваҡыты менән иҫкә төшөп, бәғерҙе уйылтып тора. Ниндәй генә эшкә тотонһам да өләсәйемдең әйткән аҡыллы һүҙҙәрен, файҙалы кәңәштәрен, фекерҙәрен, өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотам.
Өләсәйем, бөтә ғүмерен балаларға бағышлап, Хәйбулла районының Әбүбәкер мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да һаман да беҙгә – ейән-ейәнсәрҙәренә өләсәй генә түгел, уҡытыусы ла булып ҡалды. Бәләкәй ваҡытта, әле мәктәпкә лә бармаған сағымда, уйынсыҡтарым менән уйнап ултырғанда ул килеп инһә, мотлаҡ берәй китапты асып, хәрефтәр күрһәтһенме, ҡатырғаға үҙе йәбештереп эшләгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр теҙҙерһенме, уйынсыҡтар менән берәй арифметик мәсьәлә ҡойһонмо – һаман да уҡытыусылығын ташламаны. Икенсе класта уҡығанымда ҡабатлау таблицаһын ҡыҙыҡлы ысулдар менән өйрәткәнен иҫләп, йылмайып ҡуям. Уның уҡыусылары, хәҙер инде өлкән ағай-апайҙар, өләсәйемде ихтирам менән хәтергә ала.
Өләсәйем бик тырыш кеше булды. Уның юҡ нәмәне бар итеп донъя көтөүе хәҙерге заман йәштәренә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бер генә миҫал килтерәм. Йәш кенә сағында уны Хәйбулла районының ҡола яланда урынлашҡан Әҙел ауылына эшкә ебәрәләр. Йәш кенә уҡытыусы ҡыҙ аптырап ҡалмай, мәктәп тирәләй матур итеп баҡса ултыртырға була. Уҡыусыларҙан көн дә Таналыҡ йылғаһынан һыу ташытып, ауыл уртаһында торған мәктәпте матур баҡса менән урата. Унда Липецк өлкәһенән махсус заказ менән алдырылған төрлө емеш ағастары ултырта, уҡыусы балаларға үҙҙәре үҫтергән емештәр менән кинәнергә мөмкинлек бирә. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн, депутат булараҡ, ике ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра. Ошо урында яратҡан яҙыусым Сыңғыҙ Айытматовтың «Тәүге уҡытыусы» повесынан түбәндәге юлдарҙы миҫалға килтереп үткем килә: «Мин тирәктәрҙең шаулауын тыңлайым, ә йөрәгем шатлыҡтан да, ҡурҡыуҙан да шашып тибергә тотона. Был өҙлөкһөҙ шау эсендә алыҫ-алыҫ яҡтарҙы күҙ алдына килтерергә тырышам. Тик мин ул саҡта бер нәмә хаҡында – был ағастарҙы кем ултыртыуы тураһында ғына уйламағанмын. Ул билдәһеҙ кеше ағас үҫентеләрен ергә ултыртҡанда ни хаҡта хыялланған, нимә тип әйткән, уларҙы бында, түбә өҫтөндә, ниндәй өмөт менән үҫтергән икән?».
Әҙел йәштәре, һеҙҙең дә күңелегеҙгә килмәйҙер был изге эштәрҙе эшләткән кешенең Вәсилә Ғилман ҡыҙы Сынбулатова исемле уҡытыусы булыуы (хәҙер инде мәрхүмә). ҡоҙоҡтар менән ауыл халҡының әлегәсә файҙаланыуы, «һыуы татлы» тип яратып эсеүе, яңы төшкән йәш килендәрҙе тәү башлап ошонда һыу юлы башлатыуы өләсәйемдең яҡты рухына аят һымаҡ. Хәҙерге ауыл йәштәре бик белеп бөтмәһә лә, өлкән быуын кешеләре өләсәйемдең оло хеҙмәтен ихтирам менән иҫләй.
Яҡын кешем бөтә ергә лә өлгөрөп, ауыл советында ла, мәктәптә лә бик әүҙем кеше булып, ғаиләһен дә ҡарай. Өс балаһын бер үҙе аяҡҡа баҫтырып, кеше итә. Әсәйемдәргә бәләкәй саҡтарында үҙе күлдәктәр тегеп, итәктәрен нәҙек кенә селтәрле таҫмалар менән биҙәп, кеҫәләрен, яғаларын мәрйен-сәйләндәр менән сигеп бирә торған булған. Ул осорҙа кино экрандарынан ғына күрергә күнеккән панамалар ауыл магазиндарында һатылмаған. Был баш кейемен бөтә фантазияһын эшкә ҡушып, тағы ла күркәмерәк итеп тегеп, ҡыҙҙарына кейҙереп ебәргән. Ә бәйләгән шәлдәренең, кофта-жилеттарының, ойоҡ-бейәләйҙәренең иҫәбе-һаны булдымы икән?!
Белмәгән шөғөлө булманы өләсәйемдең. Яратҡан, йыш ҡабатлаған мәҡәле бар ине: «Һөнәрҙе бел дә онот».
– Өләсәй, нишләп улай тиһең? – тип һорайбыҙ.
– Кәрәк булһа, аҙаҡ үҙе иҫкә төшә ул, – тиер ине, көлөмһөрәп.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та бер ҡасан да ултырып ял иткәнен күрмәнем. Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тип, һәр саҡ эш менән мәшғүл булды. Йүгереп килеп, әсәйемә беҙҙе ҡарашырға ла ярҙам итеп китер ине. Донъяһы ялт итеп торҙо. Ауылда иң беренселәрҙән булып ҡара таң менән ут алыр булды. «Иртә торғандың ырыҫы артыр», – тип ҡабатларға яратты. Һауынсы апайҙар ҡышҡы буранлы иртәләрҙә ферманан ҡайтҡан ваҡытта, аҙашып китмәҫ өсөн, өләсәйемдең утына ҡарап ҡайтыр булған.
ҡатыны үлеп, 30 йәшендә тол ҡалған улының ҡанаттары ҡайырылмаһын өсөн бар тырышлығын һалды. Ике ейәнсәрен, етем ашы ашатмайым, етем күлдәге кейҙертмәйем, тип, үҙе ҡарашты. Был балаларҙың өҫтө-башы суҡ кеүек, тамаҡтары һыйлы, күңелдәре бөтөн булды.
Ишле мал тотто. Ике һыйыр һауыр ине. Дебет кәзәләрен тарағанда кәзә мөгөҙөн тотошоп, эргәһендә ултырғаным хәтерҙә уйылған. Ҙур булмаған Ташлы йылғаһын ҡырҡ-иллегә яҡын ҡаҙ-өйрәге ҡаплап йөрөнө (ә ул осорҙа әлеге кеүек инкубаторҙар юҡ ине).
Баҡса бағырға яратты ҡәҙерле кешем. Урам яҡ баҡсаһында лилиәләре, алтынһыу шарҙары, георгиндары, мальвалары, нәркәстәре, һабын һәм тағы ла әллә нисә төр сәскәләре күҙҙең яуын алыр ине. ҡуш йоҙроҡтай тос помидорҙары, уйынсыҡ кеүек күҙҙе ҡыҙҙырған боростары, рәт-рәт булып ултырған ҡыярҙарының, алманан ҡойолған ҡаҡтарының тәме әле булһа ла тел осомда кеүек. Алмағастарҙың бөтә төрөн дә үҫтерҙе өләсәйем. Уға ҡушып һыу ҡарағаттары, ҡурай еләге, сейә, крыжовниктан да йыл да мул уңыш алды. Беҙ, ейәнсәрҙәре, уға алма йыйышҡан ваҡытта: «Алманы урам яҡтан өҙмәгеҙ, әйҙә, кеше күҙен ҡыуандырып торһон», – тип иҫкәртер ине. Мәктәптән ҡайтып барған саҡта, тәҙрә шаҡып, беҙҙе шул алмаларҙан тәмле итеп бешерелгән бәлештәре менән сәй эсереп ебәрә ине. ҡоймаҡ ҡойоп, ҡайнатмаларын тәмләтеп, әхирәттәре менән күңелле итеп, сөкөрләшеп самауыр сәйе эсеүҙәрен иҫләйем дә, ирекһеҙҙән бөгөнгө ауыл ҡатындары менән сағыштырам: ҡайһы берҙәренә йомош-фәлән менән барып инһәң, өҫтәл тирәләй биш-алты ҡатындың йыйылышып, ғәйбәт сәйнәп, «сәмәй» менән һыйланып ултырыуын күреп, күңелем бошона.
Өләсәйем ауыл араһында, магазинға барғанда ла матур итеп кейенеп йөрөнө. Уның бер ҡасан да аяғына галош кейеп йөрөгәнен күрмәнек. Гәрәбә мунсаҡтарын тағып, матур күлдәген кейеп, аҡ яулығын ябынып, аяҡтарына уңайлы туфли кейер ине. Беҙҙе лә әҙәп-әхлаҡҡа, таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәтте. Бәләкәй саҡта матур итеп кейендереп, бер туған һеңлеләренә ҡунаҡҡа алып барҙы.
Изге кешемдең иң яҡшы сифаттарының береһе – уның бер ҡасан да ғәйбәт һөйләмәүе. Беҙҙе лә унан тыйҙы. Берәй ғәйеп тураһында һөйләй башлаһаң: «ҡуй, ишеткән-күргәнеңде үҙең генә бел дә онот. Гонаһын алма», – тип ҡуйыр ине.
Ғорур ине, үҙ баһаһын, бәҫен яҡшы белде. Уға кемгәлер ярарға тырышыу ят ине. Әммә бит йыртыу, кеше хәтерен ҡалдырыуҙан да алыҫ торҙо. Йөҙө яҡты булды. Шуға ла уны бөтәһе лә яратты. Өләсәй тигән изге һүҙгә тап минең ҡәҙерлем кеүектәр генә лайыҡтыр тип уйлайым.
Милә БИЛАЛОВА.
Өфө ҡалаһы.