06.09.2011 Юлдар булһын мәңгелек
– Ни эшләп беҙҙекеләр юл һала белмәй? Юлдарҙан һүгенмәйенсә йөрөп булмай, – тип зарланып, сит илдәрҙең юлдарын маҡтай-маҡтай, мотлаҡ Рәсәйҙәге ике бәлә – иҫәрҙәр һәм юлдар тураһындағы шаяртыуҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Шулай уҡ, ярай ҙа юлдар насар, юғиһә дошман «һә» тигәнсе илде баҫып алыр ине, тип тә ауыҙ йыра ҡайһы берәүҙәр. Әммә республикабыҙҙағы юлдарҙы бик үк яманларлыҡ түгел. Мәҫәлән, төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтар Әбйәлил районындағы трассаларҙы һәр саҡ маҡтай, Мирхәт Рәжәпов етәкләгән юлсылар коллективына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
– Европалағы кеүек үк булмаһа ла, хәлдән килгәнсә яҡшы юлдар төҙөргә тырышабыҙ, – тине Әбйәлил юл төҙөү-ремонтлау идаралығы мастеры Әсхәл Ямалов. – Юлсыларҙы әрләр алдынан, беҙҙең яҡтың ҡырыҫ климат шарттарын, күп ерҙәрҙең һаҙматлығын, йылға, тауҙарҙың күплеген дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Идаралыҡта 1994 йылдан эшләгән Әсхәл Сәйәх улы миңә, юл төҙөү технологияһында бер ни ҙә аңламаған кешегә, нисек юл һалыуҙарын бер нисә һүҙҙә һөйләп, төшөндөрөп бирҙе: иң тәүҙә тупраҡтың өҫкө өлөшөн алалар, уның урынына эре таш һалалар, сираттағы ҡатлам ҡаты таш була, өҫтөнә – ваҡланған таш, иң аҙаҡтан ғына асфальт түшәйҙәр. Эште Ямаловтың бригадаһы башлап ебәрә, улар юл полотноһын күтәргәндән һуң, икенсе бригада килеп асфальт түшәй. Шунан тағы Әсхәл Сәйәх улының бригадаһына эш була – юл ситенә таш түшәп, тигеҙләйҙәр, эште еренә еткереп, тамамлап ҡуялар.
– Таштың ниндәйе килһә лә, тракторсы-бульдозерсы Мәҡсүт Мөхәммәтов юлдың ситен тип-тигеҙ итеп һала, – тип маҡтаны эшсене мастер. – Ғөмүмән, идаралыҡта тырыштар күп, улар иҫәбендә Ирәмәл Хәмзин, Арыҫлан Мырҙагилдин, Ғәйфулла Вәлиев, Вадим Ғиниәтов, Вәғиз Ирназаров, Ирек Рысҡужин, Рәзиф Вәлиев, Рәмил Рысҡулов, Рәил Ниғмәтуллинды атар инем. Шәп егеттәр!
Ошондай егәрле кешеләре менән Әбйәлил юлсылары маҡтауға лайыҡ та инде. Уларҙы йәйен-ҡышын юлда күрергә мөмкин: йә асфальт түшәйҙәр, йә юл таҙарталар... Эксперттар әйтеүенсә, илебеҙҙә һуңғы йылдарҙа 200 мең километрҙан ашыуыраҡ юлдар «юғалтылған» (был «ҡара» иҫәп менәндер әле). Сәбәбе – ҡаҙнала юлды ремонтлауға һәм уны тейешле сифатта тотоуға аҡса етешмәүендә. Шуға ла властар тәү сиратта ауылдар араһындағы күп юлдарҙы иҫәптән сығара ла ҡуя. Шөкөр, беҙҙең республикала хәл, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ. Әйтәйек, быйыл Әбйәлил районында ғына Сермән – Амангилде – Темәс автоюлында капиталь ремонт үткәрелгән, Мәйгәште һәм Хәмит ауылдары араһында юл рәтләнгән, Туйыш менән Ғәбдин араһында ла юл һалына.
– Унда өс урында торба ҡуйылды, тау ҡырҡылды, – тип эштең ахырына яҡынлашыуына ишараланы юл эшселәре. – Асфальт һалынғас, трасса хеҙмәтләндереүсе бригадаға, мастер Ғәзиз Ғәбитов егеттәренә, тапшырыла, юлды тәртиптә, таҙалыҡта тотоу уларҙың бурысы.
– Йәйен беҙ юл ситен таҙартыуҙан бушай алмайбыҙ, әйтерһең дә, шунан башҡа эшебеҙ юҡ, – тип көйҙө Ғәзиз Вәғәз улы. – Курорт зонаһы булғас, ял итеүселәр күп. Ә улар бар сүп-сарын машина тәҙрәһенән генә ырғытып китә. Ауыл халҡы ла үҙ өлөшөн индерәлер, тиһегеҙме? Юҡ, ауылдыҡылар, хужалыҡта кәрәк булыр, тип, бер нәмәне лә ташламай... Шулай уҡ ныҡ шәп йөрөмәһендәр ине йәштәр. Күпме фажиғә була юлда, үҙҙәрен һаҡламаһа ла, башҡаларҙы уйлаһындар ине...
Юлдағылар юлда булһын, эшләгәндәр эшен башҡарһын, тип, эшселәрҙе башҡа тотҡарламаныҡ, грейдерсы Вәкил Ахуновтың Мораҡай яғындағы юлды рәтләгәнен бер аҙ күҙәткәс, көҙгөләй ялтырап ятҡан яңы юлдан елдереп ҡайтып киттек. ҡыҙыҡ инде, заман да алға елдергәндә, беҙҙә юл төҙөүҙә һаман да элекке технологиялар, элекке материалдар ҡулланыла. Әйтәйек, Германияла юлдарҙың етмеш процентына бетон плита һалалар, улар егерме йылдан һуң ғына туҙа башлай, осһоҙ ҙа. Ә беҙҙә ундай юл төҙөмәйҙәр. Шуға ла Рәсәй юл селтәрҙәренең торошо буйынса донъяла 111-се урында килә, Африка илдәре генә беҙҙән ҡалыша.
Ә шулай ҙа юлдарҙы, юлсыларҙы әрләргә ашыҡмайыҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер автомобилистар машиналарында Европаға барып ҡайтҡандан һуң үҙебеҙҙең асфальтҡа яҡты йөҙөн бора.
– Швейцарияға барғас, эй, рәхәтләндем – юлдары көҙгө кеүек тип-тигеҙ инде, – тип яҙғайны интернетта берәү, – тик ҡыуанысым беренсе ямғырға тиклем генә булды. Һыуланған асфальт боҙ һымаҡ шыуғаҡҡа әйләнде лә ҡуйҙы, тәгәрмәстәрҙе ауыҙлыҡлармын тимә! Мин элек, Америкала, Европала водителдәрҙең тәжрибәһеҙлеге арҡаһында авариялар булып тора икән, тип уйлай торғайным, баҡтиһәң, быға юлдарҙың шып-шыма булыуы «ғәйепле». Аҙ ғына ҡар яуһа инде, юлдарында хоккей уйнарға мөмкин, шундай тайғаҡ. Шуға ла уларҙа ҡар, ямғыр яуыуы оло һәләкәт һымаҡ ҡабул ителә, эштәре туҡтай, имеш.
Бына бит, бер рәхәттең бер ҡыйыны була, тигәндәре раҫ. Ә беҙ, үҙебеҙҙең холоҡһоҙ ҡыштарыбыҙ, мыжыҡ яҙҙарыбыҙ, илаҡ көҙҙәребеҙ менән уларҙың юлдарына ҡыҙыҡҡан булабыҙ. Баҡтиһәң, хәл ул тиклем насар ҙа түгел икән.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.