19.07.2011 Олатайым ғорур атлай
Олатайым Фәсхетдин Ғималетдин улы ҡаранаев − тыл һәм педагогия хеҙмәте ветераны.
Педагогик хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу. Ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ уның уҡыусылары араһында. Олатайым методист-инспектор, мәктәп директоры урынбаҫары, мәктәп директоры кеүек вазифаларҙы байтаҡ йылдар уңышлы башҡара. Шулай уҡ агитатор, һайлау комиссияһы рәйесе кеүек йәмәғәт эштәрен дә ҙур теләк менән алып бара.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡәҙерле кешебеҙ бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Кәртә-ҡура тултырып мал-тыуар аҫраны, өлкәнәйеп киткәс, быйыл малын бөтөрҙө. Үҙе йәшәгән Күгәрсен районының Волостновка ауыл советына ҡараған ауылдарҙың тарихын яҙа. Уның "Ағиҙелкәйҙән һуң Мәнү буйҡайҙарына ла" тип исемләнгән эше айырыуса ҡиммәтле. Был уникаль хеҙмәтен өләсәйем Сәлихәнең яҡты иҫтәлегенә, туған мәктәбенә, яҡындарына бағышлай. Өләсәйем Сәлихә Лотфулла ҡыҙы ҡаранаева ла ғүмере буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Үкенескә күрә, 14 йыл элек вафат булды.
Олатайым киләһе быуындарға тарихи мәғлүмәттәр ҡалдырырға теләй. Сөнки ваҡыт үтеү менән уларҙы табыу, тергеҙеү ауыр буласаҡ.
Әлбиттә, коллегалары, уҡыусылары Фәсхетдин Ғималетдин улы тип өҙөлөп тора, мәктәптә уҙған бер кисәгә лә саҡырмай ҡалдырмайҙар.
Мин үҙем Ырымбур дәүләт аграр университеты студентымын. Буш ваҡытымда журналистика менән мауығам. 50-нән ашыу шиғыр-хикәйәм гәзит-журнал биттәрендә донъя күрҙе. Икенсе һөнәр һайлаһам да, бәлки, мин дә, Зөбәржәт инәйәм Йәнбирҙина (Миңлегөл инәйемдең ике туған һеңлеһе) кеүек, үҙемде әҙәбиәт йәки журналистика өлкәһендә күрһәтә алырмын.
Олатайым үҙе туплаған материалдарҙы һаҡлау, тулыландырыу бурысын миңә йөкмәтте.
Фаягөл ҡУНАҡБАЕВА.
Күмертау ҡалаһы.