RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ үҙ киләсәгенә битараф түгел

30.07.2011 Халыҡ үҙ киләсәгенә битараф түгел

«Берҙәм Рәсәй» партияһы һайлау алды кампанияһын шулай әүҙем башлап ебәрҙе – 21 июлдә башланған праймериздары хатта ял көндәрендә лә туҡтау белмәй. Үҙәк баҫмалар раҫлауынса, кандидатураларға алдан партия эсендә тауыш биреүҙе ойоштороу эшен «Берҙәм Рәсәй»ҙәр Американың сәйәси практикаһынан алып, Рәсәй ысынбарлығына яраҡлаштырған. Бындай электораль экспериментты партия илдең ҡайһы бер төбәктәрендә 2007 йылда уҡ һынап ҡарағайны. Уның отошло булыуы раҫланғас, әле дөйөм федераль кимәлгә сығарҙы. Практика күрһәтеүенсә, уларҙың ышанысы аҡланырға оҡшай: партияның Юғары советы башлығы Борис Грызлов билдәләүенсә, алдан тауыш бирергә теләүселәр, йәғни һайлаусылар һаны көтөлмәгәнсә юғары булып сыҡҡан – 255 мең кеше үҙ кандидаттары өсөн тауыш бирергә теләк белдергән.
Ысынлап та, праймериздар үткәрелгән урындарҙа залдар, ғәҙәттә, шығырым тулы була. Был халыҡтың ысын һайлауҙарға «сарсауын» һәм һайлаусыларҙың үҙҙәренең төбәге буйынса партия исемлегенә кемдәр индерелеүенә битараф түгеллеген күрһәтә. Ә әүҙемлек күрһәтелгән ерҙә, ҡағиҙә булараҡ, эштәр уң була: нәҡ ошо сараға, һөҙөмтәлә әйҙәүсе партияға һәм власҡа халыҡтың иғтибары артты һәм был алдағы һайлауҙарҙа уңышҡа өлгәшеү өсөн бик ҡулай булып сығыуы көн кеүек асыҡ.
Республикала праймериз ҡыҙа бара. Шаршамбы көндө баш ҡаланың Профсоюздар федерацияһы йортонда үткәрелгән сарала Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһынан – 300-ҙән ашыу, ә депутатлыҡҡа кандидаттарҙан 40-тан ашыу кеше ҡатнашты. Үҙенең һайлау алды платформаһы менән сығыш яһарға теләүсе кандидаттарға өсәр минут ваҡыт бирелде. Әйтергә кәрәк, сығыш яһай торғас, улар оҫтара башлаған – өс минут эсендә залда ултырыусыларҙы киләсәккә төҙөлгән депутатлыҡ программаһының төп мәлдәре менән таныштырып үтеүгә, һорауҙар­ға яуап биреүгә лә өлгәште.
– Эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ – республикала һәр кешене борсоған мәсьәләләр бына ошолар. Өфө агрегат производство берекмәһендә эшләү осоронда кешеләрҙең эшкә һәләтлеге, эшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы уларҙың хеҙмәт хаҡына туранан-тура бәйле булыуын аңланым. Миңә улар менән, иңгә-иң терәп, бер станок артында торорға тура килә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының барлыҡҡа килеп, беҙгә, берекмә активистарына, сәйәсәткә килергә булышлыҡ итеүе шатландыра. Йәмәғәт ойошмалары күрһәткән кандидаттар үҙҙәре эшселәр рәтендә тора, көн дә үҙе кеүектәр менән аралаша һәм, власҡа килгәс, улар, һис һүҙһеҙ, республикабыҙҙың, илдең иҡтисадын яҡшыртырға, халыҡтың күпселеген борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер тип ышанам, – тине «Рәсәй машиналар эшләүселәр союзы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы исеменән праймеризда ҡатнашыу­сы, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзаһы Альберт Чекалин.
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһенең, депутат булып һайланған хәлдә, киләсәккә ҡорған пландары иғтибарға лайыҡ. Әммә һайлау алдынан тауыш биреү процедураһында быйыл йәштәрҙең әүҙем ҡатнашыуын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Вуздарға бушлай уҡыр­ға инеү, эшкә урынлашыу, сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыу, дауаланыу мәсьә­ләләре борсой уларҙы. Шуға күрә лә сараға килгән күпселек йәштәрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәштәр гвардияһы»ның ошо йәһәттәге эшмәкәрлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм киләсәккә өмөт уята.
– 18 августа яңы заезы башланасаҡ «Мин – граждан» лагерының эшмәкәрлеге РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙарға арналасаҡ. Нәҡ ошондай лагерҙар ярҙамында беҙ лайыҡлы йәш алмашсыларҙы тәрбиәләргә тейешбеҙ. Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән аралашыу йәштәрҙе йәмәғәт эшмәкәрлегенә, сәйәсәткә ылыҡтыра. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ваҡыт үтеү менән ысын сәйәси эшмәкәрҙәргә әйләнәсәк, – тигән ышанысын белдерҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәштәр гвардияһы»ның төбәк штабы начальнигы, праймеризда ҡатнашыусы Константин Канунников.
Сираттағы – алтынсы праймериз үткәреләсәк майҙансыҡ – Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы. Орджоникидзе районы һайлаусылары өсөн ойошторолдо был юлы Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының яңыса һайлау алды эшмәкәрлеге. Алдан тауыш бирергә бында һәр хеҙмәт коллективынан, ижтимағи ойошмаларҙан, партияларҙан күрһәтелгән 303 вәкилдең 276-һы, депутатлыҡҡа кандидаттарҙан 42 кеше килгәйне.
Сараны башлап, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк координация советының яуаплы координаторы Александр Дегтярев 21 июлдән алып ошо көнгә тиклем республика буйынса яҡынса 2000 кешенең алдан тауыш биреүен белдерҙе һәм праймеризда ҡатнашыусылар­ҙың 52-һенең «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һәм 71 кешенең Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ойошмаһы составындағы ойошмаларҙан булыуын әйтте.
– РФ Дәүләт Думаһына һайланасаҡ бер депутат 150 мең һайлаусы исеменән сығыш яһаясаҡ, ә беҙҙең республиканан РФ Дәүләт Думаһына һайланасаҡ 20 кеше үҙ һайлаусыларының мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ, – тип аңлатты залда ултырыусылар алдында сығыш яһаусы БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары Константин Толкачев.
Өфөлә ойошторолған праймериздарҙың бер нисәүһендә ҡатнашып, сығыш яһаусы кандидаттарҙың күбеһенең телмәрен бер нисә тапҡыр ишетергә тура килде. Һәр береһе үҙен күрһәткән халыҡ ҡатламының, ойошманың, хеҙмәт коллективының мәнфәғәттәрен яҡлар­ға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙе. Бигерәк тә депутатлыҡҡа яңы күрһәтелгәндәр, илдәге сәйәси, социаль, иҡтисади хәл-торош­ҡа ысынлап яңылыҡ, яҡшы яҡҡа үҙгәреш индерә аласағына ышанып, дәртләнеп, ялҡынлы сығыш яһаны.
Әйткәндәй, һәр кандидат үҙе күрһәткән ойошма һәм ҡатламдың мәнфәғәтен яҡларға һүҙ бирә, тигәнгә ҡарата беҙ ҙә, журналистар, зыялыларҙың иң яҡланмаған ҡатламы, БР Журналистар союзы күрһәткән кандидатура – «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Т. Сырвачева, әгәр депутатлыҡҡа үтһә, беҙҙең хеҙмәт хаҡын күтәреү, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү мәсьәләләрен сисергә ярҙам итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары cоветы башлығы Борис Грызловтың һүҙҙәренсә, праймериздар 25 авгусҡа тиклем барасаҡ, һәм артабан төбәк координация советтары алдан тауыш биреүҙәрҙең һөҙөмтәләрен эшкәртеп, федераль координация советына ебәрергә тейеш. Сентябрь башында төбәк конференцияларында праймериз йомғаҡтары хупланып, Юғары совет бюроһына тапшырыласаҡ. Бюро уларҙы үҙ нәүбәтендә партия лидерына – Владимир Путинға тапшырасаҡ: нәҡ ул «Берҙәм Рәсәй»ҙәрҙең 23 – 24 сентябргә тәғәйенләнгән съезында ҡатнашасаҡ исемлекте билдәләйәсәк. Әлегә был исемлектә 4700 кеше – бер урынға һигеҙ кеше тура килә. ҡайһы бер төбәктәрҙә, мәҫәлән, Краснодар крайы менән Дағстанда, үткәрелгән праймериздарҙа 100-ҙән ашыу кандидат ҡатнаша.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”