11.09.2010 Йондоҙнамә 13-19 сентябрь
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башында яңылыш аҙымығыҙ мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Хәйер, уны тиҙ генә төҙәтә алырһығыҙ. Был арала күмәк башҡарған эштәрҙә мотлаҡ уңырһығыҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шәхси тормошоғоҙҙа көсөргәнешлелек күҙәтелер. Яҡын туғандарығыҙ менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә күбәйер кеүек. Ғөмүмән, был арала үҙегеҙҙе һәм кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ижади һәләтегеҙ асылғандай булыр. Шулай ҙа быға тулыһынса бирелергә төрлө сәбәптәр ҡамасаулар, моғайын. Аҙна барышында яҡын кешеләрегеҙҙең ярҙамға мохтажлыҡ кисереүе бар. Уларға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Артабан да уңышҡа өлгәшер өсөн эште яңыса ойошторорға кәрәк. Был турала етди уйланыу зарур. Иҫкенән ҡурҡмайынса арынығыҙ. Аҙна барышында элек алған йөкләмәләрегеҙ ҡамасаулар.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырһығыҙ. Уларҙы иҫәпләү зыян итмәҫ. Шаршамбыла ауыр һәм көсөргәнешле эштәргә тотонмаҫҡа ҡушыла. Йомала һәр бер тәҡдимгә ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
ҡатмарлы осор. Иҫке ысулды ҡулланып, кешеләрҙән артта ҡала башлауығыҙҙы асыҡ күрерһегеҙ. Был турала етди уйланығыҙ. Нимәнәндер баш тартырға ла тура килер, бәлки. Шәмбелә уңыш көтөгөҙ.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ваҡиғалар ағышы төрлө эштәрҙә ҡатнашыуығыҙҙы талап итер. Яҡын тирәгә сәфәрҙәр ҙә күп булыр һымаҡ. Ваҡыт етмәү эсегеҙҙе бошороп торор, моғайын. Шаршамбылағы һөйләшеү файҙа бирмәҫ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы иң яҡын кешеләрегеҙ ҙә аңлап етмәҫ, ахыры. Ошо сәбәпле үпкәләшеүегеҙ ҙә ихтимал. ҡатмарлы саҡтарҙа йондоҙҙар үҙ тәжрибәгеҙгә генә таянырға ҡуша. Кесе йомала ишеткән кеше кәңәше файҙа килтерер.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был аҙнаға иңегеҙгә артыҡ күп эш алыу бигүк дөрөҫ булмаҫ. Юғиһә һемәйеп ҡалыуығыҙ ҙа бар. Шаршамбыла уңышлы тип уйлаған нәмәнең буш ҡыуыҡ булып сығыуы ихтимал.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна яңы эштәрҙе башлап ебәрер өсөн бигүк уңышлы түгел. Ғөмүмән, барлыҡ яңы нәмәләргә шикләнеп ҡарамағыҙ. Йондоҙҙар был арала яңы кейем кеймәҫкә ҡуша. Йомала күп аҡса йөрөтөргә кәңәш ителмәй.
Саян (24.10 – 22.11)
Һәр саҡ үтә иғтибарлы булырға кәрәк. Көтөлмәгән мәшәҡәттәр килеп сығыуы бар. Яҡшы белгән кешеләр менән дә аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Был хәл бигерәк тә шаршамбы, кесе йомала күҙәтелә.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор барышында кәйефегеҙҙең үҙгәреүсән булыуы эштәрегеҙгә кире йоғонто яһар. Шишәмбелә матди юғалтыуҙар кисерерһегеҙ. Шулай ҙа ауыр саҡта ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ.