28.05.2011 «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәге асылды
– «Леруа Мерлен»дың асылыуы – Башҡортостан Республикаһының Франция предприятиелары менән хеҙмәттәшлегендә ни бары беренсе аҙым, ҙур, ҡыҙыҡлы проекттың башы ғына, – тине сауҙа комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бөгөн Францияның Рәсәйҙәге илсеһе менән артабан хеҙмәттәшлек итеүҙең төрлө варианттарын тикшерҙек, перспективалар яҡшы ғына.
Өфөләге магазин директоры Михаил Киянов Башҡортостан Президентын тауарҙар ассортименты менән таныштырҙы. Хыялындағы йортто төҙөү өсөн Башҡортостан халҡына бында 41 мең төр тауар тәҡдим ителә. Улар 15 бүлеккә урынлаштырылған.
Сауҙа селтәрендә урындағы етештереүселәр – «Ласселсбергер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең изделиелары, Өфөләге «Евромастер» компанияһының корпуслы мебеле һәм шкаф-купелары ла һатыла.
– «Альстом», «Сен-Гобен» компаниялары, тағы бер нисә француз фирмаһы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, һәм бөгөн беҙ Франция илсеһе менән бик күп ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле проекттарҙы тикшерҙек, – тине Рөстәм Хәмитов.