RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр яҡлап өлгөлө шәхес

19.07.2011 Һәр яҡлап өлгөлө шәхес

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, сығышы менән Күгәрсен районынан булған Фәтих Азаматов быйыл 85 йәшлек юбилейын билдәләне.
− Тыуған ауылым Туйымбәт гүзәл туғайҙары, сәскәләргә күмелгән болондары булған Эйек йылғаһының уң яҡ яры башында урынлашҡан,− Фәтих Хәсән улы йәнтөйәге, кендек ҡаны тамған ере хаҡында һөйләй башлаһа, күҙҙәре берсә осҡонланып, берсә һағышланып китә. Хәтирәләре менән ул йәшлек туғайҙарына ҡайтып, бар донъяны ҡосорҙай булып йүгереп китә, ҡасандыр шаулап- гөрләп торған ауылының бөгөнгө хәлен, унда 15 − 20 йорт ҡына ҡалыуын уйлап, һағышҡа бирелә...
Атаһын ʺЯңы юлʺ колхозы рәйесе итеп тәғәйенләгәс, улар ғаиләһе менән Түбәнге Сирбайға күсеп килә, ситән өйгә урынлаша. Фәтих Мораҡҡа мәктәпкә йөрөй, уҡыуҙан һуң колхоз эшенә ярай. Бер аҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Колхозсыларҙың түҙеп торғоһоҙ шарттарҙа фиҙакәр эшләүен күреп, уларға игенде тейешенән артыҡ биргәне өсөн, 1942 йылда рәйес Хәсән Азаматов ҡулға алына һәм төрмәгә оҙатыла. Үҫмер ғаиләлә әсәһенә төп ярҙамсы булып, һеңлеһе менән ҡустыһына атай урынына ҡала, ә уҡыу тураһында оноторға тура килә. Ошо мәлдә атаһынан өйрәнгән һөнәрҙәр, бигерәк тә һабан һөрөү Фәтихкә бик ярап ҡала. Көнө-төнө төрлө эштә бил бөгөү, михнәттәр иҫкә төшһә, әле лә күңелдәрҙе тетрәндерә. ҡышын-яҙын баҫыуҙа ҡар аҫтынан туңған башаҡ, туң картуф йәки тамыр эҙләп ҡаҙыныуҙар, тапҡан аҙыҡтың ҡәҙерен белеп, семтеп кенә ашау, яҙғыһын сыҡҡан тәүге йыуа, балтырғандың тәмен һис оноторлоҡ түгел. һалдат йәшенә еткәс, Фәтих әрме сафына алына. Үҙе кеүектәр менән шығырым тулы эшелонда Алыҫ Көнсығышҡа юл тота, офицерҙар нисек кенә йәшерергә тырышмаһын, ара-тирә Японияның һуғыш башларға мәкерле уйы барлығы хаҡындағы хәбәрҙәр ишетелеп ҡала. Ворошилов (хәҙерге Уссурийск) ҡалаһы һалдаттарҙы үҙенең барлыҡ ауырлыҡтары, аслыҡ-яланғаслығы менән ҡаршы ала. Кейергә форма таратып бирәләр- биреүен, тик уларҙы туҙҙырмаҫҡа бойоралар. Һалдаттар аяҡ кейемдәрен тапшырып, ялан аяҡ йөрөргә мәжбүр була, кемдер ағастан ботинка әтмәләп кейә, кемдер сабата үрә. Йәш егеттәр колхоз эшенә егелә. Тик полктың яртыһы эшкә сыҡмай. Сөнки улар бигерәк ябыҡ, хәлһеҙ була. Ундайҙарҙы ʺхудоконныйҙарʺ тип йөрөтәләр, норманан артыҡ ашатыу мөмкинлеге булмағас, ауырлығы ныҡ кәм һалдаттарға файҙалы ҡарағай тубырсығы төнәтмәһе генә эсерәләр. Түп-түңәрәк йөҙлө башҡорт егете бер ваҡытта ла ʺхудоконныйҙарʺ иҫәбенә инмәй. Йыл ярымдан, ниһайәт, һалдаттарҙың тамағы йүнле аш күрә башлай. Баҡһаң, полкты сик буйына әҙерләй башлағандар икән. Рядовой Фәтих Азаматов батареялар өсөн позициялар билдәләүсе разведчик − иҫәпләп сығарыусы була. 1945 йылдың авгусында ул япон илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа инә, Муданьцзян, Койсю ҡалаларында алыша. Япондарҙың һуғышҡа ныҡлап әҙерләнеүе совет һалдаттарын аптырата: самурайҙар нығытмалар һыҙығын тимер-бетондан яһаған, яландарҙағы һәр эҫкерт эсенә тиерлек аҙыҡ-түлек запасы ҡалдырған, ә гарнизондарға совет һалдаттары яҡынлашыу менән, унда йәшәүселәр үҙ-үҙҙәрен үлтерә, йәғни харакири яһай.
Фәтих өсөн әрме хеҙмәте һигеҙ йылға һуҙыла. 1951 йылда уны Порт-Артурҙа старшина дәрәжәһендә, артполктың иҫәп командаһы начальнигы вазифаһында тамамлай. ʺЮань менән һумдың нисбәте үҙгәреп киткәс, 9000 һум аҡса менән бик байығып ҡайттымʺ, − тип көлөп, хәтер йомғағын һүтә һуғыш ветераны. Егеттең, бөлгөнлөккә төшкән әсәһен, туғандарын ҡайтып күреп, уларға ярҙам итешкәс, бер тине лә ҡалмай. Етмәһә, ғаиләнең бик күп һалымы йыйылып киткән.
Ауыр йылдар Фәтихтең аң-белемгә ынтылышын һис юя алмай. Әрменән ҡайтҡас, ул зирәклеге, отҡорлоғо арҡаһында, хәҙергесә әйткәндә, экстерн менән ике ай эсендә мәктәпте тамамлап, аттестат ала. Тиҙҙән редакция менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән йәш кешене яуаплы секретарь итеп район гәзитенә эшкә саҡыралар.
Артабан Фәтих Хәсән улы юғары партия мәктәбен тамамлай, Күгәрсен, Хәйбулла район гәзиттәренең, "Башкнигоиздат"тың мөхәррире булып эшләй. Өфө районын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Эшен һәр саҡ күңел биреп башҡара. Ул ваҡытта күренекле совхоз-колхоздарға бай район комитетында төрлө яуаплы вазифаларҙы намыҫ менән үтәй. Бөгөн Фәтих бабай Азаматов әбейе Ғаян менән – 58 йыл иңгә-иң терәп, өс балаһының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең иғтибарын тойоп, ғүмер йомғағын һүткән бәхетле пар. Бер ҡасан да ваҡытын бушҡа үткәрмәгән Фәтих Хәсән улы, хаҡлы ялға сыҡҡас, үткәнебеҙҙе, тарихты өйрәнеүгә ныҡлап тотона. Мәскәү, Өфө, Ырымбур архивтарында туҡтауһыҙ эҙләнеү, документтар йыйыу, ауылдар буйлап ентекләп мәғлүмәт йыйыу эше һөҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрмәгән. Бөгөн Фәтих Азаматов − Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Күгәрсен районы тураһында дүрт китап авторы, тағы икәүһе – Учалы һәм Илеш райондары хаҡында. Был китаптарҙың тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар бай йөкмәткеле, һәр бите илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, үткәнебеҙҙе һәм бөгөнгөбөҙҙө бәйләп тора.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”