RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

13.08.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...
«Болғар» теплоходының ниндәй сәбәптәр арҡаһында батыуын әле һаман асыҡламанылар.
Эксперттар, белгестәр аныҡ ҡына һығымтаға килә алмай ҡаңғыра. ҡайһы бер тикшереүселәр фекеренсә, «Болғар»ҙың төбө тутығып тишелгән һәм шул арҡала уға алдан уҡ һыу инә башлаған. Һыу иллюминаторҙар аша ғына ингән осраҡта быны кешеләр күрер һәм ҡотолоп өлгөрөр ине, тигән фекерҙе яҡлаусылар күп. Капитан үҙенең үлеменә тиклем судноның бәләгә осрауын аңламаған һәм бер нәмә лә эшләргә өлгөрмәгән, тип һанайҙар.

Өмөтләндерҙе...
ҡаҙағстандың Аҡтау ҡала­һында кеҫә телефондарының сигналын автоматик рәүештә баҫыусы сиркәү барлыҡҡа килде.
Сиркәү хужаларын бындай ҡорамал ҡуйырға ҡайһы бер кешеләрҙең мөһим урынға килеп, ҡысҡырып телефондан һөйләшеүе, башҡа­лар­ға ҡамасаулауы мәжбүр иткән.
Йәмәғәт урындарында, төр­лө сараларҙа, мәсеттәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыусылар аптырата. Кеҫә телефондарының сигналын баҫыусы ҡорамалдарҙы башҡа урын­дар­ҙа ла ҡуйырға ниәтләйҙәр. Беҙҙең ил дә ҡаҙағстандан өлгө алыр һәм мөһим урындар­ҙа сигналдарҙы баҫыусы ҡорамалдар ҡуйыр, тип ышан­ғы килә.

һағайтты...
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән Украина Пре­зиденты Виктор Януко­вичтың Сочиҙағы эш­лек­ле осрашыуы серле шарттарҙа үтте.
Жур­на­листарҙы һөйләшеүгә индермәүҙәре бер хәл, исмаһам, һөҙөмтәләр хаҡында ла бер ниндәй ҙә аңлатма юҡ.
Хәҙер үҙәк киң матбуғат саралары, Рәсәй менән Украина араһында «баллы ай» бөттө, тип яҙа. Һәр кем былай ҙа аңлап тора – ике ил араһында һуңғы ваҡытта билдәләнгән проблемалар буйынса бер ниндәй хәл иткес һығымталар ҙа яһалмаған. Шуға ла ике Президент та йәмәғәтселеккә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй.

Хәүефләндерҙе...
Норвегияның террорсы-маньягы Андерс Брейвиктың енәйәтен тикшереүгә компьютер эксперттары ла ҡу­шылды.
Улар террорсының манифесында бөтә Көнбайышты уратып алған объекттарҙың координаттарын тапҡан. Хәҙер эксперттар шуны аңлай алмай: маньяк үҙенә иғтибар йәлеп итергә генә теләгәнме, әллә инде был объекттар уның енәйәттәштәре өсөн әҙерләнгәнме?
Шулай ҙа Брейвиктан 40 сәғәт буйы һорау алғандан һуң белгестәр, ул терактты бер үҙе генә әҙерләгән, тигән фекергә килгән. Ләкин Көнбайыш илдәре был ҡот осҡос хәлдән һуң өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын күрә башлаған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”