13.08.2011 Һайлаусылар ғына яңылышмаһын инде!
РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн был юлы Өфөнөң ете районының алтынсыһының – Октябрь районы һайлаусылары алдан тауыш бирҙе. Баш ҡаланың иң ҙурҙарының береһе һаналған был районынан төрлө кимәлдәге коллективтар үҙ кандидаттары өсөн бюллетендәргә үҙ тамғаларын ҡуйырға 315 иң әүҙем вәкилен ебәргән. Ә исемлектәге 123 кандидаттан был праймеризда ҡатнашырға 46-һы килгәйне.
Һынамыш ҡына һайлауҙар булһа ла, «Нур» театрында ул ысын байрамға әйләнде лә ҡуйҙы. Килгән халыҡты йәнле музыка ҡаршы алды, ҡала йырсылары үҙ йыр-моңдарын бүләк итте. Талсығып китеүселәргә төшкө аш ашап алыу мөмкинлеге лә бар ине. Театр хеҙмәткәрҙәре иһә һәр килеүсене яҡты йөҙ менән ҡаршылап, тамаша залына саҡырып, урын тәҡдим итте. Күпселек кандидаттарҙың ярҙамсы төркөмдәре һайлаусыларға листовкалар таратты – был буласаҡ депутаттарыбыҙ һәм уларҙың һайлау алды программаһы менән танышыу форсатын бирҙе.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республикала праймериз тыныс шарттарҙа үтә, вәкилдәр үҙ фекерҙәрен белдерһен өсөн бөтә шарттар булдырылған, тип билдәләп үтте инеш сығышында.
Был праймеризда сығыш яһаусылар араһында яңы кеше – Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк координация советы ҡарары менән төҙөлгән конфликт комиссияһы рәйесе Сергей Лаврентьев күренде. Комиссияның исеменән үк күренеүенсә, уның бурысы – праймериздар процедураһының ҡағиҙәгә ярашлы үткәрелеүен күҙәтеү. Сергей Лаврентьев билдәләүенсә, улар вәкилдәр, кандидаттар, иҫәп-хисап комиссияһы ағзалары менән даими аралашыуҙан шуны асыҡлаған: алдан тауыш биреүҙәр барышында фальсификациялауҙарға юл ҡуйылмай.
Артабан сығыш яһаусылар исемлегенә яҙылған 25 кандидат ҡыҫҡаса ғына үҙҙәренең һайлау алды платформаһына туҡталып үтте. Йәмғиәтебеҙҙең ниндәй социаль ҡатламына ҡарауынан сығып, уларҙың һәр береһе федераль кимәлдә үҙ һөнәре кешеләренең хоҡуҡтарын яҡларға, тормош-йәшәйеш, хеҙмәт хаҡы кимәлен яҡшыртырға вәғәҙә итте.
Залда ултырыусылар, йәғни халыҡ вәкилдәре, ғәҙәттә, һәр сығыш яһаусыға ҡарата үҙ уй-фекерен ултырған урынында уҡ белдерә. Уҡытыусылар мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаусы Рөстәм Абдрахмановтың һүҙҙәренә яуап итеп, алда ултырыусы бер ханым, йәштәрҙе уҡытыусылыҡҡа барырға шул тиклем дә өндәгәс, ниңә үҙең уҡытыусылыҡты ташлап, эшҡыуарлыҡҡа киттең һуң, тигән реплика ташланы.
Бөтә ғүмерен мәғарифҡа арнаған Лиза Әсәҙуллинаның хис-тойғоло сығышын залда ултырыусылар алҡышлап оҙатты. Уның фекеренсә, йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе йәш быуынды тәрбиәләүсе һәм уларға белем биреүсе уҡытыусыларға нығыраҡ бәйле. Үҙенең һүҙҙәрен ул үҙ тәжрибәһендәге бер дәлил менән нығытты: физик сәләмәтлеге сикләнгән бер малайҙың уҡып белем ала алыуына ышанысы юғалғас, уҡытыусы уға, һин киләсәктә химик буласаҡһың, тип, бала күңеленә ышаныс орлоғо һалған һәм уның менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Һөҙөмтәлә малай, ысынлап та, өлкәндәр ярҙамында уҡыуға бар тырышлығын һалған. Бөгөн был егет, Лиза ҡыям ҡыҙының һүҙҙәренсә, уңышлы ғилми хеҙмәткәр булып киткән.
Уҡытыусының хеҙмәте беҙҙең йәмғиәттә лайыҡлы баһаланмауына әсенеп:
– ҡырҡ йылдан ашыу ғүмеремде мәғарифҡа арнап, чиновниктар ай һайын алып ултырған 87 мең һумлыҡ эш хаҡын мин үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ғына – грант яулағанда ғына алдым, – тине һәм, әгәр депутатлыҡҡа үтә ҡалһа, ябай уҡытыусының эшмәкәрлегенә лайыҡлы баһа биреү һәм тормош кимәлен күтәреү буйынса эш алып барасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабанғы сығыш яһаусылар, мәҫәлән, республикабыҙҙың күренекле спортсылары Рима Батталова менән Ирек Зарипов физик мөмкинлектәре сикләнгән халыҡ ҡатламы өсөн илебеҙҙә лайыҡлы йәшәү һәм эшләү мөмкинлеген булдырыуға өлгәшәсәктәренә баҫым яһаны. «Йәштәр гвардияһы»нан күрһәтелгән кандидат Михаил Васильев, эш, лайыҡлы эш хаҡы, торлаҡ, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләһен йәштәр үҙ ҡулдарына алырға тейеш, тип, киләсәктә нәҡ ошо юҫыҡта эш алып барасағын белдерҙе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Флүр Ғәлләмов, иғтибарҙы федераль чиновниктар араһында коррупцияның һәм ришүәтселектең көслө булыуына йүнәлтеп, киләсәктә ошоға ҡаршы көрәшәсәген, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен ыңғай хәл итеүгә бөтә көс-тырышлығын һаласағын билдәләп үтте.
Ябай халыҡ араһынан күрһәтелгән кандидаттар йәмғиәтебеҙҙең «яман шеш»тәрен ярып, бысраҡ «һүл»енән таҙартып, сәләмәтләндерергә уйлай ҙа ул...
Һайлаусылар ғына яңылыша күрмәһен инде!
Хәйер, быны йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәләре күрһәтер.
Йәнбикә БАЙЫШЕВА.