26.07.2011 Юғалған бала табылды
13 июлдә көндөҙгө 5-се 15 минутта эске эштәр бүлегенең дежур часында телефон шылтырай. Баймаҡта йәшәүсе Альбина исемле ханым Икенсе Этҡол ауылында иртәнге сәғәт 11-ҙә туғаны – Илсур Таһиров исемле 2 йәш тә 8 айлыҡ малайҙың юғалыуы хаҡында хәбәр итә.
Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры Олег Зөлҡәрнәев етәкселегендәге тикшереү-оператив төркөм шунда уҡ Икенсе Этҡол ауылына йүнәлә. Йәмғеһе 57 хеҙмәткәр, 15 автотранспорт берәмеге, ике эҙләү эте йәлеп ителә. Шулай уҡ йәмәғәтселектән – 61, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы өлкәһенән – туғыҙ кеше, ике автомашина, өҫтәмә рәүештә Сибай эске эштәр бүлегенән бер эҙләү эте саҡырыла.
Малайҙы әсәһе Глүзә Вәлиева яңғыҙы тәрбиәләгән була. Бәлә сыҡҡан көндө улы Илсурҙы ата-әсәһенә ҡалдырып, ул ауылдан 18 км алыҫлыҡтағы эшенә – урман питомнигына китә. Малай бер нисә тапҡыр урамға сығып уйнап инә. Сәғәт 11-ҙәрҙә өләсәһе ейәнен ҡарарға сыға, әммә ул урам эсендә булмай. Тиктормаҫ малай быға тиклем дә бер нисә тапҡыр ҡапҡа аҫтынан шыуып, урамға сыҡҡан булған. Шулай итеп, малайҙың юғалыуы билдәле булғас та, яҡындары был хаҡта эске эштәр органдарына хәбәр итергә ашыҡмаған, үҙҙәре ауылды ҡыҙырып эҙләгән. Үҙ көстәре менән табырҙарына ышаныс ҡалмағас ҡына “02” хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булғандар.
Баймаҡ, Сибай ҡалаларының эске эштәр бүлектәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баймаҡ ҡалаһы буйынса отрядтарынан 43 төркөм төҙөлә. Шул иҫәптән ауылдың алты атлы төркөмө лә һәр йортто, йорт яны ҡаралтыларын, төрлө биналар, ҡоролмаларҙы, ауыл яны биләмәләрен “һөҙөп” сыға, әммә малай һыуға төшкәндәй юҡҡа сыға.
Эҙләүсе эттәр малайҙың ауылдан 500 метр алыҫлыҡта ағып ятҡан Таулы йылғаһы йүнәлешенә китеүен билдәләй. Тик 11-се 20 минутта ғына полиция хеҙмәткәрҙәре Илнур Хисаметдинов менән Илмир Әлмөхәмәтов малайҙы табып ала. “Көнө буйы ауыл тирәһен ҡыҙырҙыҡ. Кис төшөп, сәғәт 9 тулғас, ауылдан ситтәлер, тип, алыҫҡараҡ киттек. Элек Сарҙаҡ күле булған, хәҙер ул кипкән урындараҡ малай йоҡлап ята ине”, – тип һөйләне улар.
Бына шулай, полиция хеҙмәте оперативлыҡ күрһәтмәһә, ауыл халҡы ла ихлас ҡушылмаһа, бәләкәй малай менән ни булырын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс...
Ата-әсәләрҙе, өләсәй-олатайҙарҙы тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: зинһар, тиктормаҫ балаларығыҙҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ, урамға үҙҙәрен генә сығармағыҙ. Вайымһыҙлыҡтың бәхетһеҙлеккә әүерелеүе лә ихтимал бит!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.