RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ИҢРӘҮ ҠАЙТА НИСӘ ЙЫЛДАР ИНДЕ, ПОЕЗД ТӨТӨНӨНӘ УҠМАШЫП

20.08.2011 ИҢРӘҮ ҠАЙТА НИСӘ ЙЫЛДАР ИНДЕ, ПОЕЗД ТӨТӨНӨНӘ УҠМАШЫП

ИҢРӘҮ ҠАЙТА НИСӘ ЙЫЛДАР ИНДЕ, ПОЕЗД ТӨТӨНӨНӘ УҠМАШЫП
Өс сәғәттән ашыу вертолетта осоу ҙа, унан һуң һигеҙ сәғәт самаһы Яңы Уренгойҙың кеше өсөн бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған тауыҡ кетәге ҙурлыҡ ҡына вокзалында поезд көтөп ултырыу ҙа ярайһы ғына биҙрәткән, билетта күрһәтелгән вагонға инеп, үҙемә тәғәйенләнгән урынды алыу менән, әүен баҙарына киткәнмен. Шулай ҙа оҙаҡ йоҡларға ирек бирмәнеләр: ике-өс сәғәттән вагонға ҡулдарына яҫтыҡ дәүмәлендәй сумкалар күтәргән, яға аҫтары еүешләнгәнлектән, ярайһы ғына ҡыҙмаса булып алған ете-һигеҙ ир килеп инде. Һөйләшеүҙә­ренә ҡарағанда, барыһы ла бергә эшләй, вахтанан ҡайтып килеүҙәре. Салауат, Стәрлетамаҡ ҡа­лаһынан икән үҙҙәре. Башымды күтәргәнемде күргәс, үҙҙәренең табындарына ҡу­шылыр­ға әйҙәп, мине лә саҡырып ҡарағайнылар ҙа, ҡырҡа баш тарт­ҡас, ҡул һелтәнеләр. “Арығандыр кеше, борсомағыҙ, ял итһен”, – тине араларынан минең йәштәгеһе, итәғәтле булыр­ға тырышып.
Йәй уртаһы булғанлыҡтан, Себерҙән бар халыҡ тыуған яҡтарына ашыға, кемдәрҙер диңгеҙгә юллана. Билет алыуы, ай-һай, оло бер проблема. Мин дә плацкарт вагонға эләкмәнем. Купе вагонындағы урындарға хаҡты бигерәк ныҡ ҡайыралар. Шуға ла билетты ултыраҡ вагонға алырға тура килде. Ярай, кем әйтмешләй, бер төнгә ҡуян тиреһе лә сыҙаған. Хәйер, Яңы Уренгойҙан Өфөгә ҡәҙәр поезд бер кис кенә бармай, ике тәүлектән ашыу юрғалай. Тиҙҙән яҡындарымды, туғандарымды, дуҫтарымды күрәсәкмен, күңелемә тулышҡан хистәр менән уртаҡлашасаҡмын, аяҡ табандарым тыуған еремдең йылыһын тоясаҡ, күҙҙәрем Баш­ҡортостанымдың гүзәл тәбиғәтенә һоҡланасаҡ, ҡолаҡтарым халҡым моңон ишетеп, ҡыуанасаҡ, тип татлы хыялдар­ға бирелеп килә торғас, тағы йоҡоға талғанмын.
Ләкин сәхифәләргә бирелеп оҙаҡ ятырға мөмкинлек булманы, әле генә һин дә мин гәпләшеп, араҡыға һаҫыҡ һыра ҡушып һемергән юлдаштарым араһында бәхәс ҡупты. Сәбәбе лә ташҡа үлсәйем генә һүҙ көрәштереүҙәренең. Алдарында ултырған араҡыны әллә эсеп бөтөргәндәр, әллә берәйһе мулыраҡ йотҡан, шуны асыҡлайҙар. Шулай әтәсләнеп килә торғас, араларынан йәшерәк берәү бая ғына минең менән инсафлы булырға тырышҡан ирҙең эйәк аҫтына ҡундырҙы. Шундай итеп һуҡты, өрлөк буйы был ғифриттең ҡул аҫтына эләкһә, ат булһа, ат һөрлөгөп китер ине, валлаһи. Мәгәр, теге итәғәтле әҙәм бирешмәне, аяҡ өҫтө ҡалды.
– Тәү башлап һин һуҡтың, братишка, ҡара уны, – тип һөйләнде үҙе, йоҙроғон төйнәп. – Аҙаҡ үкенерлек булмаһын.
– Һин нимә, миңә янайһыңмы? – ҡырлас танаулы, оҙон буйлы, киң күкрәкле йәш егеттең сөм ҡара күҙҙәренән осҡондар сәсрәп китте. Олтораҡ ҡалынлыҡ ҡаштары бер аҫҡа, бер өҫкә һикереште. – Әйҙә, кил, улай герой булғас!
Ул арала егеттең йоҙроҡтары теге ирҙең тағы бер-ике тапҡыр күҙ төптәрен, танау аҫтарын һыйпап үтте. Табын артында бергә килгән егеттәр быларҙы аралар, моғайын, тип уйлағайным да, хаталандым. Улар урындарынан дәррәү күтәрелде лә, тәмәке тартыу һылтауы менән, тамбурға юлланды.
Вагон иркен, ике ир геү килеп көс һынаша. Хәйер, улай тип әйтеү дөрөҫкә тап килеп тә бөтмәй. Йәш егет йәш буйынса үҙенән ике тапҡырға олораҡ хеҙмәттәшенең ҡабырғаларын һанай, быуындарын иҙә. Теге бахыр, хас та сит ил киноһындағы кеүек, вагондың иңен-буйын иңләп осоп йөрөй. Иптәше һуҡҡан һайын һөрлөгә лә, гөрҫ итеп иҙәнгә ауа. Шунан, һеләгәйе тубығына тиклем һуҙылып төшкән ауыҙ-моронон һөртөп, тағы тороп баҫа. Олтораҡ ҡашҡа шул ғына кәрәк, ул йәнә, бөтөн асыуын бергә төйнәп, ҡорбанына ташлана.
Байтаҡ ҡына төйөлгәндән һуң туҡмалыусы ир көсөнөң самалы икәнен аңлай башланы, ахырыһы.
– ҡыҙҙар, милиция саҡырығыҙ, үлтерә бит! – тип проводницаларға һөрән һалды.
Әммә ҡыҙҙар уны ишетмәне шикелле. Ишетергә лә теләмәгәндәрҙер, бәлки, күрмәмеш булғандарҙыр, өнһөҙ ҡалдылар. Вагонда барыусы башҡалар ҙа, кемдәрелер йоҡлағанға һалышып, кемдәрелер, гәзит-журнал ҡараған кеше булып, ситкә боролдо. Байтаҡ ҡына көрмәкләшкәндән һуң быларҙың кәре ҡайтты шикелле, һуғыш нисек башланған булһа, шулай ҡапыл ғына туҡтаны. Бары тик шунан һуң ғына вагондағы тәртип өсөн яуаплы ҡыҙҙар ҙа пәйҙә булды, нимәнәндер ҡыҙыҡ табып, ҡысҡырышып көлөшкән ирҙәр ҙә тамбурҙан килеп тулды. Күптән түгел полицияға үҙгәртелгән милиция хеҙмәткәрҙәре күренмәне. Хәйер, Сорғотҡа ҡәҙәре улар бөтөнләй булманы. Унан һуң да, Өфөгә ҡайтып еткәнсе, билдәренә алтатарҙарын тағып, исем өсөн генә ике-өс тапҡыр килеп әйләнделәр, буғай.
Сәй өсөн ҡайнар һыу алырға барғанда, яйын тура килтереп, вагон хужабикәләренең береһе менән һөйләшеп киттем.
– Аптырамағыҙ юҡҡа, – тине үҙен Әлфиә тип таныштырған проводница ҡыҙ. – Бындай низағтар поезда көн һайын осрап тора. Өфөнән бында килгәндә һуғышыуҙар һирәгерәк була, әлбиттә. Ә бына кирегә ҡайтҡанда торғаны яу яланы инде. Сөнки вахтанан ирҙәр аҡса менән ҡайта. Унан һуң айҙан ашыу спиртлы эсемлек, ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәгән ир-ат, иреккә сыҡҡас, саманы онотоп, бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ ҡылана.
– Ә ысынлап та бер-береһен үлтереп ҡуйһалар? – Мин, ғәжәпләнеп, һораулы ҡарашымды Әлфиә ханымға төбәйем.
– Былар ундай аҙымға бармай, – ти әңгәмәсем. – Хатта, полицияға хәбәр итһәң, үҙҙәре үк бәләгә тарыған иптәштәрен хоҡуҡ һаҡсыларының ҡулынан йолоп ҡалыу өсөн йүгереп йөрөйҙәр. Араҡыларын да, аҡсаларын да йәлләмәйҙәр ундай ваҡытта.
Аҫтыртын ғына килеп, вахтовиктар­ҙың иҫергәндәрен аңдып тороп, араҡы йәки һыраларына клофелин ҡойғандары ҡурҡыныс уларҙың. Ауыҙҙарын асып торғандарҙы шулай йоҡлаталар ҙа, аҙаҡ ыштандарына ҡәҙәр һалдырып алып китәләр. Бер тин аҡсаһыҙ, документһыҙ ҡалған әҙәмдәр йөрөй шунан асарбаҡтар армияһын тулыландырып.
Байтаҡ ғүмерем юлда үткәс, ундай ҡорбандар менән дә осрашҡан бар. Шулай яңыраҡ Уренгой вокзалында бер яҡташымды тап иттем. Мине күргәс, оҙаҡ ултырыуҙан кейем-һалымы таушал­ған, үҙенән биш-алты метрҙан уҡ танау­ҙы ярып инеп килгән әсе еҫ аңҡыған, әллә күп эсеүҙән, әллә тамағы йүнле ризыҡ күрмәгәнлектән шешенгән егеттең күҙ йәштәрен тыя алмай илап ебәргәне әле һаман күҙ алдымда тора.
Себер тарафтарына эш эҙләп килгән Айҙар. Поездан килеп төшкәс, таңға ҡәҙәр вокзалда ултырыр­ға ҡарар иткән. Сумкаларын йәтешләп ҡуйып, ҡабыр­ғаһына ауып та өлгөрмәгән, эргәһенә бер сибәр ҡыҙ килеп ҡунаҡлаған. Һөйләшеп киткәндәр. Ултыра торғас, илгәҙәк ҡыҙ яҡташыма һыра тәҡдим иткән. Әлбиттә, егетмен тигән егет шундай матур ҡыҙҙың һыйынан баш тарта буламы? Аҡҡош ҡанаты кеүек ҡулдарында ағыу икәнен белһәк тә, күҙҙе йомоп эсергә әҙербеҙ бит ундай саҡта. Айҙар ҙа һыранан бер-ике уртлаған.
– Күп тә эсмәнем бит әле, башыма бәргән дә ҡуйған инде, – тип аҡланған булды яҡташым, шырт баҫҡан биттәрен, сыуалышып бөткән сәстәрен ыуалап. – Бына хәҙер егерме һигеҙенсе көн ошонда ултырам. Аҡса ла, паспорт та, башҡа документтар ҙа елгә осто.
Айҙарҙың бәхетенән, юлында изге кешеләр ҙә осраған. Урындағы матбуғат сараһында эшләгән бер журналист ҡыҙ документтар юғалыу тураһында гәзиткә иғлан баҫтыр­ған, шәхесте билдәләүсе ваҡытлыса танытма алып бирергә булыш­ҡан. Айҙарҙың Башҡортостанда йәшәгән ата-әсәһенә шылтыратып, улдарының ниндәй бәләгә тарығанын аңлатҡан. Кире ҡайтырлыҡ аҡса ебәреүҙәрен һораған.
– Иртәгәләре аҡса килеп етергә тейеш. Бер нисә көндән артыңдан ҡайтып та етермен әле, ағай, – тине Айҙар хушлашҡанда. Шунан, бер аҙ уйланып торғас, өҫтәп ҡуйҙы. – Аллаһ бойорһа.
Хоҙай Тәғәлә ҡөҙрәтле ул, яҡташ егеттең ялбарып һорағандарын тор­мош­ҡа ашырған. Әле күптән түгел күрҙем үҙен, июль ҡояшы аҫтында ҡарағусҡыл булып янып, тыуған ауылында бесән әҙерләп йөрөй ине. Айҙар менән булған күңелһеҙ ваҡиғаның аҙағы хәйерле тамамланған, ә бит йылдар буйы интегеп йөрөгәндәр ҙә, хәбәр­һеҙ юғалғандар ҙа байтаҡ ундай­ҙар араһында. Хатта үлем осраҡтары ла юҡ түгел. Сит тарафта бер ниндәй документһыҙ, аҡсаһыҙ, тәғәм ри­зыҡһыҙ ҡалған бәндәнең ҡалаҡ һөйәге аҫтына бысаҡ тығып китһәләр, кем эҙләп мәшәҡәтләнһен уны? Аҙмы ни Рәсәй буйлап ил ҡыҙырып йөрөгән әрәмтамаҡтар.
– Ағай, плацкартҡа билет булманы ла, ултыраҡ вагонда ҡайтырға тура килде, – тип һөйләп торҙо Айҙар. – Ундағы әшәкелектәрҙе күрһәң, сәсең үрә торор ине. Тәүҙә ҡан ҡоҫҡансы эстеләр, шунан вагонды түңкәрә яҙып һуғыштылар. Бер йәш кенә ҡыҙҙы өймәкләшеп һөйрәп йөрөтөп, енси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерҙеләр. Уренгойҙан алып Өфөгә ҡайтып еткәнсе дауам итте ул эт туйы. Оло йәштәге ҡатындар ҙа, йәш балалы ғаиләле парҙар ҙа бар ине вагонда. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, асыҡтан-асыҡ уйнаш итеп ҡайтсәле. Башҡа һыйырлыҡ түгел. Нисек ағзалары түҙгәндер ул балаҡайҙың, иҫ-аҡыл китерлек…
Мин ҡайтҡан поезда эске-ҡоҫҡо булһа ла, эш зина ҡылыуға барып етмәне былай. Шулай уҡ бер сибәр генә йәш башҡорт ҡыҙы бар ине барлыҡҡа. Ләкин ул кәрәккәнгә- кәрәкмәгәнгә вагон буйлап та сапманы. Теҙгендәре бушаған ир-ат артынан эйәреп, һыра ла эсмәне. Замана йәштәренә оҡшарға тырышып, тәмәке борҡотоп та йөрөмәне. Үҙен ипле тотто. Юғиһә, Өфөгә билет булмағанлыҡтан, апрель баштарында «Яңы Уренгой – ҡаҙан» поезы менән Яңауылға ҡәҙәре ҡайтҡан бер дуҫым шундай ғибрәтле хәл һөйләгәйне.
– ҡағиҙә булараҡ, пассажирҙар­ҙы перронда уҡ ҡаршыларға тейешле проводница беҙҙең алдыбыҙға вагон эсендә килеп баҫты, – тип башланы һүҙен дуҫым. – Битенә күҙҙәренән буй-буй булып ҡара буяу ағып төшкән, сәстәре туҙған, ауыҙынан араҡы еҫе аңҡып тора. Беҙҙе күреү менән, йоҙроҡтарын төйнәп, көҙгө әтәс һымаҡ ҡаршыбыҙға килеп баҫты ла: ”Әйҙә һуғышабыҙ!” – тине. Беҙ һуғышырға теләмәгәнебеҙҙе белдерһәк тә, өҙмәне лә ҡуйманы был : ”Юҡ, әйҙә көс һынашайыҡ, минең алыш­ҡы килә!”
Шунан көнө буйы ял итте был проводница, уны олораҡ коллегаһы алмаштыр­ҙы. Быныһы үҙ иңенә һалынған бурыс­тарҙы матур ғына башҡарҙы: иҙәнде лә йыуҙы, саңды ла һөрттө, сүп-сарҙы ла үҙ ваҡытында йыйҙы, түшәк кәрәк-яраҡтарын да биреп торҙо. Киске сәғәт алтылар тирәһендә өҫ-башын тәртипкә килтергән теге ҡыҙҙың дежуры башланды. Тик ул туранан-тура үҙенә тәғәйенләнгән профессиональ вазифаһын үтәй­һе урынға, вахтанан ҡайтып килгән көслө заттарға араҡы-һыра һатты. Икеләтә ҡиммәт хаҡҡа һатып алған “йәшел йылан” ағыуын йотҡан ирҙәр­ҙең нәфселәре тамам аҙҙы. Быларҙың бәхетенән, көнө буйы ял итеп, хәл йыйған ҡыҙ араҡы ғына һатмай икән әле, тәне менән дә сауҙа итеп, ҡулдан-ҡулға йөрөй булып сыҡты. Шунан башланды инде бушлай “концерт”. Поезд тәгәрмәстәренең туҡтауһыҙ туҡыл­да- ­у­ы­­на ах-охтар, сыйнауҙар, ихахайлап көлөүҙәр ҡушылды. Про­водницаларҙың эш бүлмәһе ишеге алдынан таңға ҡәҙәре сират өҙөлмәне. Икенсе төндә тағы ҡабатланды был хәл. Оло проводница йәш коллегаһының тәртипһеҙлектәренә сик ҡуйырмы тиһәк, көтөп тор. Улай ғына ла түгел, бындай оятһыҙлыҡты үҙе ойоштороусы ла икән әле. Хаҡын килешеп, йәш ҡыҙыҡайҙы Себерҙән ҡайтып килеүсе аҡсалы ир-аттарҙың аҫтына һалып йөрөй булып сыҡты. Кемдер, бәлки, мин һөйләгәндәргә ышанмаҫ. Ләкин шул поезда үҙҙәре йөрөп ҡараһалар, белерҙәр.
Юл оҙон бит бигерәк тә, унан һуң, бер нөктәгә төбәлеп, ултырып килеү ҙә ялыҡтыра. Креслоһы минең артта урынлашҡан уҙаман менән һөйләшеп киттек. Уң күҙенең төбө ҡара янып сыҡҡан был ир ҙә, поезға ултыра һалғас, кәзә түше тиклем генә күкрәген кирә биреп, ары-бире һуғылып, әтәсләнеп йөрөгән булғайны. Минең янға ла бер нисә тапҡыр килеп: “Һин, брат, алай-былай булһа, миңә әйт, любойын аҡылға ултыртабыҙ”, – тип киткеләне. Биштәренән араҡы шешәһе сығарып, бүлешергә лә тәҡдим яһап ҡараны. Тубыҡ ҡосаҡлап ултырған килеш төн уҙғарғас, аҡсаһы бөттөмө, әллә эскенән йонсономо, тынысланды.
Хәбирйән икән исеме, Урал аръяғы райондарының береһенән. Әйләнгән һайын кеҫә телефонына шылтыратҡан ҡатын менән әрләшеп киткәнен тыңлап килдем дә, әңгәмәне лә ул түгел, мин башланым.
– Нимә, Хәбирйән туған, хәләлең һағынғанмы? – Һүҙ башлар өсөн шул етте.
– ҡайҙан һағынһын, ти. Кисә генә оҙатып ҡалды ла баһа Сорғот вокзалында, иғтибар итмәнеңме ни? – Һорауыма һорау менән яуап биргән юлдашыма ғәжәпләнеп ҡараным да, һүҙемде дауам иттем.
– Улайһа, ғаиләңде бында ҡалдырып, атай-әсәйеңә бесән сабышырға, утын әҙерләшергә ҡайтып барыуың инде?
– Шулай тигәндә лә була. Ләкин атай-әсәйем янына түгел, ҡатыным янына.
Мин бөтөнләй өнһөҙ ҡалдым. Ауыҙымды асһам да, тауышым сыҡмағанын күргән Хәбирйән үҙе ярҙам­ға килде.
– ҡарап тороуға үҙең тормошто байтаҡ ҡына күргәнһең шикелле, ләкин бала-саға һымаҡ аптырайһың. Оло Ерҙә законлы никахтағы ҡатыным бар минең. Ғаилә ҡороп йәшәгәнебеҙгә лә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Балалары­быҙ ҙа хәҙер, башлы-күҙле булып, үҙ аллы йәшәй. Хәйер, мин уларҙың нисек үҫкәндәрен күрмәнем дә инде. Ә Сорғоттағыһы – һөйәркәм. Яртышар йыл, ҡайһы берҙә унан да күберәк ваҡыт, ғаиләнән айырылып, ҡатын-ҡыҙ наҙынан мәхрүм булып, балаларыңды, ейәндәреңде күрмәй, ҡатмарлы шарттарҙа йәшәү еңелдән түгел бит. Бындай саҡтарҙа эргәңдә арҡаңды йылытып ятырҙай гүзәл зат булһа, барлыҡ ауырлыҡтар онотола. Бер төрлөлөктән биҙрәгән күңелгә йәм өҫтәлгәндәй тойола.
– Һуң, был Сорғоттағы күбәләк Башҡортостанда хәләл ефетең барлығын беләлер ҙә инде. Нимәгә шул ҡәҙәре алҡымыңдан алып бара?
– Белмәй буламы ни, әлбиттә, белә. Ләкин ҡатын-ҡыҙ психологияһы шулай ҡоролған бит, мөнәсәбәттәр оҙағыраҡҡа һуҙылһа, улар һине шәхси мөлкәте һымаҡ күрә башлай. Берәү менән дә бүлешергә теләмәй, үҙ биләмәһенә берәүҙе лә яҡын юллатмай. Был да шуға үрһәләнә. Аҡсаһын да, бүләктәрен дә етерлек бирәм, ир ҡулы теймәгәнлектән ҡыйралып ятҡан фатирын, баҡса ҡаралтыларын да йүнәтеп бөттөм, һаман риза түгел. “Миңә һин тулайым кәрәк, бер кем менән дә бүлешергә теләмәйем!” – тип ярһый. Шулай, ике арала йөрөй торғас, йөрәгемде биртендереп ҡуйырмын инде.
– Биртендереүең дә бар, ана бит күҙеңде сығара яҙған түгелме һуң? – Урынһыҙыраҡ шаярһам да, Хәбирйән үпкәләмәне. ҡара янып сыҡҡан күҙ төбөн ыуалап, көлдө генә.
– Ю-ю-ҡ, быныһы кисә вокзалда булған хәл. Йөрөй белмәгән юл боҙор, һөйләй белмәгән һүҙ боҙор, тиҙәр бит. Юҡ ҡына нәмә өсөн егеттәр араһында боларыш килеп сыҡҡайны, шунда эләкте. Эсемә йылан инеп ултырһа, үҙем дә болаҡайыраҡ шул мин.
Хәбирйән һөйләй, мин эстән генә, бындай ир өлтөрәп көтөп торған ҡатыны янына ҡайтыу менән өйҙә тыныслыҡ булыр ҙа, бала-сағаһы, ейән-ейәнсәр­ҙәре һөйөнөрмө икән, тип уйлап киләм. Ай-һай, “оҙон аҡса” артынан сабыуҙар күпме яҙмыштарҙы ҡыйрата бит, күпме ғаиләләрҙе селпәрәмә килтерә. Күпме балалар, атайҙары була тороп та, атай тәрбиәһе күрмәй, етем үҫә. Шуларҙы мейем аша үткәреп, йәнем әсей.
Поезд, Урал һырттарын үтеп, Өфөгә яҡынлашҡан һайын, ултыра һалғас та, бер-береһенең ҡабырғаларын һанашып, боғаҙ йыртып ҡысҡырышҡан ир-ат майлап ҡуйғандай булды. Йыуынып-ҡырынып та алғас, ҡасан ғына хайуандарса ҡыланған әҙәмдәргә төҫ инде. Тиҙҙән төрлө яҙмыштарҙы бергә туплап тыуған яҡтарға алып ҡайтып килгән поезд ҡолаҡ тондорғос итеп ҡысҡырҙы, бер аҙҙан тирә-йүнгә тағы күңел иңрәткес тауыш яңғыраны. Вагон тәҙрәләрендә баш ҡалабыҙ вокзалы күренде.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.


Яңы Уренгой – Өфө.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”