RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кәкүк әсәнең башы ауыртмай

31.05.2011 Кәкүк әсәнең башы ауыртмай

Ә балаларҙы ниндәй яҙмыш көтә?!
Кәкүк әсәнең башы ауыртмайДонъя ике ишекле. Әҙәм балаһы алдында уның ҡайһыһы асылыры – яҙмыш ҡушыуы. Ә ошо ишек артында – һинең донъяң. Йә уңышлы, йә уңыш­һыҙ. Тормош бит, алдыңда уңышһыҙ ишектең дә шар асылыуы мөмкин. Әммә тормошоңдо үҙгәртерлек көс тапҡанда, тотош яҙмышыңды бәхетле итеүең дә ихтимал. Күп нәмә кешенең үҙенән тора. Редакциябыҙға килгән борсоулы хатты тикшереү командировкаһынан ошондай уйҙар менән ҡайттыҡ. Юҡҡа түгел. Беҙ эҙләп барған йорт, ысынлап та, ике ишекле ине...

Хат юлға саҡыра

«Һүҙебеҙ ауылыбыҙға ун ете йәше тулмаҫ борон килен булып төшкән аҙғын ҡатын хаҡында. Ул килен булып төшөп, ике-өс ай ҙа үтмәне, тәүге ире үҙен фермала икенсе берәү менән тотто. Был хәлдән уларҙың тормоштары боҙолдо. Шулай ҙа ҡатын тыйылманы, сит ирҙәр менән сыуалыуын дауам итте. Ахыр сиктә, үҙен ҡыуып тигәндәй, кире тыуған ауылына ҡайтарып ебәрҙеләр. Тик бер йыл да үтмәне, ауыл аша үткән «Камаз» машинаһына эләгеп, тағы килеп төшөп ҡалды. Бер талай өйләнмәгән ир-егеттәргә «ем» булып йөрөнө-йөрөнө лә, шуларҙың береһенә – ата-әсәһе донъя ҡуйған егеттең өйөнә инеп йәшәй башланы. Бер-бер артлы алты бала тапты. Шулай ҙа бәйһеҙ енси тормош алып барыуынан туҡтаманы. Эскегә, енси ауырыуҙарға һабышты. Ә балалар хаҡында уйлаған кеше лә юҡ. Тамаҡтары – ашҡа, өҫтәре кейемгә туйманы бисараларҙың. Дәрескә теләһә – барҙылар, теләмәһәләр – юҡ. Балаларға дәүләт түләгән аҡса эсеүҙән, бурыс ҡайтарыуҙан артманы. Уҡытыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар советы әсә менән һөйләшеп тә ҡараны. Файҙаһы булманы. Балаларҙы йәлләп, ауыл халҡы ашарҙарына, үҙҙәренән ҡалған кейем-һалымды биреп тора.
Был ҡатындың юғала торған ғәҙәте бар. Өсәр көндән һуң берәйһенең мунсаһынан, йә һарайынан табып алалар. Район үҙәгенә йомош менән барһа ла, типтереүҙән арына алмай, аҙна-ун көнһөҙ ҡайтмай. Мәле менән хатта ике айлап юҡ булып тора. Беҙҙе борсоғаны шул: ауылда егет ҡорона ингән малайҙар ошо бисәгә «өйрәнергә» йөрөй тигән имеш-мимештәр ишетелгеләй. Тик йүнһеҙ ҡатынға ҡарата бер ниндәй сара ла күрелмәй. Беҙ, әсәләр, улдарыбыҙҙың һәм әлеге алты баланың яҙмышы өсөн борсолабыҙ. Сабыйҙарҙы балалар йортона урынлаштырғанда яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән?! Бәйһеҙ ҡатын тураһында яҙып та, һөйләп тә килештерерлек түгел. Ваҡыт табып, бәлки, үҙегеҙ килеп күрерһегеҙ?»
Был хаттың өҙөгө генә. Ете дәфтәр битен тултырып яҙылғандарҙы уҡып сыҡҡас, күңелгә урын табырмын тимә. Нисек инде бәләкәй балаларҙы шул тиклем насар шарттарҙа йәшәтмәк, асыҡтырмаҡ кәрәк? Быға тиклем республика райондарының береһендә, әсәләре, иренән туҡмалып, биш көнгә тыуған йортона ҡайтып киткәне өсөн генә, махсус комиссия килеп, биш баланы приютҡа алып киткәндәрен, һуңынан ҡатын ғәзиздәрен көскә ҡайтарып алыуын ишетеп, аптырағанға әлеге хәл ныҡ сәйер тойолдо. Һәр районда бала хоҡуҡтарын яҡлаусы орган бар. Улар нимә ҡарай икән, тигән һорау борсоно күңелде. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә теләп, район етәкселәренә шылтыраттыҡ.
– Эскән, балаһын ҡарамаған ҡатындар бер беҙҙә генә түгел, һәр төбәктә лә бар. Үҙебеҙҙең дә башыбыҙ ҡатҡан. Мәсьәләне хәл итәм тиһәң, бараһың да, камил булмаған закондарға барып төртөләһең. Һеҙ килеп тә, нимә эшләй алаһығыҙ?! Әгәр ҙә проблеманы хәл итеп ҡайтабыҙ тип уйлайһығыҙ икән, рәхим итегеҙ, – район етәкселәренең береһе менән ошондайыраҡ һөйләшеү булды.
Ризалыҡ тип ҡабул итмәһәк тә, юлға сыҡтыҡ. Сөнки беҙгә халыҡтың ышанысы ҡиммәтерәк.

Шыҡһыҙ өй һәм бәхетһеҙ бала саҡ

Ауыл хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Күккә олғашҡан мәғрур ҡарағайҙар, ғорур бөркөттәрҙе төйәк иткән ҡаялар әҙәм балаһының һәр изге һәм яуыз ҡылығына шаһитлыҡ һаҡлай төҫлө. Беҙ эҙләп барған йорт та ана шул ҡаялы текә тау аҫтындағы туғайлыҡта урынлашҡан. Эргәлә генә ҙур булмаған йылға сылтырап аға. Йорт ҡәҙимге совхоз өйөн хәтерләтә, туҙғанға оҡшамаған. Тик шыҡһыҙ, ҡото ғына юҡ. Хатта күрһәтелгәнсә, утын урынына хужалыҡтарын яғып бөтөүҙәре раҫтыр, күрәһең. Солан, кәртә-һарай тигән нәмә күренмәй. Күҙгә әле бер, әле икенсе ерҙән һерәйеп торған таҡта, һайғауҙар ғына салына. Өй эсендә лә күңел йылынырлыҡ түгел. Сәселеп ятҡан түшәк, ҡаралты күптән ер төҫөнә ингән. Хәйер, уныһы ла барыһына ла етәме икән әле? ҡашығаяҡ та һанаулы, буш өҫтәлдән, һандыҡтан башҡа бүтән йыһаз юҡ.
Алты сабый ҙа аталары менән өйҙә ине. Әсәләре тағы ҡайҙалыр сығып олаҡҡан. Февраль башынан бирле балаларын күрәм тип тә ҡайтып урағаны юҡ икән уның. Балаларҙың иң ҙуры – ун һигеҙ йәшлек егет. Әле ул район үҙәгендәге һөнәрселек училищеһында уҡый. ҡалғандары – ун өс, ун ике, ун бер, һигеҙ, ете йәшлектәр. Араларында бер бөртөк ҡыҙыҡай ҙа бар. Беҙ барғанда сабыйҙар ҡысынманан интегә ине. Үтә йыуаш күренгән ирҙе, балалар алдында һөйләшеүҙе уңайһыҙ һанап, тышҡа саҡыр­ҙыҡ. Ул арала бәләкәстәр ҙә, беҙҙән ятһырап, берәм-һәрәм урамға сығып юғалды.
– Бер эшкә лә күңел төшмәй, – тип күҙҙәренә йәш алды йорт хужаһы. – Донъяға йәлсеп булманы. Совхоздан мал алһам, ҡатын сәбәп табып, тотондороп тик торҙо. Аҡсаһын эсеүҙән арттырмаған саҡтар ҙа күп булды. Мал булмағас, сапҡан бесәнде лә һатыу­ҙан башҡа сара юҡ ине, – тине ул, емерек донъяһынан уңай­һыҙланып.
– Ярай, ҡатындан уңмағанһығыҙ ҙа икән ти. Шулай ҙа былай йәшәргә ярамай бит, ишек алдығыҙҙағы ҡыйҙы, сүп-сарҙы ташып түкһәгеҙ ҙә, ихатағыҙ толҡалыраҡ булыр ине. ҡурҡмайһығыҙмы? Опека органы йәшәү шарттарығыҙҙы тикшерһә, балаларығыҙҙы тартып алыуҙары ихтимал бит, – тип күңеленә шик һалыр­ға итәм. Хәйер, атай кеше етемлектең ни икәнен яҡшы белә. Баҡтиһәң, ул үҙе лә әсәһенән йәш ярымда ғына ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән булып сыҡты. Был уның яуабында ла сағылды:
– Юҡ, берәүгә лә бирмәйем, үҙем үҫтерәм. Район вәкилдәренә лә гел шулай тим. Балаларҙың да бер ҡайҙа ла киткеләре килмәй, улар мине ташламаясаҡ. Көн генә һурыҡһын, ишек алдын таҙартып, рәтләп алырбыҙ. Орлоҡ таба алһаҡ, картуфын да сәсербеҙ. Әле совхоз етәкселегенә мал һорап ғариза яҙҙым, – тине һыр бирергә теләмәй.

Әсә иркәләүе теймәне

Бәхет булмаһа, булмай икән шул... Оҙаҡ ҡына һөйләштек беҙ яңғыҙаҡ ир менән. Һөйләгәндәренән һыҙланыу ҙа, әрнеү ҙә тойҙоҡ. Һүҙҙән-һүҙ китеп, яңы өйләнешкән, бергә ғүмер иткән саҡтарын да «хәтерләнек». Баҡтиһәң, ир бер ваҡытта ла ҡатын наҙы, балалары әсә һөйөүе күрмәгән икән. Бисәһенең балаларға бер тапҡыр булһа ла, балам, тип өндәшкәнен, арҡаһынан яратып һөйгәнен иҫләмәй ул. Ауыҙы тулы әшәке һүҙ ҙә, ҡарғыш булған ҡатындың.
– Яңы йылды ҡаршы алыр алдынан да балаларға тип магазиндан аҙыҡ-түлек яҙҙыртып алып, район үҙәгенә һөйәрҙәре янына ҡасты. Ун биш көндән һуң көскә ҡайтып инде. Иң аяныслыһы һәм ояты – күп тапҡыр­ сит ирҙәр менән тоттом. Аҙаҡҡараҡ был кәмһетеүгә, зина ҡылыуына түҙә алмай ҡул күтәргән саҡтарым да булды. Әммә аҡылға ултырта алманым, – тип һыҡтаны ир.
Берүк яҡлашыу тип ҡабул итмәгеҙ. Ауыл халҡы менән аралашҡанда ла ошо уҡ хәбәрҙе ишеттек. Ауылдаштары совхозда мал ҡараусы булып эшләгән ирҙе бер кемгә зыяны теймәгән, баҙнатһыҙ кеше тип телгә а­лды. Әллә ни эсә тип тә ҡабул итмәй­ҙәр үҙен. «Нәҫеле лә яҡшы ине. Күптән гүр эйәләре булған ата-әсәһе егәрле, сос кешеләр булды, ҡорт тоттолар, урман, ағас эше менән дә шөғөлләнделәр... ҡыҫҡаһы, ҡатыны тура килһә, донъя көтөрлөк ир», – тип баралар.
Ошо урында халҡыбыҙҙың тапҡыр мәҡәле хәтергә төшә: ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын. Был ғаилә миҫалында нәҡ шул иҫбатлана ла инде. Балаларын ҡәҙер итеп, тәрбиәләп, ирен ир итергә тырышһа, насар ғәҙәттәренән арынһа, ҡәҙимгесә генә донъя көтөрҙәр ине. Әллә нәмәләре булмаһа ла, үҙҙәренсә, ҡулдан килгәнсә, бәхетле булырҙар ине, бәлки. Тик, юҡ. Әлеге көндә әсә кешенең, алты балаһын яҙмыш ҡосағына ташлап, хәйерселеккә дусар итеп, үҙе, һин дә мин, икенсе райондағы берәүгә өйҙәш ҡатын булып йәшәп ятыуы... Быны аҙғынлыҡтың сиге тимәй, нимә тиерһең?! Иң үкенеслеһе шул, ҡатынға биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең түшенә тағылған «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылған. Бындай әсәне юғары бүләккә хаҡлы тип әйтеп буламы?! Ул дәүләт наградаһының мәртәбәһен генә төшөрә.
Күңелһеҙ ҙә, оят та күренеш. Ошолай ирҙән-иргә йөрөгән, береһенән сығып китеп, икенсеһенә барып ингән, йә тәүҙә ағаһы, һуңынан ҡустыһы менән сыуалған, һәр кем менән түшәк бүлешергә әҙер торған бәйелһеҙ ҡатындар һәр төбәктә лә осрай торғандыр. Аҙғын заттарҙы һәр районда исемләп тә йөрөтәләр, имеш. Ламбада, чувиха, төнгө ҡош һ.б. Үкенескә күрә, был ғибрәт, әхлаҡһыҙлыҡ айырым бер бәләгә әүерелә бара. Хатта уның оятлығын танымаусылар ҙа етерлек.
Әлеге ҡатынды законлы иренең, алиментҡа бирермен, тиеүе лә буш өмөт кенә. Сөнки кәкүк әсәнең эшкә урынлашыры, балаларына аҡса түләре бик икеле. Ул, үҙенең кәйеф-сафаға ҡо­рол­ған, елбәҙәк тормошонан бер минутҡа арынып, бөгөн балаларым ашанылармы икән, тип уйлаһа, хуш әле. Бөгөн иһә уның балалары ауылдаштары йәлләп биргән хәйер-саҙаҡаға, ҡулдан килгәнсә күрһәтелгән башҡа ярҙамға мохтаж булып көн итергә мәжбүр.

Мәхрүм итеү – һуңғы сик

Ауыл халҡы ошондай уҡ ялыуҙы район етәкселәренә лә яҙған булып сыҡты. Үрҙәге хаттың йөкмәткеһенә әйләнеп ҡайтһаҡ, улар ир менән ҡатынды әсә-аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе һораған.
Район етәкселәре, балалар хоҡуғын яҡлау органдары вәкилдәре һөйләүенсә, ғаилә хакимиәттә 2007 йылдан алып махсус иҫәптә тора.
Дүрт йыл эсендә бер тапҡыр ҙа әсә-аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеп булманымы ни, тип һорайым, сабый­ҙарҙы балалар йортона урынлаштырыу күпкә хәйерле булыр ине, тигән фекер үткәрергә тырышып.
Балаларҙы ата-әсәһенән тартып алыуҙы анһат эш тип уйларға ярамай, шәриғәттә ул хатта гонаһ та, тип иҫәпләй етәкселәр.
... – Мин баланы әсә-атаһынан айырыу кеүек еңел булмаған ҡарар ҡабул итер алдынан гел үҙемә: «Теге донъяла, нисә кешене ата-әсәһенән мәхрүм иттең, тип һораһалар, нимә тип яуаплармын?» – тигән һорау бирәм, – ти яуаплы вәкил. Ысынлап та, әсә-аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү күңел өшөткөс күренеш. Социаль етемлек көндән-көн арта. Мәҫәлән, районда 2009 йылда ун бер, 2010 йылда ун бала әсә-атаһы тәрбиәһенән алынған. Сабыйҙарҙы, ғәҙәттә, туғандары булһа, яҡындарына бирергә тырышалар. Әлеге осраҡта балаларҙың туғандары юҡ. Әсәләренең әсәһе, йәғни өләсәләре үҙе лә күңелле тормош яратҡан зат икән.
Аңлатыуҙарынса, берәүҙән дә тота килеп балаһын тартып алмайҙар. Был мөмкин дә түгел. Әле лә атайға ышаныс белдерелгән. Сөнки уның, эсһә лә, ҡыуалатып, туҡтай алмай эсә торған ғәҙәте юҡ икән. Ә беҙ килер алдынан ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү буйынса беренсе суд булған. Әсә йораты иһә ултырышҡа килеүҙе кәрәк тип тә тапмаған.
Икенсе ултырышта ун йәше тулған сабыйҙар ҙа ҡатнашасаҡ. ҡарар сығарыр алдынан уларҙың да теләге иҫәпкә алынасаҡ. Күҙаллауҙар буйынса, балаларҙың аталары менән ҡалырға теләге көслө. Шуға күрә үҫеше тотҡарланған ике малайҙы райондағы коррекция мәктәбенә әҙерләйҙәр. Яҡын арала район дауаханаһына һалып, артабан инвалидлыҡ юллау маҡсаты менән Өфөгә ебәрмәкселәр. Бер баланы – интер­нат­ҡа, икәүһен райондағы приютҡа оҙатмаҡсылар. Әле ошондай яҙмышлы сабыйҙар тәрбиәләнгән учреждениела ун алты бала йәшәй икән. Район хакимиәтендә ни өсөн мәсьәләне быға тиклем хәл итмәүҙәрен, эштең оҙаҡҡа һуҙылыуын приютта урын булмауы менән аңлаттылар.
– Беҙҙә бындай ғаиләләр һанаулы ғына. Яманатты күпселеге ситтән килен булып төшкән йүнһеҙ ҡатындар сығара. Зинһар, исемде күрһәтмәй яҙығыҙ инде, – тип үтенделәр урында.

ҡәҙерһеҙ ярҙам

Процесс оҙаҡҡа һуҙылһа ла, районда ғаиләне аяҡҡа баҫтырырға тырышмағандар тип әйтеп булмай. Икеһенә лә эш, ҙур ғына совхоз йортон биреп ҡуйғандар. Эсәләр, ялҡау­ҙар тип ҡул һелтәп ҡарамағандар, ҡулдан килгәнсә ярҙамдан да өҙмәгәндәр, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә ҡаралған һәм фондта булған аҡсанан ҡоро ҡалдырмағандар. Ғаилә коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙе, балалар пособиеһын, ишле балалыларға күрһәтелгән матди ярҙамды ваҡытында алып барған. ҡатын сығып китеп юғалһа, гел эҙләү менән дә булышҡандар, эскелектән дә дауалап ҡарағандар. Был хаҡта протокол ҡағыҙҙарында асыҡ теркәлгән.
– Урындағы тәртип һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашлығында эҙләп табып ҡайтарып алабыҙ. Аңлаған кеүек, һин дә мин, йәшәп китә лә, күп тә үтмәй, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана. Декабрь башында ғына өйөнә ҡайтарғайныҡ, февралдә тағы ғәйеп булған. Һеҙ уны күрһәгеҙ, аптырар инегеҙ, төҫ-башҡа ла арыу ғына, телгә шул тиклем оҫта, матур һөйләп, төп башҡа ултыртыу һәләте лә бар. Мәктәп менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Балалар өсөн белем усағында ике тапҡыр бушлай ашатыу ойошторолған, ҡоро паек та бирелә. Әммә өйҙә ауыҙға ҡабыр ризыҡ булмауы балалар өсөн аяныслы инде, – тип һөйләй райондың бәлиғ булмағандар­ҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса секретары.
– Хәүеф төркөмөнә ҡараған ғаиләләргә даими рәүештә рейдтарға сығабыҙ, комиссия ултырышына саҡырып та һөйләшәбеҙ. Әлеге ҡатынды бындай ултырыштарға мәжбүри алдырта торғайныҡ. Төрлө ғаиләләр осрай. Үҙҙәрен хаҡлы һанап, етәкселәрҙе ғәйепләп, балаларыбыҙҙың башына етә алманығыҙ инде, тип әрләп, ҡарғап ҡаршы алыусылар ҙа юҡ түгел, – тип һүҙгә ҡушыла район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Уның фекеренсә, әсә-аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеү – һуңғы сик. Тәжрибә күрһәтеүенсә, бала өсөн барыбер иҫерек әсә-атаһы ҡәҙерле. Сабыйҙарҙы тартып алып, балалар йортона урынлаштырҙың да икән, ә эскән кеше бының менән файҙалана ғына. Шулай ҙа аңлап тәүбәләренә килеүселәр, балаларымдан айырмағыҙ тип, ҡурҡыуҙан эсеүен ташлаусылар ҙа осрай.

Һуңғы һүҙ урынына...

Ул арала беҙ барып инеү менән әллә ҡайҙа сығып юғалған дүрт малай теләһә ҡайҙан тимер-томор ҡалдыҡтары йөкмәп, эйәртенешеп ҡайтып инде. ҡаҡса кәүҙәле, йонсоу ир, ысынлап та, йәл ине. Тел төбөнән аңлашылыуынса, уның әле булһа ҡатынынан һыуынмағаны, һаман уның ҡайтырына өмөтө өҙөлмәүе лә һиҙелде. Тик сабыйҙар ғына, әсәйебеҙ ҡайтмаһын, беҙ былай ҙа кеше булырбыҙ әле, тигән булдылар. Оло улы, әсәйемде исеме менән атап гәзиткә яҙығыҙ, тип тә өҫтәне. Бала йөрәге һыҙлаһа ла, нимәнәндер йыуаныс табырға тырыша, күрәһең. Ни тиһәң дә, хәҙергә бер бөгөнгөнө ҡайғыртып йәшәй улар. Тамаҡ ялғар­ға икмәк бар икән – рәхәт.
Әле лә өйҙәге яңғыҙ ҡыҙыҡай малай­ҙарға, ҡунаҡтар тәмлекәстәр килтер­ҙе, тип барып һөйөнсөләне булһа кәрәк. Балаларҙың күҙҙәре янды. Араларынан берәү йүгереп барып ишек тотҡаһына үрелде. Үҙем дә һиҙмәҫтән, донъяғыҙ ике ишекле икән, тинем. Эйе, ике ишекле... Бөгөн Бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө лә был сабыйҙар өсөн байрам түгел. Бөгөн улар өсөн әсәйһеҙ тормошҡа ишек асасаҡтар. Ни хәл итәһең, яҙмыш ҡыйырһытыуы. Ә тормош дауам итә. Исмаһам, артабанғы ғүмерҙәре матурыраҡ булһа ине балаларҙың. Иң мөһиме – ышаныстары селпәрәмә килмәһен.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”

[fqlfh
31 мая 2011 15:15: [fqlfh
Бурзянский район .дер Ново Усманово.
Малай
1 июня 2011 02:30: Малай
Гафури районы Янгызкаен ауылы