20.08.2011 Туғандарыбыҙға беҙҙә барыһы ла оҡшаны
«ҡурай сәскәһе» этномәҙәни-лингвистик лагерында ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең балалары ял итте
Баймаҡ районының хозур тәбиғәтле Талҡаҫ күле буйында бына бер нисә йыл инде балаларҙың «Орленок» йәйге һауыҡтырыу лагеры эшләп килә. Ошо лагерь базаһында республиканың «Башҡортостан халыҡтары» программаһы буйынса «ҡурай сәскәһе» этномәҙәни-лингвистик лагеры ойошторолған. Бында тыуған ере – Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балалары йыл да ял итә. Быйыл да Ырымбур, Силәбе, Пермь, Санкт-Петербург, Магнитогорск, ҡаҙан һәм башҡа тарафтарҙан килгән башҡорт балалары үҙҙәренең йәйге каникулын ата-бабаларының тыуған төйәгендә үткәрә.
«Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге саҡырыуы буйынса «ҡурай сәскәһе» лагерында ял итеүсе бер төркөм бала Баймаҡ районының тарихҡа бай иң ҙур ауылдарының береһе – Темәстә ҡунаҡта булды. Осрашыу ауылыбыҙҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башланды. Экспонаттарға бай, бик күп тарихи документтар тупланған Темәс музейының кесе ғилми хеҙмәткәре Линира Лаврентьева балалар менән ошо ерлектә ғүмер итеүсе башҡорт халҡының бай тарихына мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылды.
Борон-борондан һәр башҡорт ауылының үҙ оҫталары булған – ҡурайсылар, йыраусылар, тимерселәр, итекселәр, тегенселәр, быйма баҫыусылар һәм башҡалар. Улар үҙ һөнәренең оҫталыҡ серҙәрен юғалтмай, быуындан-быуынға тапшырып, һаҡлай килгән.
ҡунаҡ балалар ауылдың оҫталары һәм һөнәрмәндәре менән тарихи-мәҙәни үҙәктә ойошторолған фәһемле осрашыуҙа ла ҡатнашты. Алтын ҡуллы, һәр эшкә лә маһир гүзәл заттарыбыҙҙың береһе – Яңылбикә апай Ғарифуллина үҙенең сағыу ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә әҙерләгәйне. ҡунаҡтарға ул үҙе теккән милли кейемдәр, түшелдерек, янсыҡтар, бәйләгән түшәктәр, биҙәкле ойоҡбаш, бейәләйҙәр, сигелгән ҡулъяулыҡтар һәм селтәрле салфетка, косынкалары тураһында бик матур итеп һөйләп, оҫталыҡ серҙәре менән бүлеште. Мәғәфиә Ғәниеваның ынйы-мәрйендәрҙән генә торған, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡупшы биҙәүес әйберҙәре берәүҙәрҙә һоҡланыу, икенселәрендә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы ҡурайҙың килеп сығыу тарихы, уның төрҙәре менән ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙҙың билдәле ҡурайсыһы Марат Бикбирҙин таныштырҙы. Ирәндек буйында үҫкән оҙон ҡурай үләнен ҡырҡып алып килеп, унан ҡурай эшләп күрһәтеп, халыҡ көйҙәрен уйнап, күңелдәрҙе әсир итте. Күберәк ҡатын-ҡыҙҙар яратып уйнаған музыка ҡоралдарының береһе – ҡумыҙ хаҡында ҡунаҡтарға Хәлимә апай Расүлева һөйләне, башҡорт көйҙәрен оҫта сиртеп, ҡумыҙҙың үҙенсәлекле моңона сорнаны. Әйткәндәй, Яңылбикә һәм Хәлимә апайҙар Мәләүез ҡалаһында үткән ҡумыҙсылар бәйгеһендә район ансамбле составында гран-при алып ҡайтҡайны.
Милли эсемлегебеҙ ҡымыҙ, уның төрҙәре, дауалау үҙенсәлектәре, эшләү ысулдары, башҡорт тоҡомло аттар тураһында ауылыбыҙ ағинәйе Гөлнара апай ҡотлоғәлләмова бай йөкмәткеле сығыш яһап, һүҙе аҙағында ҡунаҡтарҙы баһадирҙар эсемлеге менән ихлас һыйланы. Йәнгә шифа, тәнгә сихәт өҫтәүсе эсемлек балаларға бик оҡшаны.
Темәс ауылында шиғри күңелле, йыр-моңға ғашиҡ, бар яҡлап һәләтле кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе – 80-гә яҡын шиғыр авторы, халҡым, ерем, тип янып йәшәүсе сәсәниә Асия апай Бикбова әсә теленең бөйөклөгө, әһәмиәте, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге төйәктең ҡәҙере тураһында уй-фекерҙәрен балалар менән уртаҡлашты һәм үҙенең «Телем» исемле шиғырын күңелдәргә үтеп инерлек итеп һөйләп ишеттерҙе.
Башҡорт халҡының бейеү өлгөһө менән ҡунаҡтарҙы Темәс музыка мәктәбенең хореография бүлеге уҡыусылары Илһөйәр Салауатова менән Лиана Буранбаева таныштырҙы.
Уларҙың, бәләкәй булһалар ҙа, башҡорт ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлелек, һығылмалыҡ менән өҙә баҫып бейеүе ҡунаҡтарҙы әсир итте. Римма Вәлиева ейәнсәре Резана менән баянда, скрипкала башҡорт халҡының бейеү көйҙәрен уйнап, ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрҙе. Ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү рәүешен, тарихын, йыр-моңдарын, байрамдарын, кәсептәрен һаҡлап, йәш быуынға еткереүсе оҫталарҙың, һөнәрмәндәрҙең сығыштарын ҡунаҡтар йотлоғоп тыңланы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Осрашыу аҙағында барыһы ла ауылыбыҙҙың уңған ғаиләһе, бик күп йылдар умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Фәрит ағай Йосоповтың өйөнә юлланды. Бында ҡунаҡтарҙы хужабикә Рәшиҙә апай алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Балалар Йосоповтарҙың баҡсаһында урынлашҡан умарталарҙағы бал ҡорттарының тормошо менән танышты, махсус аппаратта бал һығып ҡараны. Йомарт хужабикә балаларҙы хуш еҫле бал менән һыйлап оҙатты. Темәс ауылында ойошторолған осрашыуҙан улар туған халҡының тормошо, йәшәйеше, теле, мәҙәниәте, милли кейемдәре, биҙәүестәре, уйын ҡоралдары, байрамдары, милли эсемлектәре, йыр-моңдары, бейеүҙәре тураһында бик күп файҙалы һәм ҡыҙыҡлы бай мәғлүмәт туплап, йылы хушлашты.
Зарина ИГЕБАЕВА.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.
Н. ҡОЛМЫРҘИН фотоһы.