RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ менән йәнле аралашыу бара

13.08.2011 Халыҡ менән йәнле аралашыу бара

Саҡмағош районы сираттағы праймериз майҙанына әйләнде. Алдан тауыш биреүгә был юлы Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко, Саҡмағош, Шаран райондары һайлаусылары һәм 40-тан ашыу кандидат йыйылды.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың тәбрикләү сығышында билдәләнеүенсә, республиканың 12 майҙансығында үткән праймериз кандидаттарҙың программаларының яҡшы булыуын күрһәтте.
– Был сараларҙа мин һәр сығыш яһаусыны диҡҡәт менән тыңланым. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәренең тәҡдимдәрен республика файҙаһына ҡулланырға, уларҙы «Халыҡ программаһы»на индерергә кәрәк, – тине ул. – Беҙ федераль кимәлдә республика мәнфәғәттәрен яҡлай алырлыҡ иң лайыҡлы кандидаттарҙы һайларға тейешбеҙ.
Вәкилдәр алдында 30 кандидат сығыш яһаны. Улар араһында Саҡмағош районы башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы сәйәси советы секретары Риф Йосопов та бар.
– Муниципаль хеҙмәткәр булараҡ, муниципаль власть – халыҡҡа иң яҡыны, тип әйтер инем, – тип билдәләне ул. – 131-се Федераль законға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелеүен теләйбеҙ. Муници­палитеттарға күп вәкәләт бирелгән, әммә уларҙы бойомға ашырыу өсөн законды камиллаштырыу фарыз.
Вәкилдәр алдында РФ Дәүләт Дума­һының, республиканың Дәүләт Йыйы­лышының ғәмәлдәге депутаттары, эшҡыуарҙар, Халыҡ фронтына ингән йәштәрҙең ижтимағи ойошмалары вәкилдәре, уҡытыу­сылар, табиптар, спортсылар, хәрбиҙәр сығыш яһаны.
– Беҙ Президентыбыҙға Башҡортостан алдында торған бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итергә бурыслы. Депутат закон сығарыу эше менән генә түгел, ә урындарҙа халыҡтың социаль мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ла эшләргә тейеш, – тине Рәсәй Геройы, «Рәсәйҙең машина эшләүселәр союзы» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рафиҡ Ихсанов.
«Бөтә Рәсәй медицина хеҙмәткәрҙәре берләшмәһе» ағзаһы, медицина фәндәре докторы Эрик Праздников, һаулыҡ һаҡлау системаһында килеп тыуған хәлде за­кондар­ҙы эшкәртеүҙә һәм ҡабул итеүҙә үҙең ҡатнашып ҡына үҙгәртергә мөмкин, тип иҫәпләй.
Кандидаттар һайлаусыларҙың байтаҡ һорауына яуап бирҙе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”