23.07.2011 Инвалид балалар ярҙамһыҙ ҡалдырылмаясаҡ
«Инвалид балалар өсөн өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында» проекты Даун синдромлы балалар өсөн өҫтәмә белем биреү сертификаттары (СОБР) тураһындағы проектҡа нигеҙләнә. Уны БР-ҙың «Ярҙам» тигән Даун синдромлы балаларҙың ата-әсәләренең төбәк йәмәғәт ойошмаһы РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ярҙамында эшләгән.
Был белем биреүсе сертификат һәм ул буласаҡ әсәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән сертификаттар менән бер рәттән эшләргә тейеш. Ата-әсәләр ҡарары буйынса, балаға бирелгән СОБР тураһында һәр мәғариф учреждениеһында ла хәбәрҙар булырға тейештәр. Сертификаттың суммаһы − бер балаға 10 мең һум. Был мәғариф һәм медицина учреждениелары өсөн өҫтәмә матди стимул булып тора. «Ярҙам» ойошмаһы рәйесе Людмила Сәхәпова фекеренсә, бындай матди дәртләндереү инвалид балаларға тәрбиә алыу, социаль адаптация һәм йәмғиәттә яраҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырыр ине. Өфө ҡала советы депутаттары, тәҡдим ителгән проектты тикшереп, уны мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға инвалид бала менән шөғөлләнеү өсөн компенсация төрөндә бирергә кәрәклекте раҫланы.
Депутат Сәлиә Мырҙабаева фекеренсә, СОБР инновацион проект булып тора һәм ул ентекле иғтибар талап итә. Закон сығарыу өҫтөндә эшләргә, проекттың аныҡ механизмын булдырырға кәрәк. «Даун синдромлы ҡайһы бер балалар психологик-педагогик реабилитация үтеү һөҙөмтәһендә тулы ҡанлы тормош алып бара, ғәҙәти мәктәптәрҙә уҡый, хатта юғары белем дә ала. Тимәк, бындай балалар менән эшләү һөҙөмтәһеҙ түгел. Әммә махсус белем, түҙемлек-сабырлыҡ талап итә», − ти депутат.
Башҡортостанда һуңғы ун йыл эсендә 500-ҙән ашыу Даун синдромлы бала тыуған. Уларҙан баш тартыусы ата-әсәләр беҙҙә әҙерәк − 10 процент тирәһе. «Ярҙам» үҙәге Өфөлә йәшәгән инвалид балалары булған ата-әсәләр тарафынан 2008 йылда ойошторолған. Хәҙер ул төбәк йәмәғәт ойошмаһы булып тора һәм 150-нән ашыу баланы берләштерә.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ярҙамында өлгәшелгән тағы ла бер һөҙөмтәле эш − РФ оборона министры А. Сердюковҡа мөрәжәғәтенә килгән яуапта Өфөләге хәрби госпиталь бинаһын республика ҡарамағына тапшырыу мәсьәләһенең ыңғай хәл ителеүе тураһында хәбәр ителә. Иң мөһиме − бина үҙ тәғәйенләнешендә файҙаланыласаҡ, йәғни унда хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеләсәк.