RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарих

02.08.2011 Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарих

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янында археологик ҡомартҡылар табылған
Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарихИкенсе Этҡол ауылынан ике йылға – Таулы һәм Рәжәп аға. Ауыл осонда улар бергә ҡушыла һәм, Таулы исемен дауам итеп, 500 метр самаһы барғас, уға Сыбалайыр йылғаһы ҡушыла. Сыбалайырҙың Таулыға ҡойған еренән үрҙәрәк шәхси эшҡыуар Рәфит Вәлиевтың йәшелсә баҡсаһы урынлашҡан. Көҙгө уңыш йыйған ваҡытта унда көршәк ярсыҡтары табыла. Төрлө киҫәктәрҙе алып ҡарағас, уның аҡ, ҡыҙыл, ҡара балсыҡтан биҙәктәр менән һырлап эшләнгәнен күрҙек (беҙҙең төбәктә ҡара балсыҡ юҡ, ә борон­ғо гректарҙа барлығы тарихта билдәле). Шулай уҡ орсоҡ башына кейҙереп ҡуйыла торған түңәрәк аҡ таш, тире ҡырғыс һәм уҡ башағы яһай торған ҡалып таптык.
Табылған ярсыҡтарҙы тикшергән ваҡытта төрлө китаптар, баҫмаларҙы ҡулландыҡ. Һөҙөмтәлә табыштың беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта йәшәгән андрон ҡәбиләһе кешеләре мәҙәниәтенә ҡарауы билдәле булды.
Төп маҡсатыбыҙ – көршәк ярсыҡтары һәм башҡа ҡомартҡылар Арҡайым, Таналыҡ, Олайыр, Затон – II ауылы табыштарына тап киләме икәнлеген асыҡлау. Әгәр ҙә тап килһә, андрон ҡабиләһенең ниндәй халыҡтар менән аралашып йәшәгәне һәм беҙҙең ауыл ерендә йәшәгән халыҡтар­ҙың ниндәй телдә һөйләшкәнен дә беләһе бар.

Ауыл тарихы

Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарихИкенсе Этҡол ауылы күренекле шәхестәргә бай. Шулай уҡ бик бай тарихи ҡомартҡылар ҙа һаҡлай.
1680 йылда Айытҡужа исемле уҙаман Таулы йылғаһы буйында нигеҙ ҡора. Биләмәһе Һаҡмар йылғаһына тиклем була. Көтөү-көтөү йылҡылары Таулы, Һаҡмар, Сыбалайыр йылғалары буйын иңләп йөрөгән. Айытҡужа тарихҡа билдәле шәхес Алдар Иҫәкәевтың бер туған ағаһы була. Айытҡужаның улы – Сәйетҡол, Сәйетҡолдоң улы – Этҡол. Ул да тархан дәрәжәһен йөрөтә (тархан кенәз исеменә тиң). 1795 йылдан ауыл Этҡол исеме менән йөрөтөлә башлай. ХVII быуат аҙағында үткәрелгән 5-се иҫәп алыу ваҡытында унда 66 хужалыҡ булып, 343 ир һәм 311 ҡатын-ҡыҙ һаналған. Һәр ғаиләлә 9 − 10-ар кеше йәшәгән.

Башҡорттар, андрондар, буралылар − беҙҙе нимә берләштерә?

Башҡорттар – йәшәү көсөн бер ваҡытта ла юғалтмай торған сифаттарға эйә булған бик боронғо халыҡтарҙың береһе. Археологик ҡомарт­ҡыларға ярашлы, халҡыбыҙ­ҙың тарихы беҙҙең эраға тиклемге быуаттарға барып тоташа. Ғалимдар уларҙы андрон кешеләре тип исемләй. ”Андрон” атамаһы Көньяҡ Себерҙә Андронов ауылында табылған ҡәберлек исеменән (ХIХ быуаттың башы) алынған. Улар Көньяк Уралда, Көнбайыш Себерҙә, ҡурған һәм ҡаҙағстандың ҡайһы бер өлкәләрендә йәшәгән. Андрон кешеләре үҙҙәре йәшәгән урын­дарҙа ҙур-ҙур ҡәберлектәр − ҡурғандар ҡалдырған. Шул ҡур­ғандарҙа табыл­ған әйберҙәргә ҡарап, тарихсылар андрон кешеләре тормошоноң ҡайһы бер өлөшөн күҙ алдына баҫтыра ала.
Мәҫәлән, ҡурғандарҙа ябай ҡәберлек менән бергә аҡһөйәк­тәрҙең, ырыу-ҡәбилә башлыҡта­рының бай ҡәберлеге осрай. Йәғни мәйет янына аҙыҡлы көршәк һәм бер нисә биҙәүес һалынған. Улар теге донъяға барыу өсөн кәрәкле әйберҙәр тип иҫәпләнгән. Байҙар ҡәберлеге өҫтөнә өйөлгән ҡур­ғандар, ябай кешеләр ҡәберлеге менән сағыштырғанда, күп тапҡырға бейегерәк һәм киңерәк булған. Бында айырмалыҡтар андрон кешеләренең тигеҙһеҙлек, төрлө ҡатлам шарттарында йәшәүен билдәләй. Көньяҡ Уралда, Арҡайым ҡаласығы эргәһендәге бөгөнгә тиклем һаҡланған байҙар ҡәберлеге шул турала асыҡ һөйләй. Шулай булғас, андрон кешеләре берен­селәрҙән булып иртә синфи йәмғиәт дәүеренә аяҡ баҫҡан.
ҡула быуатта Көньяҡ Уралда андрон кешеләре генә йәшәмәгән. Уралдың тау-урманлы төбәктәрендә улар менән ҡәрҙәш булған межа һәм черкаскүл мәҙәниәте ҡәбиләләре лә көн иткән. Археологтар ул ҡәбилә кешеләрен ʺурман андрондарыʺ тип атаған. Уларҙың нисек көн итеүен Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағы­мында табылған егермегә яҡын ауыл һәм ҡәберлекте тикшереп белеп була. Бөтә эш, һуғыш, хеҙмәт ҡорал­дары оҡшаш булғанға күрә тарих­сылар уларҙы андрон ҡәбиләләре кешеләренә ҡәрҙәш тип атай.
Андрондарға күрше булып бура һәм абаш ҡәбиләләре көн иткән. Урта Волга буйы һәм Көньяҡ Урал уларҙың төбәктәре һанала. Абаш − Сыуаш Республикаһы биләмәһенә ингән ауыл атамаһы.
ʺБуралыʺ һүҙенең барлыҡҡа килеү сәбәбе түбәндәгесә: ҡәберҙең таяуҙары ағас менән бураға оҡшатып буралған. Үлекте һул ҡабырғаһына һалғандар, аяҡтары – тубыҡтан, ҡулдары терһәктән бөгөлөп, устары биткә ҡа­ратып ҡуйылған, башы эргә­һенә ‒ көршәк, ә көршәк эсенә ниндәй ҙә булһа ризыҡ һалынған.
Ошо буралы мәҙәниәтендәге көршәктәге биҙәктәр Сыба­ла­йыр йылғаһы буйында табылған көршәк биҙәге менән тап килә.
Был ҡәбиләләрҙең һөйләше бер булғанғамы, әллә төрлө телдә һөйләшкәндәрме, әммә уларҙың хужалығы һәм көн­күреше бик оҡшаш булған. Төп кәсептәре ‒ ер эшкәртеү һәм малсылыҡ. Йәмғиәт ҡоро­лошо буйынса улар ҙа ырыу ҡоро­лошоноң емерелә барған баҫҡысында торған, әммә андрондар был тәңгәлдә төньяҡ күршеләренән бер ни тиклем алдараҡ барған.
ҡула быуаты ҡоро һәм йылы булғанлыҡтан, Көньяҡ Уралда малсылыҡ һәм ер эшкәртеү, бигерәк тә эре мал үрсетеү, йылҡысылыҡ өҫтөнлөк иткән. Хужалыҡтарҙа аҡ, ҡыҙыл, ҡыҙғылт, һары балсыҡтан һауыт-һаба эшләү киң таралған, улар ҡул көсө менән эшләнгән. Ике төрлө ысул булған: бер кеше балсыҡты иҙеп әҙерләп биргән, икенсеһе йомар­ланған балсыҡтың эсен киңәйтә барып, ҙурайтып, һуҙып, түңәрәк һауыт әүәләгән. Һауытты яндырыр алдынан төрлө биҙәктәр эшләнгән. Биҙәктәрҙе ҡаты ағас йәки осло таш менән һыҙғандар һәм тотоп йөрөтөү өсөн тишек уйып ҡалдыр­ғандар. Был биҙәктәр башҡа ҡәби­ләләрҙә эшләнгән һауыт-һабанан айырылып тороуын белдергән.
Районда археологик ҡаҙыныуҙар аша табылған Сыңғыҙ ҡурғаны (ҡула дәүере), Таулыҡайҙа табылған ауыл урыны (андрон мәҙәниәте), Сосновка, Комсомол ҡурғандары, Байыш ҡәлғә-ҡаласығы (сармат мәҙәниәте) − быларҙың барыһы ла хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары ҡалдырған эҙҙәрҙе һаҡлай.

Археологик табыштар

Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарихКөньяк Уралда игенселек, мал­сылык, һөнәрселек менән шөғөл­ләнеү кешеләргә баҡыр иретеү эшен үҙләштереүгә этәргес бирә. ҡайһы саҡ усаҡҡа баҡыр киҫәктәре эләгеп, утта йомшарған. Кешеләр уттай ҡыҙған баҡырға һуҡҡанда уның үҙгәреүен күреп ҡалған. Был хәл бынан 8 − 7 мең йыл элек була. Ошондай мөһим асыштар ярҙа­мында кешелек тормошо ҡырҡа үҙгәреп китә. Баҡырҙың был үҙенсәлеге унан бысаҡ, беҙ, ураҡ һәм башҡа әйбер­ҙәр сүкеү мөм­кинлеге биргән. Аҙаҡ кешеләр уны мәғдәндән иретеп алыр­ға өйрәнгән. Ирегән баҡырҙы ҡалып­тарға ҡойоп, кәрәкле әйберҙәр яһағандар. Кешеләр хеҙмәт ҡорал­дары яһарға өйрәнгән тәүге металл, шулай итеп, баҡыр булған.
Беҙҙең ауыл ерендә табылған көршәктәр араһында уҡ башағы ҡоя торған ҡалып та бар ине. Ул шыма таштан соҡоп, бер нисә уҡ башағы ҡойорлоҡ итеп эшләнгән. Табылған ҡалыптың яртыһы бүленгән. Таш соҡолоп, дүрт ҡырлы уҡ башағы яһалған һәм ағасҡа кейҙереү өсөн йырын (канау) ҡалдырылған. ҡайнаған баҡырҙы ҡойоу өсөн ике яҡтан урын уйылған.
Андрон мәҙәниәтенә ҡараған халыҡ таштан мейес яһаған, ә эсен ҡалын итеп балсыҡ менән һылаған. Мейес өҫтөнән тишек ҡалдырып, ут яғып, балсыҡтан эшләнгән көршәк һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡыҙҙырып ҡатырған. Баҡырҙы ҡайнатыу өсөн айырым һауыт – тигль, ҡалыпҡа ҡойоу өсөн сүмескә оҡшатып, льячка яһағандар.
ҡалыпты бергә ҡушып бәйләгәс, аҫҡы яҡтан ағасты ҡалыпҡа кейҙереп, ҡайнаған баҡыр ҡойолған. ҡалып эсендәге баҡыр ҡатҡас, бауҙы сискәндәр. Бәйләү өсөн бау мал тиреһен эшкәртеп яһалған. Уҡ башағын ҡалыптан алып, таш игәү менән уҡтың дүрт ҡырын һәм осон игәгәндәр. Уҡтың ағасын кәрәк тиклем ҡалдырып, артығын ҡырҡып ташлағандар.
Баҡырҙан яһалған һуғыш һәм хеҙмәт ҡоралдарының өҫтөнлөгө тиҙ танылыу ала. Шул осор кешеләре мәғдәнде ер өҫтөнән дә, аҫтынан да эҙләй башлайҙар. Бының өсөн улар тәрән һәм оҙон шахталар ҡаҙа. Беҙҙең эраға тиклемге III − II мең йылдарҙа Көньяк Уралда хәҙерге Баҡыр Үҙәктә, Ташҡаҙанда һәм ҡарғалыла баҡыр сығарғандар. Шундай ятҡылыҡтарға хужа булған ырыу-ҡәбиләләр баҡырҙан кәрәк-яраҡ эшләп, алыҫҡа алып барып һатыр булған. Андрон ҡәбиләһе кешеләре эшләгән шул осор әйбер­ҙәре Урта Азияла, Волга, ҡара диңгеҙ буйҙарында табылған. Әйберҙәрен алмаштырып, үҙҙә­рендә булмаған тауарҙар алып ҡайт­ҡандар.
Баҡыр иретеүҙең барлыҡҡа килеүе андрон ҡәбиләһенең башҡа халыҡтар менән сауҙа, алыш-биреш эштәрен башлап ебәргән. Был металл сығарылған урындарҙа кешеләр ҡала-ҡәлғәләр төҙөгән. Уларҙы таштан, бүрәнәнән, саман кирбес­тәрҙән яһалған бейек таяуҙар (стена) менән уратҡан. Әлеге көндә шундай егермеләп ҡала-ҡәлғә билдәле. Шулар араһында Арҡайым нығыраҡ өйрәнелгән. ҡаласыҡта күберәк баҡыр иретеүселәр һәм һөнәрселәр йәшәгән. Бында алыҫ илдәрҙән металл алыр өсөн килгән сауҙагәрҙәр туҡталған.
Шулай итеп, ҡалып табылған Сыбалайыр йылғаһы буйында баҡыр ятҡылығы булған тип уйлайбыҙ һәм көршәк эшләү өсөн балсыҡ алыу соҡорҙарының һаҡланыуы быға асыҡ дәлил. Әлеге ваҡытта ла ауыл халҡы Сыбалайыр йылғаһының уң яҡ яр буйынан балсыҡ ҡаҙып алып, көнитмештә файҙалана.

Үлектәр ҡурғаны

Ошо осор Этҡол ҡурғаны беҙҙең ауыл биләмәһенә инә һәм Үлектәр ҡурғаны тип атала. Ул 1970 йылдарҙа – академик Нияз Мәжитов, ә 1990 йылда Фәндәр академияһы хеҙмәткәре Б. Агеев тарафынан тикшерелде. Ләкин бер ниндәй һөҙөмтә бирелмәне. ҡурғандың тирә-яҡ оҙонлоғо 18 метр һәм ярты метр бейеклектәге тупраҡ өйөмө өҫтөндә биш ҡәбер ташы ҡаҙылған. Уларҙың ташта­рының береһенә тамға төшөрөлгән.
ҡурғандың төньяҡ-көнба­йышын­да оҙонлоғо – 3,65, киңлеге 0,45 метр булған һынташ ултыра. Башҡа таланған ҡурғандар һымаҡ, Үлектәр ҡәберлеге лә 1977 йылда йәш егеттәр тарафынан талана, һынташ ҡолатыла.
2009 йылда улым Ильяс, дуҫым Зиннәт Әминев менән һынташты ултыртып һәм кәртәләп ҡуйҙыҡ.
Үлектәр ҡурғаны 1732 һаны аҫтында археологик ҡомартҡы бу­лараҡ картаға индерелгән. Әлбиттә, ул күптәрҙе ҡыҙыҡ­һындыра. Ләкин 1976 йылда ҡабул ителгән ʺТарихи археологик ҡомартҡыларҙы һаҡлау тураһындаʺ закон рөхсәтһеҙ ҡаҙыныу эштәрен тыя. ҡәберҙе ҡаҙыу ислам дине тарафынан да тыйыла.
Икенсе Этҡол ауылы эргәһенән аҡҡан Сыбалайыр йылғаһы буйында табылған боронғо ҡомартҡыларҙың, б. э. тиклемге II мең йыллыҡта үҫешкән ҡула (бронза) быуаттың буралы мәҙәниәтенә ҡараған андрон кешеләренең ҡул эштәре икәнлеген һәм абаш мәҙәниәте ҡомартҡы­ларына ла тап килеүен иҫбатланык. Әле эшләйһе эштәр, асыҡлайһы урындар бик күп. Сөнки б. э. тиклемге дәүер ғалимдар тарафынан ныҡлап өйрәнелһә лә, дөрөҫлөккә тап килмәүе мөмкин. Беҙгә, уҡытыусы һәм уҡыусыларға, тарихи урындарҙы (ҡурған, ҡәберлектәрҙе) ҡаҙырға, тикше­рергә рөхсәт итмәйҙәр. Был законға ҡаршы килә. Көршәк ярсыҡтары табылған йәшелсә баҡсаһында ла шәхси эшҡыуар ҡаҙыныу, эҙләнеүҙе тыя. Шулай ҙа беҙ тапҡан ҡо­мартҡыларҙың Арҡайым, Таналыҡ, Затон, Олайыр­ҙағы табыштар менән ʺбер туғанʺ икәнлеген таныныҡ.
Арҡайым ҡаласығын асыусы профессор Г. Зданович: ʺБоронғо Арҡайымда ғүмер иткән кешеләрҙең һәм ошо төбәктә йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың да, шул иҫәптән хәҙерге башҡорттарҙың да ата-бабалары дөйөм, тип һис икеләнмәй әйтә алабыҙʺ,− тине. Был фекерҙе раҫлап, уға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Арҡайым ҡаласы­ғында тикшерелгән ҡәберлектә башҡорттарҙың милли кейе­менә оҡшаған елән, ситек, ҡамсат бүрек табылды.
Боронғо андрон кешеләренең хәҙерге Сыбалайыр йылғаһы буйын һайлауы ла тиккә булмағандыр. Быға тауҙың, урмандың яҡынлығы ла ҡышҡы һыуыҡтарҙа малды ышыҡҡа ҡыуырға, уңышлы ҡышлар­ға ярҙам иткән. Бик күп бәләкәй йылға яҙғы ташҡында ерҙе һуғарып, тупраҡтың уңдырышлы­лығын арттыр­ған һәм ер эшкәртеү менән шөғөлләнергә уңай шарттар тыуҙырған. Балсыҡ ятҡы­лығының да күп төрлө һәм сифатлы булыуы, баҡырға байлығы ла ҡулай булған.
Ошо фараздарҙан сығып, Сыба­лайыр йылғаһы буйында ауыл булғандыр, тигән һығымтаға килә­беҙ. Үлектәр ҡурғаны ла ошоға дәлил.
Беҙҙең ниәтебеҙ – киләсәктә бай тарихлы ауылыбыҙҙың үткәнен ныҡлап өйрәнеп, үҫеп килеүсе быуынға аманат итеп ҡалдырыу.

Мораҙым ХӘЛИЛОВ,
тарих уҡытыусыһы.


Баймаҡ районы,
Икенсе Этҡол ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”