RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әйле ырыуының сая ҡыҙы

23.08.2011 Әйле ырыуының сая ҡыҙы

Журналист һәр һүҙен, фекерен аныҡ факттар менән нығытырға тейеш, тип иҫәпләй Зәйтүнә Ханова
Әйле ырыуының сая ҡыҙы
Зәйтүнә ҡәнзәфәр ҡыҙы Ханова Мәсетле районының Йыланыш ауылында тыуған. 1973 йылда 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлай, 1978 йылда, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем алып, филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгесе һөнәренә эйә була. Хеҙмәт юлын «Ленинсы» республика гәзитендә тәржемәсе булып башлай. «Йәшлек» гәзите асыл­ғас, унда сәйәсәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.
Һуңынан Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сәйәси әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1993 йылда уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә.
2009 йылдан «Йүрүҙән» гәзитендә социаль-иҡтисад бүлеге мөдире булып эшләй.
Былтыр Өфөлә үткән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат секцияһында республикала баҫылған милли гәзит-журналдар торошона анализ яһалды, уларҙың киләсәге күҙалланды, һәләтле журналистар маҡтап телгә алынды. Башҡортостандың иң көслө журналистары араһында «Йүрүҙән» гәзите хәбәрсеһе Зәйтүнә Ханованың исеме билдәләп үтелеүе менән ғорурланып ултырҙым. Ысынлап та, танылған публицист Зәйтүнә ҡәнзәфәр ҡыҙының 2009 йылда редакцияға килеүе гәзитебеҙгә яңы һулыш өрҙө. Уның сәйәси-аналитик мәҡәләләрен, арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ хаҡында очерктарын гәзит уҡыусылары көтөп ала, тиһәк тә, яңылышмабыҙ. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Зәйтүнә ҡәнзәфәр ҡыҙы менән ошо уңайҙан уның ижади тормошо хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Бәхетлеләр генә юбилейын билдәләгәндә “Мин был тормошта барыһынан уңдым” тип әйтә алалыр. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең күркәм юбилейығыҙҙа ошондай йомғаҡ яһай алаһығыҙмы?
– Эйе, мин дә барыһынан уңдым, ләкин тормош бер уңышты ла әҙер килеш алтын табаҡта килтереп тотторманы, һәр еңеү оло тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ емеше булды. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, һәр саҡ маҡсатыма ирешергә тырыштым. Ғүмер буйы ғәҙелһеҙлек менән көрәштем.
– Һеҙҙе шундай көслө рухлы итеп ниндәй мөхит тәрбиәләне?
– Мин Әйле ырыуы ҡыҙымын. Милли ғорурлыҡ та, телгә һөйөү, көслө рух та, минең уйымса, бары тик тыуған мөхиттә, ғаиләлә тәрбиәләнә. Мәктәп иһә – белем алыу сығанағы. Әсәйемдән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡым йолаларын, мосолман әҙәбен өйрәнеп үҫтем. Саялығым, тәүәккәллегем дә әсәйемдән киләлер. Сөнки уның кеүек, алты бәләкәй балаһын алып, уларға тейешле белем бирәм, тип, ауылды ташлап, Өфөгә сығып китергә һирәктәр генә баҙнат итәлер. Бар балаһына ла белем, тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған әсәйем алдында бөгөн баш эйәм. Тәрән белем биргән өсөн интернат уҡытыусыларыма ла бик рәхмәтлемен, бигерәк тә Разия Хәмит ҡыҙы, Вәриҙә ҡазый ҡыҙы, Дамира Зәйнулла ҡыҙы, физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улын һәм башҡаларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алам.
– Тормош юлдары һикәлтәле, һеҙгә лә төрлө кешеләр менән аралашырға, төрлө коллективтарҙа эшләргә тура килә. ҡайһы эш дәүере күңелегеҙҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы? Нисек журналист булып киттегеҙ? Был һөнәр йәшлек хыялы инеме?
– Хеҙмәт юлын “Ленинсы” гәзитендә тәржемәсе булып башлауым миңә һөнәр оҫтаһы булыуға бик булышлыҡ итте. 80-се йылдарҙа Л. Брежневтың һыу буйы докладтарын тура тәржемә итеп, төндәр буйы машинкала баҫыуҙар хәтергә уйылып ҡалған. ҡәләм оҫталары, таныл­ған журналистар Александр Мамаев, Светлана Ғафурова, Галина Карпусь, Инсур Фәхретдиновты үҙемдең остаздарым, тип һанайым. Уларҙың йөкмәткеле мәҡәләләрен тәржемә иткәндә, үҙем дә журналистика серҙәренә төшөндөм тиһәң дә була. Ғөмүмән, ул йылдарҙа икенсе университет бөткәндәй булдым.
90-сы йылдар революцион йылдар булып ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалды. Үҙ аллы «Йәшлек» гәзитен асыу, суверенитет өсөн көрәшеү, телебеҙ тураһында закон әҙерләү, беренсе Президентыбыҙҙы һайлау Башҡортостан тарихының сағыу биттәре булып тарихҡа инде. Ошо сәйәси ҙур ваҡиғалар уртаһында миңә лә ҡайнарға тура килде. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алып өсөнсөһөнә тиклем был ойошманың башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, әүҙем эшләнем.
«Йәшлек» гәзитендә Рәми Ғарипов тураһындағы тәүге мәҡәләм баҫылыуы әле лә иҫемдә. Хоҙай тәҡдире менән хеҙмәт юлы аҙағында бөйөк шағирыбыҙҙың, Салауат батырҙың тыуған төйәгендә, мине йылы ҡабул иткән «Йүрүҙән» гәзитенең тырыш коллективында эшләүҙе өлөшөмә төшкән ҙур бәхет тип ҡабул итәм.
– Зәйтүнә ҡәнзәфәровна, Һеҙ танылған журналист ҡына түгел, ә байтаҡ китап авторы ла. ҡайһы китабығыҙ күңелегеҙгә яҡыныраҡ? Киләсәккә ниндәй ижади пландар ҡораһығыҙ?
– Һәр китап ул бала кеүек тыуа һәм үҙ балаңдай ҡәҙерле. Һәр китап – тормош тәжрибәһе, юлъяҙмалар, төрлө күҙәтеүҙәр, осрашыуҙар йомғағы ла.
90-сы йылдарҙа сыҡҡан китаптарым милләт, милли сәйәсәт, тел темаһына ҡағылышлы булһа ла, бер кемдең дә миңә «милләтсе» тигән мөһөр таҡҡаны булманы, сөнки һәр һүҙем факт­тар, аныҡ миҫалдар менән дәлилләнә.
Китап сығарыу, редакторлау эшен әле лә ташламайым. Салауат районының арҙаҡлы шәхестәре хаҡында китаптар сығарыуҙы маҡсат итеп алғанмын. Былтыр Искәндәр Миһрановтың «Уралҡайын да һөймәҫ ул булмаҫ» китабын, быйыл уның авторлығында Хәнифә Искәндәрова тураһында «Сәскәләр бүләк итәм» китабын редакторланым. Тиҙҙән арҙаҡлы шәхес, ҡурай эшләү оҫтаһы Вәкил Шөғәйеповтың юбилейына ла бүләк итеп китап баҫтырасаҡбыҙ.
– Һеҙҙе бөгөн нимә борсой?
– Халыҡты нимә борсой, шул уҡ уйҙар мине лә хафаға һала: көн дә хаҡтарҙың артыуы, эшһеҙлек, мәктәптәр ябылыуы, ғөмүмән, мәғариф хәле, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ.
– Күпме эш тураһында һөйләһәк тә, халҡымдың «Эш инәһе тимәҫтәр, бала инәһе тиерҙәр» тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Балаларығыҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Ғаиләм – ҡәлғәм. Тормош иптәшем Ринат балаларға хәстәрлекле яҡшы атай булды. Мебель оҫтаһы булараҡ, өйҙә бар йыһазды үҙ ҡулдары менән эшләне. Балаларҙы милли рухта тәрбиәләргә тырыштыҡ. Улым Азат ҡорманаев – рәссам. Ғорур ҡаялар, мәғрур тауҙар булған пейзаж төшөрөргә ярата, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. ҡыҙым Асия мин хыялланған тарих факультетын тамамлап, шулай уҡ минең юлдан китте – тәржемәсе, тарихсы, китап нәшерләүсе һөнәрҙәрен үҙләштерҙе.
– Бәхетле мәлдәрегеҙ…
– Иремдең мине ихтирам итеүе, улымдың йөрәккә үтерлек итеп «Уралым» йырын башҡарыуы, ейәндәрем Айназ менән Әйленурымдың «өләсәй» тип өҙөлөп тороуҙары… ҡатын-ҡыҙ – әсә бәхете өсөн башҡа ни кәрәк тағы!
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Бар гәзит уҡыусылар исеменән юбилейығыҙ менән ҡотлап, бәхетле мәлдәрегеҙ тағы ла күберәк булыуын теләйбеҙ.

Рәйлә ЛАТИПОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”