RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош йөгөн бергә-бергә тартып

16.08.2011 Тормош йөгөн бергә-бергә тартып

Миңзифа һәм Ишмырҙа Шәкировтар 60 йыл бергә татыу ғүмер кисерә
Тормош йөгөн бергә-бергә тартып
1972 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Ғафури районына эшкә килдем. Килен булып төшкәнемә лә хәҙер 37 йыл ғүмер үтеп китте. Олоғая барған һайын тыуған яҡ йышыраҡ иҫкә төшә, һағындыра. Һағынмаҫ та инем, унда ҡәҙерле кешеләрем – атай-әсәйем йәшәй бит! Әйтәһе рәхмәт һүҙҙәрем 60 йыл тормош юлынан иңгә-иң терәшеп бергә атлаған ошо ике изге йән хаҡында..
Шатлыҡ-ҡыуаныстары, ҡайғы-һағыштары ла берҙәй уртаҡ булды улар өсөн. Бер үк бәхетте кисереп, бер уй-маҡсаттар менән йәшәһәң генә шулай оҙаҡ тигеҙ ғүмер итеп булалыр, моғайын.
Үҙебеҙ 60 йәшкә етһәк тә, алыҫ тыуған йортҡа ерҙәрҙе яҡынайтып, уларҙы һағынып, ашҡынып ҡайтабыҙ. Өй, күңел йылыһынан, тыуған яҡтың һауаһынан көс-дәрт, һәр саҡ тормош­ҡа йәшәү көсө алып ҡайтабыҙ. Хәҙер инде атайым да, әсәйем дә – 80-де үткән ололар. Дөп баҫып, емертеп эшләп йөрөгән, дәртләнеп донъя көткән кешеләребеҙ үҙҙәре кеше ярҙамына мохтаж. Алыҫта донъя көткәс, аҙға ғына ҡайтып хәлдәрен белешеп китәбеҙ, күреп танһыҡтары ла ҡанмай ҡала уларҙың. Тормош шулай дауам итә.
Атайым Ишмырҙа Шәкир улы Шә­киров 1927 йылдың 27 авгусында Учалы районының Оҙонкүл ауылында тыуып үҫкән. ҡытлыҡ йылдарында төрлө михнәттәр күреп, 3 класс белеме менән беҙҙе – ете баланы тәрбиәләүгә, тейешле белем алыуға булышлыҡ итеүгә ҙур көс һалды. Бәләкәйҙән эшкә тилбер, тырыш була ул. Бесән сабыу, мал көтөү – кесе йәштән ҡанына һеңгән эштәр. Хаҡһыҙ рәнйетелеүҙәр, кәмһетелеүҙәргә лә дусар була, әммә бирешмәй. Баш баҫып эшләй, юғалып ҡалмай, бына тигән итеп донъя ҡороп йәшәне. ҡар­шылыҡтар алдында баш эймәй, ғорур булып ҡала белде.
Беҙ ғаиләлә бер ҡыҙ, алты малай үҫтек. Атайыбыҙ бер ваҡытта ла беҙгә ҡул күтәрмәне, ауыр һүҙ әйтмәне, үҙен бер күҙ ҡарашынан ғына ла аңлай торғайныҡ. Ошо сифаты үҙебеҙ бала тәрбиәләгәндә лә ярап ҡалды.
18 йәше лә тулмаған көйөнсә уны Бөйөк Ватан һуғышына алалар. Алыҫ Көнсығышта япон самурайҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1951 йылдың йәйендә ауылға ҡайтып төшә. Август аҙағында никах уҡытып, әсәйебеҙ Миңзифа Шәйәхмәт ҡыҙы менән яҙмыштарын бәйләйҙәр. Әсәйем 1930 йылдың 13 декабрендә ҡобағош ауылында тыуып үҫә. Тәүҙә бәләкәй генә кибет асып, шунда хеҙмәт юлын башлай, һуңынан совхоздың (элекке «Байрамғол» совхозы) төрлө эштәрендә ең һыҙғанып эшләй. Йәйгеһен емеш-еләк йыйып, Белорет баҙарына алып барып һатып, беҙгә мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып ҡайта торғайны. Шунлыҡтан өҫтөбөҙ һәр саҡ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ булды. Әсәйебеҙ белемле лә, зирәк тә, уңған да булды. Китап, гәзит менән әле лә дуҫ. Район гәзитен, «Йәшлек»те, «Башҡортостан ҡыҙы» журналын, ейәне Булат эшләп киткән «Йәншишмә» гәзитен дә алдырып уҡый.
Әсәйебеҙ сәскәләр ярата. Тәҙрә төбөндә ниндәй генә гөлдәр үҫмәй. Йылдың һәр миҙгелендә лә улар күкрәп сәскә атып ултыра. Берәй ят гөл күрһә, битараф ҡала алмай, хужаһынан һорап ала, үҫтерә, тәрбиәләй.
Хәҙер һәр беребеҙ үҙебеҙ атай-әсәй, олатай-өләсәй. Үҙ ғаиләләребеҙ менән төрлөбөҙ төрлө тарафта донъя көтәбеҙ. Әлеге ваҡытта атайым менән әсәйемдең 15 ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар. Улар өсөн шатланып бөтә алмайҙар. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын, хөрмәтен, күрше-күләндең ярҙамын, туған-тыумасаһының изгелеген күреп, бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡ кисерәләр.
– Ил-көнөбөҙ тыныс булһын, һәр атҡан таң бәхет-ырыҫ килтерһен, беҙ күргәнде балалар күрмәһен, – тип теләй һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Миңзифа һәм Ишмырҙа Шәкировтар. Беҙ, балалары иһә, ғәзиздәребеҙҙе 60 йыл бергә татыу ғүмер кисереүҙәре менән тәбрикләп, иҫәнлек-һаулыҡта, күңел тыныслығында ғүмер юлдарын артабан дауам итеүҙәрен теләйбеҙ һәм оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Әсмә ХӘЙРЕТДИНОВА.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”