23.08.2011 Студент отрядында сынығып, уҡыуға яңы дәрт менән
Йәйен йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк төҫ ала. Ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү йәһәтенән студент отрядтары төҙөү – иң һөҙөмтәле алым. Был хеҙмәт төркөмдәре – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Студент отрядтары штабы» төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, уҡыу йорттарының берлектәге эш «емеше».
Хеҙмәт семестрына әҙерлек йыл башында уҡ башланды тиергә мөмкин: февралдән алып студотряд кураторҙары ҡатнашлығында махсус «түңәрәк өҫтәл»дәр, кәңәшмәләр, семинарҙар үткәрелде.
Рәсәй субъекттары менән студент отрядтарын алмашыу йолаһын тергеҙеү маҡсатында Татарстандың, Киров һәм Волгоград ҡалаларының төбәк штабтары менән килешеү төҙөлгәйне. Һөҙөмтәлә беҙҙең йәштәр (барлығы 80 студент) дүрт студотрядта – Геленджикта, Анапала, ҡаҙанда эшләй. Мәҫәлән, универсиада объекттары төҙөүҙә ҡатнашыу хоҡуғы өсөн конкурста еңеп, «Регион – 102» төҙөлөш отрядынан 17 яҡташыбыҙ Татарстандың баш ҡалаһында 45 мең кеше һыйҙырышлы футбол стадионында көс түгә. Дөйөм алғанда, 600-ләгән студент Башҡортостандан ситтә эшләй. Хеҙмәт хаҡына килгәндә, ул 10 – 18 мең һум тәшкил итә. 5500 самаһы егет һәм ҡыҙ, отрядтарға тупланып, республикала эшләргә теләк белдерҙе. Улар Өфөнөң йәшелләндереү хужалығына, төҙөлөшкә («Брикс» фирмаһы менән килешеү төҙөлгән), БДУ-ның бишенсе ятағын ремонтлауға урынлашҡан. Йәштәр Сибай, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла эшләй. Бынан тыш, Сочи, Адлер йүнәлешендә проводник һөнәрен һайлаусылар ҙа бар.
Студенттарыбыҙ спортта ла һынатмай. ҡаҙанда Рәсәй студотрядтары араһында мини-футбол буйынса үткән ярышта өсөнсө урынды яулағандар.
Әйткәндәй, студент отрядтары араһында конкурс та иғлан ителгән.
Тиҙҙән каникулдар тамамлана. Йәштәр яңы көс-дәрт менән тағы ла уҡырға тотонасаҡ. Ә йәй буйына күпме тәьҫорат алынды, тормош тәжрибәһе тупланды, һөнәр үҙләштерелде, дуҫтар табылды. Быларҙың барыһы ла – студент отрядында. Шуныһы ғына бар: республикала студент хеҙмәт отрядтары үҫешенә уларҙың үҙ бинаһы һәм матди-техник базаһы булмау ғына бер аҙ ҡамасаулай.
Руслан ҡАНБУЛАТОВ,
«Студент отрядтары штабы» республика төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы
рәйесе.