RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙна аптыратҡыстары

20.08.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Рәсәй фәҡирлек «үрсетә»?!
Аҙна аптыратҡыстары
Рәсәй хөкүмәте ҡушыуы буйынса бер төркөм эксперт илдең 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индергәндә шуны асыҡлаған (был хаҡта «Ведомости» гәзите сайты хәбәр итә): баҡһаң, хөкүмәттең социаль һәм иҡтисади сәйәсәте ныҡ ярлы икән.
Белгестәр фекеренсә, беҙгә социаль сәйәсәтте яңыртыу мотлаҡ. Ул халыҡтың яҡланмаған ҡатламын ғына түгел, ә инновацияларға һәләтлеләренә лә булышлыҡ итергә тейеш. Йәшәү минимумынан түбән килемле кешеләр һаны 2000 йылдан алып өсләтә кәмеһә лә, ярлы ғаиләләрҙәге балалар иҫәбе илдең кешелек потенциалының сифаты түбәнәйеүенә килтерә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәйҙә фәҡирҙәр «үрсетеү» башланған. Әле илдә, легаль булмаған мигранттарҙы һәм асарбаҡтарҙы һанамағанда, биш миллион ярлы йәшәй. 2009 йылда хеҙмәткә яраҡлы 6,9 миллион ир-ат эшләргә теләк белдермәгән (2000 йылда уларҙың һаны 5,9 млн булған). Был социаль ярҙам алыусыларҙың артыуын күрһәтә һәм илдә люмпенизация процесы (өҫкө һәм урта ҡатламдың түбәнгә төшөүе) барыуын аңлата.

Дума депутаты… Гитлерҙы хуплай
Аҙна аптыратҡыстары
«Ғәҙел Рәсәй» фирҡәһе депутаты Олег Михеев «класс» күрһәткән. Ул дуҫының туйына…Гитлерҙың адмиралы Абвера Канарис кеүек кейенеп барған.
Етмәһә, мәжлестәге фотолар журналистарға эләккәс, компьютер технологиялары ярҙамында үҙенең этлеген юймаҡсы булған: фото баҫылып бер-ике көн дә үтмәгән, Михеев интернетҡа Канарис фуражкаһындағы фашист символикаһын Рәсәйҙең ике башлы ҡошона алмаштырған яңы фотоларҙы ҡуйған.
Әйткәндәй, депутат форманы заказ менән үҙенең Волгоградтағы шәхси фабрикаһында тектергән. Ул хәрби кейемдә йөрөп законды боҙоуын (ябай кешеләргә хәрби формала йөрөү тыйыла, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы, 1000 – 1500 һум штраф ҡаралған) уйлап та бирмәгән. Кемдең кейемендә бит әле!
Рәсәйҙең билдәле психиатры Михаил Виноградов был ваҡиғаға күҙен йомоп ҡала алмаған һәм Михеевтың истерик психопат булыуын белдергән. Табип әйтеүенсә, беҙҙә ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең «ҡыйығы киткән». «Ғәҙел Рәсәй»ҙә лә, арҡаҙаштарының фашистик идеология яҡлы икәнен белеп, хайран ҡалғандар.
Был бит беҙҙең олатайҙарҙан көлөү! Бына шундай депутаттарыбыҙ бар...

Самолет салонын бәҙрәфкә әйләндергән
ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр булып ята был донъяла.
Әлбиттә, билдәле кешеләр, әһәмиәтлерәк ваҡиғалар менән күберәк ҡыҙыҡһынабыҙ. Ана, француз актеры Жерар Депардье нимә эшләгән?
Шишәмбелә ул Париждан Дублинға осорға самолет салонына ингән һәм ҡапыл бәҙрәфкә барғыһы килгән. Бортпроводница, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, 15 минут түҙергә ҡушып, самолет осоп киткәс кенә «еңеләйеү» бүлмәһенә инергә ҡушҡан. Түҙә алмаған шул бер аҙ «төшөрөп» алған актер... шунда, салонда уҡ, күләүек яһаған да ҡуйған. Пассажирҙар һәм стюардесса был күренештән телһеҙ ҡалып, бик оҙаҡ ауыҙҙарын асып торған. Әлбиттә, Жерарҙың был тәртипһеҙлеге эҙһеҙ үтмәгән – уны полиция ҡулына тапшырғандар, самолетты кире парковкаға ебәргәндәр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”