RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҙна аптыратҡыстары

28.05.2011 Аҙна аптыратҡыстары

Елле диван алдым әле...
Аҙна аптыратҡыстарыРәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикованың кабинеты өсөн 5 миллион 100 мең һумлыҡ мебель алмаҡсылар икән.
Иҫке йыһаздар туҙған, унда кәңәшмәләр үткәреүе лә оят, күрәһең. Ә шул тиклем аҡсаны ҡайҙан алмаҡсылар, тиһегеҙме? Ил ҡаҙнаһынан, әлбиттә. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса йөҙләп медпунктты ҡулайлаштыраһың да (оптималләштерәһең дә, хәҙер ябыу тип яҙыу кәңәш ителмәй), министр өсөн генә түгел, уның тиҫтәләгән урынбаҫары өсөн дә әҙәм рәүешле мебель алырға була. Һоҡланғыс йыһазлы министр кабинетына инеү оят булмаясаҡ хәҙер. Илдәге һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш кимәле өсөн генә оят.

Фаш иттеңме? Яуап бир!

Рәсәй гербын мыҫҡыл итеүҙә ғәйепләп, Мәскәү блоггеры Алексей На­вальныйҙы яуапҡа тарттырмаҡсылар.
Ул, интернетта үҙ блогын асып, дәүләт компанияларындағы миллиондарса һум урлашыу факт­тарын асып һалғайны. Офицер Игорь Матвеев үҙе хеҙмәт иткән частағы тәртипһеҙлектәр, коррупция осраҡтары, эт аҙығы һалынған консерваларҙың һалдат өҫтәленә эләгеү ихтималлығы тураһында яҙып сыҡҡайны. Матвеевты хеҙмәттән ҡыуғандар хәҙер, баҡһаң, уның үҙен хөкөмгә тарттырыуҙары мөмкин.
Президент Дмитрий Медведевтың коррупцияға ҡаршы көрәшкә саҡырыуы үҙ емештәрен бирә. Табалар, тоталар, ултырталар. Тик хоҡуҡ органдары эҙәрлекләгән коррупционерҙар араһында, башлыса, коррупцияға ҡаршы көрәшеүселәр булыуы ғына ғәжәпләндерә.

Бал тамыҙһаң, балл өҫтәлә

Мәктәптәрҙә шаулап-гөрләп һуңғы ҡыңғырау байрамдары үтте.
Иртәгәһенә ҡалаларҙағы урам һепереүселәргә эш етерлек булды: араҡы, һыра шешәләре, тәмәке төпсөктәренең ғәҙәттәгенән өсләтә күберәк булыуы, таң атҡансы яңғыраған шатлыҡлы һәм бик үк айныҡ булмаған ауаздар кисәге балаларҙың тағы ла ҙур төркөмөнөң өлкәндәр сафына ҡушылыуын аңғартты. Бер тәүлеккә бәйҙән ысҡынып алғас, сығарылыш синыфтары уҡыусылары, йәнә өҫтәл артына ултырып, дәреслектәренә сумды. Хәҙер инде берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырырға кәрәк. Төплө белемең булмай тороп, һәйбәт юғары уҡыу йортона инерлек балл йыйыуы ҡыйын. Илле баш умартаһы булған, улы ла, ҡыҙы ла университетта уҡыған күршем генә башҡасараҡ уйлай.
– Флягалап бал өҫтәһәң, балл тигәндәре ғәләмәт арта ла китә ул, – тип ихласлап тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша ла бот сабып ҡуя. – Балдың ҡөҙрәте сикһеҙ икән шул.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”