RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һәйбәт аяҡ кейеме әҙәм балаһын һәйбәт юлға юлыҡтыра»

16.08.2011 «Һәйбәт аяҡ кейеме әҙәм балаһын һәйбәт юлға юлыҡтыра»

Белорет районының Инйәр ҡасабаһы ҡыҙы Зарема Бикәнәсова, ҡытайҙарҙың ошо ырымына ышанып, хәҙер гел генә һәйбәт аяҡ кейемендә йөрөй
«Һәйбәт аяҡ кейеме әҙәм балаһын һәйбәт юлға юлыҡтыра»
Редакция тупһаһын кемдәр генә аша атлап үтмәй ҙә, ниндәй генә һорауҙар менән йөрөмәй улар. Кемдер ғәзиз кешеһен гәзит аша ҡотларға тип килә, кемдер ауылдаштары тураһында һүрәтләмә килтерә, өсөнсөләр иһә ялыу менән ишек ҡаға. Ә бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Әхмәт Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының ҡытай филологияһы студенты Зарема Бикәнәсова гәзит уҡыусыларға практика үтергә ҡытайға барғанда алған тәьҫораттары тураһында һөйләргә тип килгән.
Йәш ҡунағыбыҙ 2007 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң ошо уҡыу йортона ингән. Бала саҡтан – 5 йәшенән үк ҡытай теле уны үҙенә ылыҡтырған. Тел аһәңлелеге генә тартмаған уның күңелен, ә бөйөк ҡытай халҡының бай тарихы, мәҙәниәте, тормош-көнкүрешенә ҡарата яҡын хистәр ҡуҙғалған уның йөрәгендә. Мәктәпте тамамлаған саҡта уҡ Зарема үҙенең киләсәген нәҡ ҡытай менән бәйләрен белгән. Бына ул үҙе һайлап алған университеттың өс курсын тамамлаған. Әле тыуған республикаһында йәйге ялын үткәрә, әммә сит телде өйрәнеү өҫтөндә эшен бер генә көнгә булһа ла туҡтатмай.
– Һабаҡташтарым өсөн бик ауыр­ҙан һанала ҡытай телен үҙләштереүе. Әммә мин был телдең һәр иероглифын да, һәр һүҙенең мәғәнәһен дә, әйтелеше менән яҙылышын да, өндәрен дә бик еңел үҙләштер­ҙем. ҡытай өндәре артикуляцияһы менән генә түгел, ә ниндәй интонация менән әйтелешенә ҡарап, төрлө мәғәнәүи төҫкә эйә. Был көнсығыш телен ғүмер буйы өйрәнһәң дә, үҙенсәлектәрен тулыһынса үҙләштереү мөмкин түгелдер, – ти ҡыҙ.
Зарема үҙенең уҡыу йортонда, кем әйтмешләй, бер юлы ике ҡуян ата: ҡытай телен инглиз теле аша үҙләштерә. Тимәк, вузды тамамлаған башҡорт ҡыҙы теге тарафта ла, был тарафта ла үҙенә эш таба аласаҡ. Филология белгесе булыу­ҙан бигерәк, биш – туған телен, рус, инглиз, ҡытай һәм төрөк телдәрен белгән йәш белгес тәржемә өлкәһендә лә үҙ көс-белеменә мотлаҡ ҡулланыу табасаҡ. Хәйер, бөтә ҡытай булмышына ғашиҡ ҡыҙ ҡытай живописын да өйрәнмәксе.
Өс йыл уҡыу дәүерендә ҡыҙ ҡытайҙа ике тапҡыр практика үтеп ҡайтҡан. Илдең бер генә провинцияһында алған тәжрибәһе лә, тәьҫораттары ла ҡыҙҙың күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Әле лә ҡытайҙарҙың тормошо, көнкүреше, ризығы, мәҙәниәте, үҙҙәрен тотошо тураһында һөйләгәндә күҙҙәре осҡонланып китә.
– Бик мөләйем, ихлас күңелле, эшһөйәр халыҡ йәшәй унда – был кеше күңелендә иң тәүге һәм мәңгелеккә ҡалған тәьҫораттыр, – тип ғәжәпләнеүен йәшерә алмай әңгәмәсем. – Унда мәктәптә, башҡа уҡыу йорттарында дәрестәр иртәнге сәғәт 5-тә башлана. Урамдарға сыҡһаң, парктарға барһаң, таҙалыҡ, сафлыҡ күҙгә ташлана. Бынан тыш, аяҡтан баҫҡаны, арттан шыуғаны физкультура, спорт менән шөғөлләнә: кемдер йүгерә, кемдер гимнастика яһай, өсөнсөләр тренажерҙарҙан төшмәй. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ғәжәп тә: һәммә урында – шул уҡ урамдарҙа, асыҡ майҙансыҡтарҙа, парктарҙа – спорт ҡорамалдары. 70 – 80 йәшлек әбейҙәрҙең күнекмәләр яһауын ауыҙ асып ҡарап торҙом: уларҙың кәүҙәләре бит беҙҙән, йәш ҡыҙ­ҙар­ҙан да, күпкә генә түгел, бик күпкә һығылмалыраҡ. Сөнки унда бөтә халыҡ спортҡа мөкиббән киткән: һәр береһе еңелсә спорт кейемендә, йәшенең дә, ҡартының да аяҡтарында – һәйбәт кроссовкалар. Сөнки, ҡытайса, һәйбәт аяҡ кейеме әҙәм балаһын һәйбәт юлға юлыҡтыра. Һәр ерҙә лә музыка яңғырай, кешеләр рәхәтләнеп бейей.
Юлдары, урамдарының япмаһы тип-тигеҙ. Асфальтты көн дә иртәле-кисле һабынлап йыуалар. ҡала транспортында йөрөү өсөн 1 юань (беҙҙеңсә 5 һум) түләйһең...
ҡыҙыҡ, беҙгә килеп ҡайтҡан ҡытайҙар ҙа беҙҙең холоҡ-тәртип, йәшәйеш-көнкүреш тураһында туғандарына-таныштарына ошолай, Зарема кеүек, әҫәрләнеп һөйләйме икән?
ҡунағыбыҙ һүҙҙәренсә, ҡытай­ҙар­ҙа уҡытыусыларға ҡарата хөрмәт-ихтирам бик ҙур. Иң ғәжәпләндергәне – уҡытыусы өйгә эшен яҡшы итеп эшләп килгән уҡыусыһына рәхмәтен әйтеп, уның алдында баш эйә! Беҙҙә шундай күренештең булыуын күҙ алдына килтерәйек әле...
Дөйөм туҡланыу эше иҫ китерлек, ти ҡыҙ. Үҙеңә ашарға әҙерләгәнгә ҡарағанда әҙерен һатып алыу арзан­ға төшә. Тағы ла, беҙҙең туҡланыу системаһынан айырмалы булараҡ, туҡланыу нөктәләрендә хеҙмәтләндергәндәре өсөн клиенттар махсус кенәгәгә үҙ баһаһын ҡуйырға тейеш. Был иһә хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн бер этәргес булып тора.
ҡыҙҙың һөйләгәндәренә хайран ҡалып, ирекһеҙҙән ҡытайҙарҙың беҙҙән, рәсәйҙәрҙән, мәҙәнилек, этикет яғынан бер нисә башҡа өҫтөн торғанын аңлайһың. Студенттар уҡыған-йәшәгән ятаҡтың ғына ла беҙҙекенән күпкә айырылыуын әйт әле: һәр бүлмәлә – душ кабинаһы, һәр студентҡа айырым тас, һәр студенттың үҙ эш мөйөшө һәм мебеле, компьютеры һәм уның өсөн махсус өҫтәл...
Зареманы тағы ла таң ҡалдырғаны шул: сәнғәт факультетында уҡыған студенттар үҙ эштәре күргәҙмәләрен үҙҙәре ойоштора, экспозицияларын да үҙҙәре даими алмаштырып тора икән. Ә беҙҙәге шундай факультеттарҙа, исмаһам, йылына бер тапҡыр күргәҙмә ойоштороламы икән һуң?
ҡытай халыҡ медицинаһының көслөлөгө, уны ихтирам итеүҙәре, көндәлек тормошта ҡулланыуҙары һоҡландыра. Улар өсөн һәр физик хәрәкәт, һәр аҙым медицина яғынан ниндәйҙер мәғәнәгә эйә. Әйтәйек, артҡа йөрөү бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай... Ә фэн-шуй тураһында унда һөйләмәйҙәр, шуның буйынса йәшәйҙәр.
ҡыҙҙың һөйләгәндәрен тыңлай торғас, үҙебеҙгә лә беҙҙә яманлар­ға ғәҙәтләнгән, әммә бөйөклөгөн һис ҡасан юғалтмаған ҡытайға барғы килеп китте. Унда ла беҙҙең әҡрәбәләр­ҙең күпләп йәшәүе тураһында Зарема ла яҡшы белә икән.
Киләсәктә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә үҙ эшмәкәрлеген башҡар­ған башҡорт ҡыҙы – Белорет районының Инйәр ҡасабаһы һылыуы Зарема Бикәнәсованы күрергә яҙһын.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”