RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Беҙ халыҡ менән эшләргә, аралашырға тейешбеҙ»

28.05.2011 «Беҙ халыҡ менән эшләргә, аралашырға тейешбеҙ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БСТ каналында тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе
«Беҙ халыҡ менән эшләргә, аралашырға тейешбеҙ»«Тура эфир» Президенттың блогына килгән мөрәжәғәттәр, теләк һәм тәҡдимдәр хаҡында һөйләшеүҙән башланды. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 8 – 9 ай эсендә 52 мең мөрәжәғәт теркәлгән. Тәүге көндәрҙә блогка 30 – 35 мең кеше инһә, һуңғараҡ был һан 20 меңгә ҡалған, әле көнөнә – 10 – 15 меңләп. Артабан һорауҙар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылды, Президентҡа Өфөлә Башҡорт дәүләт университетынан, Сибай ҡалаһы һәм Благовар районы үҙәге Языков ауылынан телекүпер аша һорау бирҙеләр. Түбәндә – яуаптарҙың иң мөһимдәре.

Башҡорт дәүләт университетында яңы ятаҡ булырмы?

− Ятаҡ − бик етди мәсьәлә. Мин студент саҡта ятаҡтарҙы үҙебеҙ төҙөнөк, студент отрядтары бар ине. Хәҙер был вариант бармайҙыр. Әле ятаҡ төҙөү өсөн 300−350 миллион һум аҡса кәрәк. Был уҡыу йортоноң ректоры менән дә ошо хаҡта һөйләштек. БДУ − федераль вуз. Бына ошонда башлана ла инде күңелһеҙлектәр − кем, нимә эшләргә тейеш? Беҙ үҙ ярҙамыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ, республика бюджеты иҫәбенә проектлай алабыҙ, ә төҙөүҙе федераль аҡсаға Рәсәй Мәғариф министрлығы үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Быйыл проектҡа тотонорбоҙ. Киләһе йылға аҡса бүленһен өсөн адреслы федераль инвестиция программаһына мөрәжәғәт итербеҙ. Ятаҡтан башҡа уҡытыусыларға торлаҡ төҙөү мәсьәләһе лә бар. Ғөмүмән, торлаҡ темаһы республикала киҫкен тора.

«Аҡыллы баштар»ҙың ситкә китеүен нисек туҡтатырға?

− Был һорау ҙа бик актуаль. Бөгөн күп йәштәребеҙ Мәскәү, Санкт-Петербург һ.б. ҡалаларға уҡырға китә. Барыһы ла ҡайтамы һуң? Беҙ һәләтле егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙебеҙгә ылыҡтырырға тейешбеҙ. БДИ-ны уңышлы тапшырып, 250 тирәһе балл йыйғандарға үҙебеҙҙең вузға ингәндә стимул биреү тураһында уйлайбыҙ. Йәштәр ситкә китеп белем алһын ул, тик тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһындар. Бында шул уҡ торлаҡ мәсьәләһе лә, эш табыу проблемаһы ла ҡалҡып сыға. Бөгөн беҙ республика Фәндәр академияһының эшен йәнләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Эш бар, шарттар тыуҙырырға кәрәк. Киләсәктә инвестиция проекттары, технопарктар булдырыу мәсьәләһе ҡарала.

Ауыл уҡытыусыһына ниндәй ярҙам күрһәтеләсәк?

− Беҙ ауыл уҡытыусыларына тәғәйенләнгән программа тураһында һөйләшеү алып барабыҙ − йәш белгестәргә күпме фатир төҙөү, ниндәй бюджет сығымдары кәрәк − барыһы ла планлаштырыла. Хеҙмәт хаҡына килгәндә, беренсе сентябрҙән уҡытыусыларға ул 20-нән 30 процентҡа тиклем арттырыласаҡ. Әйткәндәй, төпкөлдәге йәш белгестәргә, торлаҡтан тыш, транспорт бүлеү тураһында ла уйлайбыҙ. Бындай программа беҙҙә мотлаҡ буласаҡ.

Яратҡан хоккей командабыҙҙың артабанғы яҙмышы нисек булыр?

− «Салауат Юлаев» − хәҙер беҙҙең бренд, республиканың визит карточкаһы. Беҙҙә ҙур хоккей һәр ваҡыт буласаҡ. Бөгөн уны «Урал» фонды финанслай һәм киләсәктә ҡапыл унан баш тартһа, хоккей булмай, тигән һүҙ түгел. Хоккей темаһын артыҡ сәйәсиләштерергә кәрәкмәй. Башҡортостан Республикаһында хоккей яҡынса ике миллиард һум тора. Әҙ аҡса түгел, был суммаға күп нәмә төҙөп булыр ине. Әммә бөгөн хоккей ҙур юғарылыҡҡа менде. Шулай ҙа уны сәйәсиләштереп, ҡапма-ҡаршылыҡтар булдырып, ҡараңғы бүлмәлә булмаған ҡара бесәйҙе эҙләү кәрәкмәй. Хөкүмәтебеҙҙең бурысы − «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслауҙы тәьмин итеү. Беҙҙә ҙур хоккей ҙа, футбол да буласаҡ.
«Урал» хәйриә фонды менән проблема юҡ.

− Был фонд – республикала, илдә генә түгел, ә донъяла уникаль күренеш. Мин шундай күләмгә эйә (63 миллиард һум) хәйриә фондын белмәйем.
Мин «Урал» менән үҙ-ара мөнәсәбәт механизмын билдәләргә, был кемдең аҡсаһы булыуын, кем идара итеүен белергә тейеш инем. Шуға ла республиканың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов менән был турала һөйләштем, төрлө варианттар тәҡдим иттем. Был ресурстарҙы бүлгәндә, иң тәү сиратта хөкүмәт ҡатнашырға тейешлеге хаҡында бер нисә тапҡыр килештек. Апрелдә республика Хөкүмәте менән «Урал» араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, ресурстарҙың бер өлөшө БР-ҙың социаль-иҡтисади программалары фондына күсереләсәк. Был сумма ҡайһы объекттарҙы финанслауға китәсәге планлаштырылған. Мәсьәлә көйләнгән тип уйлайым. Ысынында фонд менән дә, хоккей клубы менән дә, финанслау тирәләй ҙә бер ниндәй ҙә проблема юҡ.

«Ситно» компанияһына бирелгән Сибай элеваторының үҫеш перспективаһы ниндәй?

− Мин был төбәкте ихтирам итәм, яратам. Тәүге ҙур программам да Урал аръяғын үҫтереүгә арналды. Элеватор һуңғы йылдарҙа бурыс­ҡа батҡайны. Ул 2010 йылдың көҙөнә 200 миллион һумдан ашыу ине. Һуңғы сиктә беҙ, был предприятиены кемгәлер һатмаһаҡ йә кем ҡулыналыр бирмәһәк, проблеманы хәл итеп булмаҫ, тигән фекергә килдек.
Силәбе өлкәһендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән «Ситно» уны һатып алды һәм бергә элеватор үҫешенә 300−350 миллион һум һалыу тураһында килешеү төҙөнөк. Яңы тирмән, ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөләсәк, артабан да предприятиены замансалаштырыу өсөн комплекслы эштәр башҡарыласаҡ. Бөгөн борсолорға урын юҡ. Һалым йыйымдары ла беҙҙә буласаҡ. Был − һәр инвесторға ҡуйылған мотлаҡ шарт.

ҡасан ҡалаларыбыҙ физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхиткә әүерелер?

− Былтыр беҙ «Доступная среда» тигән программаны эшләй башланыҡ. Ул инвалидтар өсөн урамдарҙа, магазин, мәҙәниәт йорттарында уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, беҙ үҙебеҙ өлгө күрһәттек − Республика йортона пандус ҡуйҙыҡ. Был проблема бар. Пандус ҡуйыу артыҡ аҡса ла талап итмәй, инвалидтар йөрөй алһын өсөн бордюрҙарҙы алып ташлау йә алмаштырыу ҙа ҡатмарлы түгел. Иң мөһиме − теләк кәрәк. Етәкселәребеҙҙең кеше тураһында уйлауы кәрәк! Өфөлә был йәһәттән эштәр нисек башҡарылыуын күҙәтеп барасаҡмын. Башҡа төбәктәрҙән дә сигналдар буласаҡ. Мин инвалидтар өсөн поликлиникаға, реабилитация үҙәгенә барғайным, унда коляскала яҡын барып та булмай − сифатһыҙ ҡырсын түшәлгән, пандус емерек хәлдә.

Балалар баҡсаһы проблемаһы нисек хәл ителәсәк?

− Рәсәйҙә 50 меңдән ашыу бала балалар баҡсаһына йөрөй алмай. Был иң киҫкен проблемаларҙың береһе. Алдағы өс йылда ошо йүнәлешкә туғыҙ миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл ҙур программаны ғәмәлгә ашыра башлайбыҙ − уның аҙағына балаларға 27−28 мең урын биреләсәк. Быйыл ғына Өфөлә 15-кә тиклем балалар баҡсаһы асыу күҙаллана. Ике йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ − яңыларын төҙөйбөҙ һәм булғандарын кире ҡайтарасаҡбыҙ. Башҡа район-ҡалаларҙа ла мәсьәлә хәл ителәсәк. ҡайһы бер мәктәптәр бушыраҡ тора, шуларҙы ла балалар баҡсаһы итеп файҙаланасаҡбыҙ.

Өсөнсө бала тыуғас, ер биреләме?

− Был законға үткән йомала ғына ҡул ҡуйылды. Ул ғаиләлә 2011 йылдың беренсе ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө бала өсөн бушлай ер алыу хаҡында. Мин был законға республикалағы өс йә унан да күп бала тәрбиәләгән һәр ғаилә ер ала алырлыҡ итеп үҙгәреш индерәсәкмен. Ундайҙар беҙҙә 34 мең кеше. Ер етерлек. Әлбиттә, Өфөнөң үҙендә йә Стәрлетамаҡта табыуы ҡыйын, әммә ҡала яны райондарында мөмкин бит. Шуныһы бар: республиканың ярты биләмәһе − федераль милек. Шулай ҙа ер бүлеү бурысын атҡара алырбыҙ. Бәлки, кемдәндер ҡабат һатып алырға ла тура килер, ҡайһылыр ерҙә федераль власть менән килешергә кәрәгер.

Хөкүмәт фермерҙарға ниндәй ярҙам күрһәтер?

− Дөйөм халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәй һәм унда эшһеҙлек кимәле юғары. Эскелек, суицид проблемаһы ла ҙур. Беҙ кешеләргә эш бирергә тейешбеҙ. Бөгөн фермер һәм ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән яҡшы программалар ҡарала. Шуларҙан береһе «500 ферма» тип атала. Биш йыл эсендә республикала 500 ферма, төҙөкләндерелеп, сафҡа индерелергә тейеш. Аудиторҙарҙы ла саҡырабыҙ, улар фермалар торошон тикшереп, ҡайҙа аҡса һалырға мөмкинлеген әйтәсәк.
Икенсенән, һөт етештереүселәргә айырым программа тураһында уйлайбыҙ. Рәсәй Хөкүмәте быға миллиард һум аҡса бүлә. Шәхси хужалыҡтарҙы алдан кредитлаясаҡбыҙ, унда етештерелгән һөткә 60 көн алдан аҡса һаласаҡбыҙ. Артабан ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуҙы субсидиялау программаһы ла бар.

Благовар районы үҙәгендәге яңы биҫтәлә ҡасан газ булыр?

− Үҙәкләштерелгән канализация төҙөү быйылдан башлана, ошо маҡсатта 60 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Яңы микрорайондар ҙа газ, электр энергияһы, һыу булмауынан йыш ҡына яфа сигә. Беҙ, республика бюджеты, хөкүмәт, мөмкинлеккә ҡарап, инфраструктураны үҙебеҙгә алырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, газ торбаларын ҡасабаға тиклем һуҙыуҙы атҡарһаҡ, ҡалғанын муниципалитет ярҙамында йә граждандарҙың үҙҙәре лә тамамларға була. Бындай яңы биҫтәләр һәр район үҙәгендә бар. Беҙ инфраструктураны һәр ваҡыт үҙебеҙгә аласаҡбыҙ.

Социаль-психологик ярҙам проекттарына иғтибар буласаҡмы?

− Психологик ярҙам темаһы ла көн үҙәгендә тора. Беҙ халыҡҡа бындай ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ алып барабыҙ. Шундай кабинеттар, мөмкинлектәр, традиция юҡ. Тормошта төрлө хәлдә ҡалған, әйтәйек, тәрән кисерештәр арҡаһында стресс менән яфаланыусылар бар. Ярҙам мотлаҡ кәрәк.
Мин аҙна эсендә тәҡдимдәр йыйыуҙарын һораным. Белгестәр БР һаулыҡ һаҡлау министрына мөрәжәғәт итһен, уға күрһәтмә бирелгән. Тимәк, тиҙҙән ғаиләгә, йәштәргә, балаларға социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре артасаҡ тигән ышаныс бар.

Һүҙ һуңында

Президент үҙ блогында «тура эфир»ға былай тип һығымта яһаған: «Мөмкин тиклем күберәк һорауға яуап бирергә тырыштым. Шулай ҙа уларҙың һаны 40-ҡа ғына етте. Август − сентябр­ҙә «тура эфир»ҙа бер йыл эшмәкәрлегем хаҡында сығыш яһармын. Интернетта ла матбуғат конференцияһы үткәрергә теләйем. Әле киҫкен һорауҙар әҙ булды. Цензура һаман да бар, ахыры».

Әйткәндәй

Благовар районында төҙөлә башлаған ҡош ите әҙерләү цехын тергеҙеү тураһында ла һорау булды. Президент мәсьәләнең хәл ителәсәген әйтте. Сибайҙарҙы иһә «Магнитогорск − Ира» юлының хужаһы булмауы борсой. Был тәңгәлдә Рөстәм Хәмитов участканы мөмкин булған тиҙ арала балансҡа ҡуйып, төҙөкләндереү эштәренең әүҙемләштерелеүе хаҡында белдерҙе. Быйыл юл төҙөүгә, төҙөкләндереүгә бүленгән сығымдарҙың артыуы ла күҙаллана. Республикаға өс ҡиммәтле машина алына. Уны Өфө − Белорет, Бөрө яғына һәм көньяҡ йүнәлешкә ебәрәсәктәр.
Президенттан февралдә РФ Дәүләт Советы ултырышында телгә алған Рәсәй халыҡ сәнғәте фестиваленең ҡасан үткәрелеүе тураһында ла һораштылар. Рөстәм Хәмитов яуаплауынса, был сараны көҙгә уҙғарыу мөмкинлеген ҡараясаҡтар. «Беҙҙең мәҙәни тормош сағыуыраҡ була бара, әммә яҡшы концерт залдары кәрәк», − тине республика башлығы.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”