RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Киләсәгебеҙ нанотехнологияларға һәм йәштәргә бәйле

27.08.2011 Киләсәгебеҙ нанотехнологияларға һәм йәштәргә бәйле

Киләсәгебеҙ нанотехнологияларға һәм йәштәргә бәйле
Бындай сараның тәүгеһе Башҡортостанда 2009 йылда үткәйне. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ошо йүнәлештә эшләгән ғилми үҙәктәр, сәнәғәт предприятиелары, ғилми һәм юғары уҡыу йорттары, шулай уҡ сит ил вәкилдәре ҡатнашҡайны. Әйткәндәй, Конгресс-холдың икенсе ҡатында ойошторолған күргәҙмә экспозицияһында, республиканың нанотехнологиялар өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары менән бер рәттән, сит төбәктәрҙең дә һуңғы фәнни-техник яңылыҡтары урын алғайны. Күргәҙмә менән ҡыҙыҡһыныусылар газ, нефть, машиналар эшләү, авиация, ғөмүмән, сәнәғәт, шулай уҡ медицина өлкәһендәге нанояңылыҡтар менән яҡындан таныша алғайны. Нанотехнологиялар тураһында ул ваҡытта республикала артыҡ һүҙ ҡуйыртылмай һәм күпселек халыҡ бигүк хәбәрҙар ҙа түгел ине. Әммә нәҡ 2009 йылғы ошо форум Башҡортостанда нанотехнологияларҙы үҫтереү өсөн этәргес көс булып торҙо ла инде: был өлкәлә эш башлаған ғилми учреждениеларҙы, ғилми-техник лабораторияларҙы һәм вуз-предприятиеларҙың берлектәге ғилми-техник үҙәктәрен, технопарктарҙы финанслау, анығырағы, инвестициялау мәсьәләһе ыңғай хәл ителә башланы; беҙҙең яңы проекттарға ҡарата Рәсәй төбәктәренең генә түгел, ә сит илдәрҙең дә ҡыҙыҡһыныуы артты – һуңғы сара нәҡ ошоно раҫлай ҙа инде; һәм, әлбиттә, бөгөнгө тәжрибә үҙе үк күрһәтеүенсә, нанотехнологиялар йәштәрҙе үҙенә нығыраҡ ылыҡтыра башлаған.

Быйылғы «Фәндән – инновацияларға» тип аталған халыҡ-ара конгресҡа 17 илдән 200-ләгән ғалим килде. Форум барышында ғилми даирә эшмәкәрҙәре алты «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашып, күләмле наноструктур материалдар булдырыу, етештереү һәм бойомға ашырыуҙың бөтә аспекттарын да тикшерҙе. Шуларҙың бер нисәүһе – нанотитандың медицинала ҡулланылышы, компьютер моделдәре, текстура анализы һәм рентген тикшеренеүҙәре, Рәсәйҙә нанотехнологиялар өлкәһендә күп кимәлле мәғарифты ойоштороу мәсьәләләре.
Нанотехнологиялар буйынса ойошторолған мастер-кластар, семинарҙар ҙа эҙһеҙ үтмәҫ һәм киләсәктә был өлкәлә эшләүсе ғалимдарыбыҙҙан башлап буласаҡ ғалимдарыбыҙға, шулай уҡ предприятиеларҙа эшләүсе белгестәребеҙ, хатта эшселәребеҙ, нанопродукцияларҙы ҡулланыусылар өсөн дә үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышанғы килә.
23 августа республика Президенты Рөстәм Хәмитов, симпозиум делегаттарын ҡотлап, конгрестың Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, был беҙҙең фәнни эшмәкәрлек һәм инновацион инфраструктура өлкәһендәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы таныу тигән һүҙ, тине. Һүҙен дауам итеп, ул: «Бөгөн 60-тан ашыу ойошмабыҙ ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә һәм фән өлкәһендә яҡынса 7,5 мең кеше мәшғүл. Һәм нанотехнологиялар – фәндең перспективалы өлөшө генә түгел, ә күп фән өлкәләрен үҫтереү катализаторы, шуға күрә лә Башҡортостанда һәр инновация производствоға индерелә, тик был эш беҙҙә башланып ҡына тора», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
– Яңыраҡ «Роснанотех» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән төҙөлгән килешеү уңышлы бойомға ашырылһа, 2015 йылдың аҙағына республикала инновацион продукция күләме 90 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, йәғни бөгөнгөнән 10 – 15 тапҡырға артығыраҡ булырға тейеш, – тигән ышаныс белдерҙе сығыш яһаусы.
Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үтергә кәрәк: Өфөлә конгресс үткәреү идеяһын ошо йәмғиәт тә дәррәү хуплаған. Үҙ нәүбәтендә «Роснанотех» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы ағзаһы Сергей Калюжный уның президенты А. Чубайстың конгресс эшендә ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
– Нанотехнологиялар Рәсәйҙә тотороҡло үҫеш майҙанына сыҡты. Илдең 30 төбәгендә нанотехнологиялар майҙаны эшләй башланы. Әлеге көндә «Роснано» 120 яңы проектты финансланы. Былтыр һәм быйыл нанопродукциялар етештереүсе 8 завод үҙ эшен башланы. Быйыл йыл аҙағына тиклем тағы ла 13 предприятие сафҡа инәсәк. Нанопродукцияларҙан килгән аҡса 20 миллион һум тәшкил итте лә инде. Ә Башҡортостан – наноиндустрия үҫә барған төбәктәрҙең береһе. Был төбәктән ике проектты «Роснано» инвестициялаған. Тағы ла алты проект инвестициялау буйынса үҙ сиратын көтә, – тигән һүҙҙәрҙә «Роснанотех» менән Башҡортостандың яңы фән өлкәһендә алып барған хеҙмәттәшлеге асыҡ сағылды.
Симпозиумдың инглиз телендә алып барылыуын айырым билдәләп үтеү кәрәктер: сит ил вәкилдәре генә түгел, беҙҙең ғилми даирә вәкилдәренең күбеһе был телде яҡшы аңлай һәм аңлаша, ә ғалимдарыбыҙҙың – вуз уҡытыусыларының нәҡ ошо телдәге ғилми сығыштары беҙҙекеләрҙең һәр өлкәлә лә «төшөп ҡалғандар»ҙан булмауын дәлилләне.
Ә бына «Махсуслаштырылған юғары технологиялар күргәҙмәһе – 2011» экспозицияһы беҙҙең кеүек ябай күҙ һалыусылар өсөн, исеменән бигерәк есеме мөһимерәк, тигәнгә ишара булып торҙо ла инде. Сөнки нәҡ күргәҙмәлә ошо өлкәлә өлгәшелгән ҡаҙаныштар, уларҙы бойомға ашырыусылар менән күҙмә-күҙ танышыу мөмкинлеге булды. Яңы проекттар өҫтөндә эшләп, уны атҡарыусыларҙың күбеһе – йәштәр һәм уларҙың күпселеге Өфө дәүләт авиация техник университеты сығарылыусылары, аспиранттары. Әйткәндәй, был вуз базаһында Төбәк-ара күләмле наноструктуралы материалдарҙы эшкәртеү һәм индереү буйынса фәнни-техник үҙәк асыласаҡ. Уның белгестәре биомедицинала, автомобилдәр эшләү һәм авиация, төҙөлөш һәм башҡа өлкәләр өсөн тәғәйенләнгән сплавтар алыуға ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлау эштәрен башҡарасаҡ. Шуларҙың береһе – хәҙер «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инженер-конструкторы Николай Сиравкин үҙҙәренең экспозицияһы менән таныштырып, нанопродукциялары нимәнән ғибәрәт булыуы тураһында һөйләне:
– Металдарҙы электролитта контактһыҙ эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән электрохимик станоктар проекттары, тәүҙә университеттың фәнни-техник лабораторияһында етәксебеҙ – университет профессоры Александр Николаевич Зайцев башланғысында барлыҡҡа килеп, бер нисә станок йыйғайныҡ. Беҙҙең инновацион ҡорамалға ихтыяж барлыҡҡа килде, һөҙөмтәлә уны сериялап сығарыу кәрәклеге килеп тыуҙы. Һәм бына яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөп, 50 эш урынлы заводыбыҙҙы булдырып, эште яйға һалып ебәрҙек. Әлбиттә, документтар юллап, ғариза биреп, тәүге инвестицияларға өлгәшкәнсе йыл ярым ваҡытыбыҙ китте. Әле ҡорамалдарыбыҙҙы «Росатом» предприятиеһына, Эҫем ҡалаһының «Агрегат» заводына оҙаттыҡ. Сит илдәрҙән – Һиндостан, Англия һәм Германия ла беҙҙең эште таныны. Хәҙер йылына 470 станок етештереүгә йүнәлеш алдыҡ. Беҙҙең станоктар теүәллеге менән айырылып тора. Киләсәктә бөгөнгө микрометрик теүәллектән нанометрик теүәллеккә өлгәшергә тырышасаҡбыҙ. Минең үҙемә иһә был фәнни-техник эш Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илгә сығыу мөмкинлеге менән бик ҡыҙыҡ.
Киләһе әңгәмәсебеҙ – техник фәндәр кандидаты, «Өфө мотор­ҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нанотехнологиялар программаһы бүлегенең әйҙәүсе инженеры Наталья Садкова ла был уҡыу йортон 2006 йылда тамамлаған һәм баштан-аяҡ фәнни эшкә сумған. Уларҙың нанотехнологиялар өлкәһендәге яңы проекты – газ турбинаһы двигателдәрен һаҡлағыс япма менән ҡаплау. Был проект өҫтөндә шөғөлләнеүҙәренә бер йыл ғына үткән, әммә ул үҙен күптәргә танытып та өлгөргән: һаҡлағыс япма менән ябылған двигателдәрҙең хеҙмәт итеү ваҡыты оҙоная, ышаныслылығы арта икән. Ғалимдарҙың һәм белгестәрҙең маҡсаты – үҙ фәнни-техник үҙәктәрен булдырыу һәм нанопродукциялар етештереү өҫтөндәге эштәрен артабан камиллаштырыу.
Натальяға ҡарап, ғәжәпләнмәү мөмкин түгел: нәфис затҡа ҡатмарлы техникаға бәйле ошондай фәнни эш ҡыҙыҡмы икән ни? Ғәҙәттә, бындай өлкәлә ир-егеттәр генә эшләй кеүек. Әммә Наталья кеүек нәфис заттар тағы ла бар икән: улар БДПУ-ның Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты аспиранты Луиза Кәли­муллина менән Ғәлиә Солтанбаева булып сыҡты. Хеҙмәттәштәре Азат Ғәлиевтың миңә һөйләгәндәрен ҡыҙҙар ситтән генә йылмайып тыңлап торҙо. Бына уларҙың эштәренең асылы: молекуляр электроника тигән мөғжизә бынан 20 йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән. Элегерәк физика өлкәһендә һәр ерҙә лә металл, ярымүткәргестәр ҡулланылған булһа, хәҙер органик элементтарҙы файҙалана башлағандар. Органик химия институты хеҙмәткәрҙәре электр үткәргес полимер уйлап тапҡан һәм был полимерҙар уникаль үҙенсәлеккә эйә булып сыҡҡан, һөҙөмтәлә улар электр ҡорамалдарын камиллаштырыу өсөн төрлө датчиктарҙа ҡулланыла башлаған...
Шуныһы һөйөндөрҙө: был йәштәр араһында ҡаланан да, райондарҙан да сығыусылар бихисап. Мәҫәлән, Азат Ғәлиев – Борай райо­нынан. «Һеҙҙең фән юлына баҫыуығыҙ мәктәптән киләме?» – тигән һорауға әңгәмәселәр, баҫалҡы йылмайып: «Әлбиттә, мәктәп уҡытыусыһынан», – тип берҙәм яуап бирҙе. Шул саҡ йәнәшәбеҙгә килеп туҡтаған өлкән йәштәге ханым: «Уҡытыусыға ғына түгел, ә күп осраҡта уҡыусының, студенттың үҙенә бәйле. Нимәнелер белергә, үҙләштерергә теләмәгән кешегә, күпме генә тылҡыһаң да, барып етмәй. Иң тәүҙә йәш кеше үҙенең нимәгә ынтылышы булыуын аңларға тейеш. Юғиһә күптәр ата-әсәләренең теләге буйынса уҡырға инә лә, уҡыуҙа ла, тормошта ла бер йәм һәм тәм тапмай», – тигән һығымта яһап ҡуйҙы. Ул БДПУ-ның генетика кафедраһы мөдире Валентина Юрьевна Горбунова булып сыҡты.
Вуз уҡытыусыларының бындай конгрестарҙа йөрөүе, бәлки, ғәжәп түгелдер – фән кешеләре бит улар. Ә бына каникулдарында ял итеү яғын ҡарамай, ошондай оло сараға килергә иренмәгән студенттарға хайран ҡалмау мөмкин түгел. БДПУ студенттары Владимир Шахна­заров, Альберт Байков үҙҙәренән әҙ генә өлкән дуҫтары янынан китмәй. Баҡһаң, улар студенттарҙың фәнни отрядтарында шөғөлләнә икән. Ә конгрестың рәсми өлөшө асылған залда йәнәш ултырған егет, Евгений Николаев, Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация факультетының 5-се курсына бара һәм уны нанотехнологиялар бик ҡыҙыҡһындыра икән. «Башҡортостан менән Рәсәйҙең үҫеше һәм киләсәге – наноиндустрияны үҫтереүҙә. Йә үҫәсәкбеҙ, йә юл ситендә ҡаласаҡбыҙ – башҡаса мөмкин түгел», – тине ул сәмләнеп. Йәш әңгәмәсемә инглиз телендә сығыш яһаусыларҙың телмәрен тәржемә итеү кәрәкмәй – телде яҡшы белә булып сыҡты. Хатта миңә аңлатмалар биреп ултырҙы. Үәт бит, бөгөнгө йәштәр ниндәй! Һөйөнөрлөк тә, көнләшерлек тә!
Аңлауыбыҙса, нанотехнологиялар буйынса яңы проекттар беҙҙең көндәлек тормошта ҡулланылған төрлө ҡорамалдарҙың хәүефһеҙлеген һәм сифатлы эшләүен, йәғни беҙгә, ҡулланыусыларға, ышаныслы, тоғро хеҙмәт итеүен тәьмин итә. Тимәк, теләйбеҙме, күрәбеҙме, беләбеҙме, юҡмы, әммә һәр беребеҙ нанотехнологиялар солғанышында йәшәй һәм эшләй. Һәм нано ғалимдарға, тар белгес эйәләренә генә түгел, ә бөтә кешелек йәмғиәтенә тоғро хеҙмәт итеүсе булып тора. Бына ошо юҫыҡта үҫешәсәк тә инде артабан донъя. Ә беҙҙең Башҡортостанда шундай «түңәрәк баш»тар күп булыуы арҡаһында республика наноүҙәге барлыҡҡа киләсәк! Әйтел­гәндәрҙең бөтәһен бер урынға йыйып, һығымта яһап ҡуйһаҡ, киләсәгебеҙ – нанотехнологиялар һәм йәштәр ҡулында!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
АВТОР фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”