30.08.2011 Тиңһеҙ хәтер һандығы – тарих
Темәскә, йыш уҡ булмаһа ла, йылына бер нисә тапҡыр юл төшә. Унда барғанда музейға ла инеп сығабыҙ: Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһының мәҙәни-тарихи үҙәге төрлө ҡомартҡыларға бай, экскурсиялары бай йөкмәткеле, барған һайын яңы экспонаттарға юлығаһың. Былтыр етди ремонт үткәрелеүе хаҡында хәбәрҙар булғанға яңыраҡ ҡына музейға тағы һуғылдыҡ. Төҙөкләндерелгәндән һуң яңырып-балҡып торған бинаны алыҫтан күреп, музейҙың икенсе һулышы асылған, тип шатландыҡ. Уның янында ҡоҙоҡ эшләтелгән, Зәки Вәлиди бюсы ремонтланған, постаменты ғына шул килеш ҡалған, әммә уға иғтибар итмәй, күңелдәребеҙ елкенеп, яңы асыштарға юлығырыбыҙҙы юрап, тупһа аша атланыҡ. Ә иҙәне лә иҙәне һуң, ялтырап тора, тип килеп инһәк тә, бер аҙҙан ҡыуаныс урынына күңелебеҙҙе бөтөнләй ҡапма-ҡаршы тойғолар биләп алды. Кәйефте «Батырша ихтилалы» тип аталған диорама төшөрҙө. Әйтәйек, борон башҡорттар ниндәй аяҡ кейеме кейгән? Эйе, әлбиттә, итек, ҡата, сарыҡ, калуш, ситек, шулай уҡ һунарсылар ҡышын ҡынйыраҡ кейгән, бик тә булмаһа, көндәре сабатаға ла ҡалған. Ә бына Темәс музейындағы диорамала боронғо милләттәштәребеҙҙең бер-икеһе заманса туфлиҙа һүрәтләнгән. Хәйер, башҡорттар башҡортҡа ла оҡшамаған, йөҙҙәре менән урыҫ милләтле кешегә тартым (дөрөҫөрәге, бер үк ирҙе төрлө ракурста күрһәткәндәр)... Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы диораманы күргәс тә, көлөргәме-иларғамы тигәндәй, оҙаҡ аптырап ҡарап торҙоҡ: текә баҫып килгән карателдәр отряды төп геройға әйләндерелгән, ә башҡорттарҙың ҡайһы береһе уларға һөжүм итергә әҙерләнә, ҡайһы бере, иҫе лә китмәй, йә тыныс ҡына атлап ҡайҙалыр китеп бара, йә ситкә ҡарап, тын ҡалған – етешһеҙлектәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Әлдә сит төбәктән килгән таныштарыбыҙҙы үҙебеҙ менән музейға алып бармағанбыҙ, юғиһә мәсхәрәгә ҡала инек. Телен, илен, динен яҡлап күп тапҡыр яуға күтәрелгән ғорур тәбиғәтле, ирек һөйөүсән, батыр ата-бабаларыбыҙҙы беҙ данлау менән ни, әгәр улар ошондай мөшкөл, бахыр хәлендә һүрәтләнгәс... Ә бит музейға йыл һайын ике меңдән ашыу кеше килә: Өфө, Сибай, Магнитогорск студенттары ла, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан уҡыусылар ҙа юлға саң ҡундырмай; шағир, яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бында йыш ҡунаҡ; Америка, Иордания, Япония, Франция, Финляндия, Төркиә вәкилдәре лә булғаны бар.
Этнография залындағы был диораманы Өфө рәссамдары яңыртҡан. Заман технологияларын ҡулланып башҡарған эштәре илке-һалҡы эшләнгән, байтаҡ хатаға юл ҡуйылған, шуға ла ҡан менән яҙылған тарихыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу урынына, диорама кемдеңдер күңелендә аяныс көйөк ҡалдыра, кемдеңдер был күренештән ауыҙы йырыла. Ни эшләп башҡорт халҡының тарихын йүнләп белмәгән, белһә лә, ихтирам итмәгән рәссамдарға был яуаплы эш йөкмәтелде икән?
Башта ҡайнашҡан күңелһеҙ уйҙарға күмелеп, Темәс музейының икенсе ҡатына күтәрелгәс, кәйеф бер аҙ яҡшырҙы. Капиталь ремонт өсөн «Профит» йәмғиәтенә «бишле» ҡуйырлыҡ: ишек, тәҙрә, иҙәндәр алмаштырылған, фундамент нығытылған, сигнализация, яҡтыртҡыстар ҡуйылған ‒ музей өр-яңы кеүек. Рәмилә Әбсәләмова етәкләгән кескәй коллектив та музейҙы яңыртыуға үҙенең өлөшөн индергән, фонд байытылған, тулыландырылған. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кемгә музей урынлашҡан был ике ҡатлы бинала 1919 йылдың башында Башҡортостан Республикаһының тәүге хөкүмәте эшләгәне, шул айҡанлы мемориаль залда беренсе хөкүмәттең эшен сағылдырған экспозиция булдырылғаны мәғлүм. Бында бик күркәм ыңғай үҙгәрештәр: Зәки Вәлиди, Мстислав ҡулаев, Юныс Бикбов, Аллабирҙе Йәғәфәровтарҙың һындары янына Шәйехзада Бабич менән Муллаян Халиҡов, Нуриәғзәм Таһировтың һындары өҫтәлгән. Боронғо самауыр, шкаф, шәм, яҙыу машинкаһы, келәм тарихи ысынбарлыҡты тергеҙгәндәй.
Икенсе ҡатта ауыл тарихын бәйән иткән яңы зал да асылған. «Бөрйән-Түңгәүер улусы тарихы», «Коллективлашыу осоро», «Һәүәнәк» совхозы», «Темәс урман сәнәғәте хужалығы тарихы», «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар» һәм башҡа стендтар, уникаль архив һәм шәхси документтар, экспонаттар һаҡланған витриналар һәр кемгә ҡыҙыҡлы буласаҡ. Мәҫәлән, беҙ ата-әсәйҙәребеҙ йөрөткән ҡара һауытын (чернильница) тәүгә күрҙек. Рәмилә Риза ҡыҙы: «ҡара түгелеп, йыш буяла торғайныҡ, ‒– тип үҙенең мәктәпкә барған осорон хәтерләп, йылмайҙы. ‒– ҡараны иҙергә оҫталыҡ кәрәк, ҡайһы берәүҙәрҙең ата-әсәһе уны йә шыйыҡ, йә, киреһенсә, ныҡ ҡуйы итеп иҙә торғайны. Мәктәптән ҡайтҡас, ана, тегенең атаһы ҡараны матур иҙгән, тип бәлә һалып, үҙ атайыңдан ҡараны яңынан иҙҙерәһең».
Дуҫтарыбыҙҙың һөйләүе буйынса, әүәл Темәс музейында Аҡморон тауында табылған пулеметтар ҙа булған, тик музейҙарҙы үҙәкләштереү осоронда уларҙы Баймаҡҡа алып киткәндәр ҙә, кире ҡайтармағандар. Уйлап ҡараһаң, граждандар һуғышының өнһөҙ шаһиттарының урыны тап Темәс музейында. Урындағы халыҡ шулай уҡ милли музейҙа ятҡан Әмин ташын да кире ҡайтарыуҙы һорай.
– 1960 йылда ташты тейәп алып киткәндәрен Барый Буранбаев фотоға төшөргән, ‒– тип һөйләй тыуған төбәгенең тарихына битараф булмаған Фәйзулла Үтәбаев, тарихи фотоны күрһәтеп. ‒ Оҫта тимерсе Әмин батыр ‒– Сураш батырҙың бер туған ҡустыһы. Уның даны тирә-яҡҡа таралған булған. 1736 йылда батша указы менән башҡорттарға тимерлектәр тотоу тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, ҡылыс, уҡ, һөңгө баштары яһаған тимерсегә эшҡыуар Брагин, йә һөргөнгә китәһең, йә таш ҡырҡырлыҡ балта яһайһың, тип янай. Әмин батыр балта яһап, таш киҫеп күрһәтә. Шул һыналған таш Әмин ауылы ситендә ятҡан була, аҙаҡ уны алып киткәндәр. Элекке осорҙа Әмин бабайҙары депутаттар менән осрашыу ваҡытында, ташты ҡайтарығыҙ, тип ҡысҡырышһа, темәстекеләр пулеметтарын ҡайтарыуҙы һорай ине. Тарихи ҡомартҡылар улар өсөн бик ҡәҙерле булғандыр.
Бына шундай тарихи ваҡиғаларҙы ишетеп, үҙенсәлекле экспонаттарҙы күреп, үҙгәрештәргә бер көйөп, бер ҡыуанып, Темәс музейын ҡарап сыҡтыҡ. Икенсе килеүебеҙгә, моғайын, етешһеҙлектәр бөтөрөлөр, тик ыңғай тәьҫораттар ғына алып ҡайтырға яҙыр.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.