RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ урманды һаҡлаһаҡ,ул беҙҙе һаҡлар

31.05.2011 Беҙ урманды һаҡлаһаҡ,ул беҙҙе һаҡлар

Урманда янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, тиҙ генә Рәсәйҙәге «ҡыҙыу линия»ға – 80-800-100-94-00 телефоны буйынса йәки БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идаралығы пунктына – 8 (347) 251-00-31 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.
Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында, кешенең күңеленә шом һалып, ахырызамандың яҡынлашыуы тураһында һүҙ ҡуйыртыу бара. Бындай хәбәрҙәр бөтә интернет селтәрен тултырған. Ғалимдарҙың йәки берәй хеҙмәт белгестәренең ауыҙынан бер һүҙ сығыуы була, журналистар уны, эләктерә һалып алып, әллә нисәгә һәм әллә нимәгә түңкәрә. Өҫтәүенә, һуңғы арала бөтә донъяла «күрәҙәселәр» ҙә күбәйеп китте. Әле шуларҙың береһе 21 майҙа апокалипсис көтөлөүе тураһында бөтә донъяға яр һалғайны. Журналистар, уның рейтингын күтәреп, шунда уҡ телевидениеға сығар­ҙы. Шөкөр, уның күрәҙәлеге ысынға сыҡманы. Ә космоэнергетиктар иһә Япониялағы ер тетрәүҙе һәм атом станцияһындағы һәләкәтте Юғары көстәрҙең «насар уйлы, дөрөҫ йәшәмәгән кешеләр»ҙән махсус таҙарыныу әмәле тип аңлатты. Төрлө тәбиғи һәләкәттәрҙең дә нәҡ Америка яғында өҙлөкһөҙ булып тороуын да ошо рәүешле аңлаталар. Былтыр Рәсәй урмандарын янғын ялмап алыуы, быйыл да уның ҡотолғоһоҙ буласағы тураһында ла имеш-мимештәр күп. Шул хәбәрҙәрҙе раҫлағандай, апрелдә үк Мәскәү эргәһендә тағы ла торф ятҡылыҡтары быҫҡый башланы. Баҫма сығанаҡтарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда (һуңғыһы – 21 май), Рәсәйҙә 100 мең гектар тирәһе майҙанда 477 тәбиғәт янғыны сыҡҡан. МЧС мәғлүмәттәре иһә һуңғы бер тәүлектә генә 281 янғын сығыуын теркәгән. Иң ҡатмарлы хәл-торош – Саха Республикаһында, шулай уҡ Алыҫ Көнсығыш федераль округында. Себерҙә иһә 24 майҙа урман янғындары майҙанының ике тапҡырға артыуы билдәләнгән (5,295 мең гектарға барып еткән). Интернет мәғлүмәттәре буйынса, «ҡыҙыл әтәс» Красноярск крайы, Иркутск өлкәһе, Байкал аръяғы крайы, Тыва, Бүрәт Республикаһы, Хабаровск крайы, Амур, Свердловск, Силәбе өлкәләре урмандарында «бейей». Ведомство билдәләүенсә, был янғындарҙың төп сәбәбе – кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе: кемдер, тәбиғәткә ял итергә сығып, ҡаҙан аҫтына ут яға һәм аҙаҡ уны һүндерергә онота; кемдер һүнмәгән тәмәке төпсөгөн ташлап китә; ауыл хужалығы баҫыуҙарында иҫке һаламды йәки кипкән үләнде яндыралар; ауыл кешеләре ихатаһындағы сүп-сарҙы яндыра һәм башҡалар.
Хәйер, урман янғындарын әллә ҡайҙағы Себер яҡтарында эҙләйһе лә түгел – яҙҙан бирле улар үҙебеҙҙә лә әллә күпме теркәлгән. Ирәмәл итәгендәге янғынды ғына алғанда ла, уны һүндереү өсөн төрлө ведомство көстәре нисә көн көрәште?!
Былтыр бөтә донъяла ажарланған урман янғындары кешеләрҙе һағайырға, утҡа ҡаршы көрәшкә көс тупларға мәжбүр итте. Урман хужалығы федераль агентлығы иһә 2011 йылдың 28 февралендә урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса саралар комплексын күҙ уңында тотҡан 36-сы бойороғон сығарҙы. Ғөмүмән, беҙҙең илдә лә, республикала ла һәм бөтә ер шарында тәбиғәт янғындарына ҡаршы көрәште ойоштороуға иғтибар ныҡ артты. Сөнки ут, экологик, матди зыяндан тыш, кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына ла янай. Мәҫәлән, медицина фәндәре докторы, Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире Татьяна Пестрикова шундай дәлилдәр килтерә: «1998 йылғы янғындарҙан һуң Алыҫ Көнсығыш халҡы организмының иммун статусы күпкә кәмегән. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар араһында ауыры төшөү осраҡтары – 8 процентҡа, яралғылары үҫешмәй туҡтап ҡалыу һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Кәүҙә ауырлығы бик түбән булып тыуған сабыйҙар миҫалы яралғы гипотрофияһын, йәғни уның әсә ҡарынында уҡ имен булмаған шартта үҫешеүен дәлилләй. Үле тыуған йәки тыуғас бер аҙнанан һуң үлгән сабый­ҙарҙың күбәйеүе иммун, эндокрин, нервы системаларының тейешенсә формалашмауын раҫлай. Бала иҫән ҡалған хәлдә лә, артабан ул бик сырхау буласаҡ».
Бөгөн Хабаровск крайы медиктары халыҡ араһында пневмонияның, тын алыу органдары сирҙәренең йышайыуын, онкологик һәм йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, ҡан эшләүсе органдар сирҙәренең, үлем һанының артыуын билдәләй. Ошондай уҡ ауырыуҙарҙың былтыр беҙҙә урман янғындары булған Белорет райо­нында ла күҙәтелмәүен кем тикшергән тиһең?
Сит ил тәжрибәһе күрһәтеүенсә, тәбиғәт янғындары йышайһа, уларҙың ни өсөн сығыуын, кеше һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янаған осраҡта ниндәй саралар күрелергә тейешлеге тураһында комплекслы программалар ҡабул итеп, тиҙ генә бойомға ашыралар икән. Мәҫәлән, 1977 йылда Индонезия урмандары яна башлай һәм уның төтөнө бөтә Малайзия өҫтөн ҡаплап ала. Илдәге фәнни институттарҙың береһе ашығыс рәүештә был проблеманы өйрәнә башлай. Ут Малайзияға килеп еткәндә инде уға ҡаршы тороусы көстәр ҙә әҙер булған. АҡШ-ты беҙ бигүк өнәп етмәһәк тә, унда ла урман янғындарын булдырмау, ә була ҡалһа, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу сараларын әҙерләү юҫығында әүҙем эш алып барыла икән. Беҙҙең илдә иһә был йәһәттән яңы саҡ ҡуҙғала башланылар, ахыры. Әлбиттә, иң тәүҙә был эш янғынды иҫкәртеүгә ҡайтып ҡалырға тейеш. Шунлыҡтан республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында ағартыу-аңлатма эшенә иғтибарҙы йүнәлтә.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”