RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

31.05.2011 Нарком тоҡомо

Нарком тоҡомоБыйыл октябрҙә республикабыҙҙың мәғариф халыҡ комиссары Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаевтың тыуыуына 110 йыл тула. Белорет районының билдәле Сермән ауылында урмансы ғаиләһендә тыуып үҫә ул. Атаһы 1911 йылда һуҡырайғас, Ибраһимға бик иртә эшкә егелергә тура килә. Һәр саҡ белемгә, яҡтылыҡҡа ынтылған егет тәүҙә ауылда ике класлы урыҫ-башҡорт училищеһында уҡый.
1925 йылда Мәскәүҙә Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетында белем ала. 1935 −1937 йылдарҙа Мәскәүҙә ҡыҙыл профессорҙар институтында уҡыған сағында уны Өфөгә саҡырып алып, БАССР-ҙың мәғариф комиссары вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Был 1937 йылдың йәйендә була. Унан алдағы мәғариф комиссары Ғөбәй Дәүләтшин ошо йылдың февралендә үк ҡулға алын­ған була. Ғөмүмән, Башҡортостан мәғариф министрҙарын яңы власть эшкә тәғәйенләп һәм күп тә үтмәй, ҡулға алып юҡ итеп тора. 1937 йылдың йәйендә эш башлаған мәғариф наркомы Ибраһим Абыҙбаев 21 октябрҙә ҡулға алынып, шул уҡ йылдың 8 декабрендә атып үлтерелә. Халыҡты тамырынан ҡороторға теләп, был осорҙа уның ʺиң-иңʺдәрен һайлап юҡ итәләр. Белемлеләрен, аҡыллыларын, уҡымышлыларын… Уйлап ҡараһаң, уйҙарыңдан уйылып китерлек. ʺБашҡортостанʺ энциклопедияһы биттәрен генә аҡтарғанда ла күпме аҫыл шәхестең нахаҡҡа юҡ ителгәнен уҡып, йөрәк әрней, күңелдә кемгәлер икһеҙ-сикһеҙ нәфрәт тойғолары ҡайнай. Урындағы даирәләрҙең барлыҡ үсе, көнсөллөгө ʺхалыҡ дошманыʺның ғаиләһе, яҡындары, нәҫел-нәсәбе иңенә төшә. Абыҙбаевты ҡулға алғанда уның дүрт улы була. Бәләкәй Эрнестҡа − ике ай, өлкән улы Артурға − 14, Измаилға − 8, Байрасҡа – 4 йәш. Эрнест атаһы ҡулға алынғас күп тә тормай, пневмониянан үлә. ʺПартиотикʺ рухлы табиптар ʺхалыҡ дошманыʺның балаһын дауаларға теләмәй. Артур ҙа фажиғәле рәүештә һәләк була. Тиҫтерҙәре уны ʺхалыҡ дошманыʺ улы булғаны өсөн көрткә күмеп үлтерә. Измаил 1929 йылдың 11 ғинуарында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге юғары уҡыу йортона инеп уҡыу тураһында уйлау ʺхалыҡ дошманыʺ улына мөмкин дә булмай. Ул Мәскәүҙәге нефть һәм газ институтына юллана. Уҡырға зирәк, талантлы егет тырышып белем ала, бына диплом эше лә яҙылған, яҡлайһы ғына ҡала. Ләкин бәлә һәр саҡ көтмәгәндә килеүсән шул. Деканатҡа Абыҙбаев Измаилдың ʺхалыҡ дошманыʺ, Башҡортостандың мәғариф наркомы улы булыуы тураһында хәбәр килә. Уны саҡыртып:
− Һиңә диплом яҡлауға рөхсәт бирә алмайбыҙ, ʺхалыҡ дошманыʺ улы булыуыңды уҡырға ингәндә йәшергәнһең икән, − тиҙәр.
Был хәл 1951 йылда була. Биш йыл уҡып, ҡыуылып сыҡ әле, тип институт алдындағы эскәмйәлә ҡайғырып ултыр­ғанда: ʺАбыҙбаев, ни эшләп балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың?ʺ− тигән тауышҡа башын күтәреп ҡараһа, ул үҙен уҡыт­ҡан профессорҙы күрә. Хәҙер инде йәшерен-батырыны юҡ, Измаил бөтәһен дә профессорға һөйләп бирә. Үҙенең атылған нарком улы булыуын да, Өфөлә яңғыҙ әсәһе һәм ҡустыһы барлығын да йәшермәй. Профессор уны иғтибар менән тыңлап бөткәс, деканатка алып китә.
− Абыҙбаев талантлы егет, тырыш студент булды. Уға дипломын яҡларға, һис шикһеҙ, рөхсәт итергә кәрәк. Шунан бөйөк Сталин бит ʺулы атаһы өсөн яуап бирмәйʺ тип әйтә,− тигән ҡыйыу дәлилдәр ҙә килтерә профессор ʺхалыҡтар атаһыʺ телмәренән. Ул яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуын да белдерә, тик Абыҙбаевҡа дипломын яҡларға рөхсәт итһендәр. Сталиндың һүҙҙәре йоғонто яһаймы, профессор­ҙың дәрәжәһеме, Измаилға дипломын яҡларға рөхсәт бирәләр. Ул үҙенә ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған был шәхестең ышанысын тулыһынса аҡлап, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса тау инженеры һөнәрен алып, тыуған Башҡортостанына йәш белгес булып ҡайта (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә был хәлдәрҙе һөйләгән Шәүрә Мүҡим ҡыҙы, Измаил Ибраһим улының ҡатыны, шәфҡәтле профессорҙың исем-шәрифен онотҡан). Измаил Абыҙбаев 1952 −1956 йылдарҙа ʺБашнефтьʺ берекмәһе промыслаларында, Серафимовка яҡтарында эш башлай. 1956 йылдан алып Башҡортостан нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтында директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Башҡорт егете − Башҡортостандың Арлан, Шкапово, Маншыр һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проекттары етәкселәренең береһе була. Ул Алжир һәм Иран нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проекттарын төҙөү һәм анализлауға ла етәкселек итә һәм шул илдәргә оҙайлы командировкаларға эшкә ебәрелә. Измаил Ибраһим улы 1988 йылда техник фәндәр докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән биш монография авторы Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының нефть һәм газ бүлексәһе ағзаһы була. 1976 йылда Почет билдәһе ордены менән наградлана. Измаил Ибраһим алтмыш һигеҙенсе йәшендә, 1997 йылдың 4 ғинуарында баҡыйлыҡҡа күсә.
Измаил Ибраһим улының ҡустыһы Байрас Ибраһим улы Абыҙбаев (1933 − 2002) ағаһы артынан ошо уҡ институтҡа инә. Быраулау факультетын тамамлап, тәүҙә биш йыл Башҡортостанда эшләгәс, артабан Мәскәүҙә фәнни институттарҙа эшләй. Техник фәндәр кандидаты була.
Измаил Абыҙбаев атаһы хөрмәтенә үҙенең берҙән-бер улына Ибраһим тип исем ҡуша. Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған Ибраһим Измаил улы атаһының юлын дауам итә. Ситтән тороп Әзербайжан индустриаль университетында аспирантура тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ә инде 2008 йылда техник фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә була. Измаил Ибраһим улы 2005 йылдан Канадала йәшәй. Унда ул философия докторы дәрәжәһен алыуға ла ирешә.
ʺНиңә Канадаға китергә ҡарар иттегеҙ?ʺ − тигән һорауға ул: ʺМин бөтөнләйгә китмәнем, сит мөхиттә үҙемде һынап ҡарағым килдеʺ, − тип тыйнаҡ ҡына яуап бирҙе.
Миллиондарҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән, заманында ʺбөйөкʺ тип нарыҡланған түңкәрелеш тәүҙә И. Абыҙбаев, Ғ. Дәүләтшин, Д. Юлтый, Һ. Сәғәҙиев, Ғ. Амантай, Һ. Дәүләтшина, М. Мортазин, А. Таһиров кеүек меңдәрсә башҡорт өсөн ҙур мөмкинлектәр асҡан һымаҡ булһа ла, утыҙынсы йылдар­ҙа был зыялыларҙың яҙмышы ниңә шулай фажиғәле тамамланған? Ләкин улар­ҙың балалары аталарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға дусар булһалар ҙа, уларҙағы илһөйәрлек тойғоһо, талант һәм эшкә таһыллыҡ бик күптәргә өлгө булырлыҡ.

Р. БИКӘНӘСЕВА,
БР Фәндәр академияһы Гуманитар
тикшеренеүҙәр институтының
ғилми хеҙмәткәре.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”