13.08.2011 Аҙна аптыратҡыстары
«Үле йәндәр» вузды баҫты
Берҙәм дәүләт имтиханы менән нимә генә эшләмәйҙәр. Мәктәптәр генә түгел, вуздар ҙа шуның тирәләй баш ҡатыра.
Ана бит, Пирогов исемендәге Рәсәй медицина милли тикшеренеү университетына ла БДИ-нан юғары балл алыусылар ябырылған. Иң абруйлы факультеттарҙа 800-гә яҡын бюджет урыны шыплап тулған да ҡуйған. Етмәһә, әлеге егет һәм ҡыҙҙарҙың һәммәһенең тиерлек вузға конкурсһыҙ инеү өсөн ташламаға хоҡуғы ла бар икән. Шикләнә-икеләнә торғас, шул асыҡланған: баҡһаң, был абитуриенттар ҡағыҙҙа ғына, имеш.
ҡабул итеү комиссияһының компьютерҙарында теркәлгән исем-шәрифтәр былтырғы абитуриенттарҙыҡынан үҙгәртеп «яһалған». «Үле йәндәр» нимәгә кәрәк булған һуң? Эштең асылы шунда: улар вузға инергә теләүселәрҙе өркөтөү өсөн уйлап сығарылған. Реаль юғары балл менән килеүселәр, бында урын ҡалмаған, ти ҙә икенсе университетҡа юллана, ә әлегеһенә һайлап алынған «блатлы»лар йырлап инә лә китә. Әле университет ректоры Николай Володинға эштән китеү тураһында бойороҡ тапшырылған.
Түрәңде мыҫҡыллама!
Санкт-Петербургта губернатор Валентина Матвиенконы РФ Федерация Советына күрһәтеү маҡсатында үткәрелгән депутат һайлауҙарын мыҫҡыллағандары өсөн «Яблоко» фирҡәһенән ике йәш кеше рәшәткә артына эләккән.
Матвиенко ҡаланың ике округынан кандидат булып теркәлгән: «Петровский» һәм «Красненькая речка»ла. Тәүгеһендә һайлаусыларҙың күбеһе – Хәрби-йыһан академияһы курсанттары, уларҙың һәр саҡ берҙәм тауыш биреүен властар яҡшы белә. Икенсе округ иһә бик үҙенсәлекле ваҡиғаһы менән «иҫтәлекле». Ундағы һайлау комиссияһы раҫлауынса, бер нисә йыл элек тултырылған бюллетендәрҙе ҡомаҡтар кимергән, имеш. Ошоларҙы иҫәпкә алған да инде «яблочниктар»: «Петровский» һайлау комиссияһына Ксения Вахрушева исемле активистка курсанттарҙы һынландырған ҡурғаш һалдаттар алып барған, ә Александр Гудимов тигәне икенсеһенә – ҡомаҡ ултыртылған ситлек. Йәнәһе, ялған йә дөрөҫ тултырылмаған бюллетендәрҙе кимерһен әйҙә. Тағы ла Николай Артеменко атлы егет Смольныйға плинтус илткән. Яҙмаһы ла бар: «Валентина Ивановна, һеҙ – түбәндәрәк». Әлбиттә, уны бындай «йөк» менән тәғәйен ергә үткәрмәгәндәр. Ике егет тә тотолған. Хәҙер ҡылыҡтары өсөн нисек кенә яуап бирерҙәр?
Гаражда… айыу аҫрағандар
Санкт-Петербургтың Купчино районындағы бер гаражда ике һоро айыу йәшәй, имеш.
Хайуандар бында инде йыл ярым аҫрала. Гаражда йыш ҡына яу ҙа ҡуптаралар, ти, үкереп, стенаны тырнап мәж киләләр икән. Урындағы халыҡ аптырап журналистарға мөрәжәғәт иткән. Гараж кооперативы һаҡсылары был хаҡта бер ни белмәгән булып ҡылана, ә етәксеһе, белһә лә, айыу тотоуҙың законһыҙ икәне хаҡында уйланмауын әйтә.
Гәзит хеҙмәткәрҙәре тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына еткергәс, тегеләре бигүк теләмәй генә «эш» асҡан. Әлегә гараждағы «зоопарк» хужаһына ниндәй яза биреләсәге билдәһеҙ. Шулай ҙа айыуҙарҙы унан алып киткәндәр һәм тайыш табандарҙы яратыусы иргә биш мең һум штраф һалғандар.