16.08.2011 Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә...
Яңыраҡ тағы ла киң мәғлүмәт саралары биттәрендә һәм интернетта генерал А. Тевкелевтың ҡурҡыныс исеме ҡалҡып сыҡты – йәнһеҙ йәлләдтең һәм оятһыҙ мародерҙың, көсһөҙ ҡурҡаҡтың һәм әшәке бәндәнең исеме, хас та геройҙарҙыҡына тиңләнелеп, сентябрҙә, Силәбе ҡалаһының 275 йыллығы айҡанлы байрамда күтәреләсәк: урамдарҙы, йәмәғәт транспортын уның һүрәте төшкән реклама плакаттары «биҙәйәсәк». Башҡорт халҡын аяуһыҙ ҡырған палач Тевкелев-Тәфтиләү Силәбе ҡәлғәһенә нигеҙ һалыусы булараҡ һәр ҡотлауҙа, һәр сығышта телгә алынасаҡ.
Ләкин мең ҡалаға нигеҙ һалған хәлдә лә, тотош милләтте ҡырыуға бар көсөн һалған палачты шулай маҡтап күтәреп сығырға яраймы? Юҡ! Был башҡа һыймаған хәл, башҡорт халҡына төкөрөп ҡарауға тиң. ҡороғор йәлләттең исеме яҡты йәйғор булып түгел, ҡап-ҡара шәүлә булып Рәсәй батшабикәһе Анна Иоанновна Романованың бойороғо буйынса башҡорт тарханы Таймас Шаимовтың ерендә барлыҡҡа килгән Силәбе тарихына яҙылған. Беҙҙең өсөн Тевкелев тыныс халыҡты күпләп ҡырған, махсус рәүештә аслыҡҡа, ҡот осҡос үлемгә дусар иткән, тотош ауылдарҙы халҡы менән тереләй яндырған каратель булды һәм булып ҡаласаҡ. Уның исеме бер ваҡытта ла аҡланмаясаҡ – уға ҡарғыш йөрәгебеҙгә ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны, күҙ йәше ҡатыш яҙылған. Ундай йәлләттең золомлоғон, яуызлығын йөрәкте ҡырып йыуһаң да оноторлоҡ түгел. Һәм нишләп беҙ 1943 йылда фашист карателдәренең утында янған Хатынь ауылын хәтерҙә тотоп, Һөйәнтөҫ трагедияһын – 1736 йылда палач Тевкелев көлөн күккә осорған башҡорт ауылын иҫебеҙҙән сығарырға тейеш?! Бөтөн ауыл халҡын һарайға ҡыуып индереп, береһен дә аямаған ҡара йән Тәфтиләүҙең ошо яуызлығы хаҡында П. Рычковтың яҙыуҙары раҫлай: «...тысячи человек с женами и с детьми их во оной деревне перестреляно, и от драгун штыками переколото. Сверх того сто пять человек забраны были в один амбар и тут огнем сожжены. И таким образом всей деревни Сеянтус жители с их женами и с детьми от мала до велика чрез одну ночь огнем и оружием погублены, а жилища их в пепел обращены». Уның ҡанһыҙлығына түҙә алмай баш күтәргән ир-егеттәр менән яуҙа күҙмә-күҙ осрашырға ҡурҡып, Тевкелев аҫтыртын рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарт-ҡоро ғына булған ауылды баҫып алған бит: «К оному воровскому многолюдному собранию за показанными обстоятельствами не пошли, а пошли для искоренения и выискивания воров в реченную Балакчинскую волость»... Йәне мәңге тамуҡта яныр йәлләт Тевкелевтың намыҫында бер генә ауыл түгел – ғазаптарҙа өҙөлгән меңәрләгән балаҡай, ҡатын-ҡыҙ, ҡарттың ғүмере! 1736 йылдың яҙында ойошторолған бер генә экспедицияла Тевкелев полковник Мартаковтың командаһы менән берләшеп, илле башҡорт ауылын яндырған, ике меңдән ашыу кешенең башына еткән. 1736 йылдың март – апрелендә 503 (!) ауыл яндырылған, А. Румянцевтың яҙыуынса, ун меңдән ашыу кеше ҡырылған. Ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн, арабыҙҙа Тәфтиләүҙәрҙең килеп сығырына юл ҡуймаҫ өсөн быны һәр саҡ иҫебеҙҙә тоторға тейешбеҙ. Йәлләт һәм каратель генерал Тевкелевтың исеме, Уралдағы ҡәлғәгә нигеҙ һалыусы булараҡ та, Рәсәй халҡының лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары менән бер исемлектә һис бер ваҡытта торорға тейеш түгел.
... Башҡорт, тәбиғәт ҡанундарына буйһонған ер балаһы, хисле йөрәкле булған, йыр-моңдан айырылмаған, тыныслыҡҡа ынтылған. Үҙ телендә һөйләшеп, үҙ ерендә иркен йәшәргә хыялланған халҡым. Бер ваҡытта ла бер кемдең илен баҫып инмәгән, ләкин үҙ Ватаны өсөн йәнен-тәнен аямаған. Азатлыҡ, ирек уның өсөн тәүге урында торғанға ла гел яуҙарға күтәрелгән. Дәреслектәргә ихтилалдар тип инһә лә, улар ысынбарлыҡта иһә беҙҙең өсөн ватан һуғыштары булған. Тик көстәр генә тигеҙ булмаған шул... Йәйләүҙәрен, ауылдарын карателдәр ҡамап алғанда, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, ололар, ҡоттары осоп, тирмә, өй эсенә инеп йәшеренгән, ә шулай ҙа иҫән-имен ҡалырҙарына өмөттәре булған – беҙҙең бит бер кемгә һис бер зыяныбыҙ теймәй, уларҙың да ата-әсәләре, балалары барҙыр, шулар хаҡына беҙҙе лә аярҙар, тип ышанғандарҙыр. Әммә өҙөлөп һөйгән ғәзиз сабыйғынаһын күкрәгенә ҡыҫҡан йәш әсәне карателдәр урамға оҙон толомдарынан һөйрәтеп сығарған. Сулпылары сыңына бәпесенең илауы ҡушылғанға, уның өнө тығылһын тип, карателдәр сабыйҙы штык менән сәнсеп утҡа ырғытҡан, ә аҡылдан шашыр сиккә еткән әсәне көсләгәндәр. Тевкелевтың бойороғон шулай үтәгәндәр. Үлтергәндәр, тереләй яндырғандар, бер кемде аямағандар: яңы тәпәй киткән малаҡайҙарҙы һәм ҡыҙсыҡтарҙы, аяғында саҡ баҫып торған аҡһаҡалдарҙы һәм ағинәйҙәрҙе, һылыу, инсафлы ҡыҙҙарҙы, ирҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған ҡатындарҙы... Уларҙың тәндәре генә түгел, донъялар яҡшы яҡҡа мотлаҡ үҙгәрер, еребеҙгә именлек килер, тигән өмөт-хыялдары, яҡшы тормошҡа ышанысы утта яндырылған. Тик ҡарғыштары ғына тере ҡалған, беҙгә аманат итеп тапшырылған:
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.
Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил белә.
Ел елләмәй томан, ай, асылмай,
Йыр йырламай күңел асылмай.
Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.
ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.
ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
Һәм ошоларҙы белә-күрә (2009 йылдың октябрь айында Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан ғалимдары ҡатнашлығында А.Тевкелевтың тарихтағы урынына ҡағылышлы «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо, быйыл май айында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының элекке рәйесе Илгиз Солтанморатов Силәбе өлкәһе губернаторы М. Юревичҡа, Силәбе ҡалаһы хакимиәте башлығы С. Давыдовҡа хат та яҙҙы), Силәбе чиновниктары Тевкелевты данлауҙарын дауам итерме? Шулай булған хәлдә Силәбенең 275 йыллығы айҡанлы тантана ата-бабаларыбыҙҙың изге һөйәге өҫтөндә үткәрелгән шайтан туйы кеүек ҡабул ителәсәк.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.